Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2022, 16:56

“Әсәй, мин аварияға эләктем!”

Был хәбәрҙе ишетеп, ҡойолоп төштөм...

sun9-48.userapi.com
Фото:sun9-48.userapi.com

Ғәҙәти эш көнөндә телефон шылтыраны. Үҙемдеке түгел, эштеке. Телефонды алыуым булды: “Әсәй, мин аварияға эләктем! Дауаханаламын! Хәлем ауыр...” – тип буҫлығып илаған ҡатын-ҡыҙ тауышын ишетеп, аптырап ҡалдым.

Русса өндәшкәс, мин дә рус телендә һорайым:

– Кем был? Кем?

– Мин, әсәй, мин бит һуң!.. – теге остағы кеше һөйләнә-һөйләнә илауын, ыңғырашыуын дауам итте.

Бер-ике секундта башымдан йөҙ төрлө уй үтте. Ҡыҙҙарымдың тауышына оҡшамаған да кеүек. Бер туҡтауһыҙ илай-илай һөйләгәс, танырлыҡ та түгел. Башҡортсалап һорайым:

– Нимә булды? Аңлатып һөйлә әле...

– Русса әйт. Беләһең дә инде, мин аңламайым!..

Башҡа шик төштө, сөнки балаларым башҡортса аңлай ҙа, һөйләшә лә. “Мутлашыусылар, тимәк”, – тип уйлайым, шулай ҙа, бәлки, берәйһе ысынлап та ауыр хәлгә ҡалғандыр ҙа, әсәһенә шылтыратам тип, яңылыш ошо номерҙы йыйғандыр.

– Һеҙ яңылыш шылтырата­һығыҙ, ахыры. Кем икәнегеҙҙе әйтегеҙ. Кәрәкһә, ярҙам итергә тырышырбыҙ. Был редакция, – тип әйтеүем булды, “шап” итеп телефонды һалып та ҡуйҙылар.

Ошондай мутлыҡ осраҡтары тураһында әллә күпме яҙһаҡ та, хәйлә тоҙағына эләгеп ҡуймағыҙ тип, кешеләргә кәңәштәр бирһәк тә, “Әсәй!” тип илап өндәшкән тауышты ишетеү менән һәр әсәнең йөрәге “жыу” итеп ҡала­лыр. Бәләгә тарыған балаһына ярҙам итергә ашҡынған, күңеленә шом төшкән әсәнең ниндәй халәттә булыуын үҙегеҙ ҙә аңлай­һығыҙҙыр. Ә тегеләргә шул ғына кәрәк. Артабан инде схема билдәле: “шундай номерлы картаға тиҙ генә аҡса күсер” йәки “шул урында һине Фәлән исемле кеше көтөр, шуның аша аҡса ебәр” һ.б.

Шуға күрә һәр ваҡыт яныбыҙҙа ғына насар уйлы, кеше иҫәбенә байыуҙы маҡсат итеп ҡуйған кешеләр булыуы хаҡында онот­мағыҙ, тип тағы берҙе иҫкәртәбеҙ һеҙҙе, хөрмәтле әсәйҙәр һәм атайҙар!

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас: