Бөгөн баш ҡалабыҙ сираттағы тапҡыр тарих һәм археология үҙәгенә әйләнде. Әлеге ваҡытта “Торатау” конгресс-холында “Урта быуат Евразияһының күсмә цивилизациялары” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтә. Ул Башҡортостандың күренекле ғалимы, республика Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Нияз Мәжитовтың иҫтәлегенә арналды.
Сарала 70-тән ашыу ғалим ҡатнашты. Улар Башҡортостандан, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән. Араларында Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Азербайжан һәм Монголиянан абруйлы ғалимдар ҙа булды. Ҡунаҡтар өсөн конгресс-холдың фойеһында бик бай күргәҙмә ойошторолдо, уны бөтәһе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап сыҡты.
Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сәләмләне. Уның билдәләүенсә, республика Рәсәй археологияһы үҙәктәренең береһе булараҡ үҙенең позицияларын йылдан-йыл нығыта. Төбәктә көслө фәнни йолаларға һәм әһәмиәтле ҡаҙаныштарға эйә булған илдәге билдәле археология мәктәбе эшләй. Республика тарих фәндәре докторы, профессор Раил Кузеев ойошторған Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең археология һәм этнография музейы менән ғорурлана. Был – боронғо коллекцияларҙы, шул иҫәптән легендар “Сармат алтын”ын һаҡлаусы иң ҙур тарихи музей.
– Профессор Нияз Мәжитов күп йылдар боронғо Өфө-2 ҡаласығын ғилми тикшереүҙәрҙең дәртләндереүсеһе булараҡ сығыш яһаны. Ғалимдар фекеренсә, уның мәҙәни ҡатламдарында уникаль ҡомартҡылар беҙҙең эраның IV–XIV быуаттары менән билдәләнә. Йыл ярымдан үҙенең 450 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк хәҙерге Өфөнөң тарихи өлөшө ошо боронғо ҡасаба өҫтөндә урынлашҡан. Беҙ бында киләсәк быуын баш ҡалабыҙ тарихының тәүге биттәре хаҡында белһен өсөн асыҡ һауала музей булдырасаҡбыҙ. Өфө-2 ҡаласығы – ул иҫ киткес ҡала мәҙәниәте ҡомартҡыһы! Мәжитов фекеренсә, беҙҙең быуаттың тәүге I мең йыллығының һуңында мәҙәни-сауҙа һәм һөнәрселек үҙәктәре булған ҡалалар булған! Ул хәҙерге Өфө урынында “Имән-ҡала” тип аталған башҡорт ҡалаһы булған тигән фекерҙә ине. Ғалимдарыбыҙ әйтеүенсә, "Өфө-2 ҡаласығы“ – ҙур ҡаланың административ үҙәге булған, ул урта быуаттарҙағы ғәрәп һәм Көнбайыш Европа сығанаҡтарында телгә алынған Башҡорт ҡалаһы. Был - Көнсығыш Европаның иртә Урта быуаттарҙан алып һуңғы ваҡытҡа тиклемге иң бөйөк ҡомартҡыһы, – тине Урал Килсенбаев.
Уның һүҙҙәренсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең көндәрҙә ҡайһы бер илдәрҙә тарих фәне йыш ҡына сәйәси уйындарҙың ыңғайына боҙола, үткәндәр илдәрҙең һәм халыҡтарҙың ҡаршы тороу ҡоралына әүерелергә тейеш түгел.
“Хөрмәтле дуҫтар, беҙ һеҙҙең менән бында, Евразия биләмәһендә йәшәгән ата-бабаларыбыҙҙың күп быуатлыҡ йолаларында тәрбиәләнгәнбеҙ. Беҙҙә уртаҡ тамырҙар, уртаҡ мираҫ. Беҙҙең телдәр, мәҙәниәт, тормош ҡиммәттәре, йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр бик яҡын. Айырыуса Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Рәсәйҙең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлаған Указының ваҡытлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алам”, – тине республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары.
Урал Таһир улы форум ҡунаҡтарына Башҡортостанда 100-ҙән ашыу халыҡтың, өс төп донъя дине вәкилдәренең бик татыу һәм дуҫ йәшәүе тураһында һөйләне.
– Беҙҙә кешеләр бер-береһен хөрмәт итеп, дуҫлыҡта йәшәй. Беҙҙә башҡорттар, рустар, татарҙар, мариҙар, сыуаштар, мордвалар, удмурттар бар, барыһы ла бала саҡтан дуҫ, бергә уҡый, эшләй, өйләнә. Кәрәк икән, улар ата-бабалары кеүек бергә Ватанын һаҡлай, – тине ул. – Әле Донбассты һәм Рәсәйҙе яҡлап алышҡандарҙың барыһы ла – ысын геройҙар. Республикабыҙ, илебеҙ улар менән ғорурлана. Беҙҙә Рәсәй Федерацияһының өс Геройы бар: рус Максим Серафимов, башҡорт Тамерлан Илһамов һәм удмурт Игорь Насибуллин. Башҡортостан тарихын өйрәнеү һәм һаҡлау, уның билдәһеҙ биттәрен асыу, лайыҡһыҙ онотолған исемдәрҙе ҡайтарыу өсөн байтаҡ эштәр башҡарабыҙ”.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.