Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2022, 22:45

Тағы ниндәй ярҙам ғәмәлдә?

Балалар өсөн ундан ашыу ярҙам төрө ғәмәлдә. Улар һаулыҡ һаҡлау тармағында ла байтаҡ.

Тағы ниндәй ярҙам ғәмәлдә?
Тағы ниндәй ярҙам ғәмәлдә?

Бөгөн кис Башҡортостан юлдаш телеканалында тағы ла бер тапҡыр республикала мобилизацияланған һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында һөйләнеләр.

Тура бәйләнеш тәү сиратта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың яңы указына бәйле булды. Уға ярашлы мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 20 мең һум күләмендә бер тапҡыр аҡса биреләсәк. Спикерҙар был ярҙамдың кемгә тейешлеген, ҡасан түләнәсәген аңлатты.

Бынан тыш, ғәмәлдәге ярҙам төрҙәре буйынса ла һорауҙар байтаҡ ине. Республикаға идара итеү үҙәге белгесе Ильяс Сәғитов белдереүенсә, мобилизацияланғандарға социаль ярҙам төрҙәре буйынса булдырылған чат-ботҡа әлеге бер тапҡыр бирелә торған түләм тураһында мәғлүмәт индерелгән дә. Ғөмүмән, был телеграм-ресурста ошоға ҡағылышлы бөтә яңылыҡтар ҙа шунда уҡ баҫылып бара.

Республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова үҙҙәренең ведомствоһы йәһәтенән ғаиләләргә ундан ашыу ярҙам төрө күрһәтелеүен билдәләне. Мәҫәлән, аталары мобилизацияланған балаларға ярҙам төрҙәре араһында 5-11-се класс уҡыусыларына бушлай эҫе аш бар, ул шулай уҡ һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыусыларына ла тейеш. Был ярҙам сараһын ике мең уҡыусы һәм 520 студент алған да инде. Тағы ла бер ҙур ихтыяж менән файҙаланған ярҙам сараһы – мәктәпкәсә учреждениеларҙа балаларҙы ҡараған һәм тәрбиәләгән өсөн түләүҙән азат итеү. Унан 2615 ғаилә файҙалана.

Ярҙам алыу бик ябай – ата-әсә ғариза менән мәғариф учреждениеһына мөрәжәғәт итергә һәм хәрби комиссариаттан белешмә тапшырырға тейеш.

Был айҙа уҡ министрлыҡтың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын ял иттереү һәм һауыҡтырыу буйынса программаһы эшләй башлай. 18 декабрҙән ата-әсәләр төбәк шифаханаларына юллама алыу мөмкинлегенә эйә.

“Йыл әйләнәһенә, 14 көн һайын балаларҙы ял итеү өсөн профилле сменаларға урынлаштыра башлайбыҙ. Әлеге ярҙам төрө менән файҙаланыу өсөн мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә, ғариза, хәрби комиссариаттан белешмә тапшырырға кәрәк. Артабан беҙҙең төбәк операторы туплай һәм бүлә”, – тип аңлатты Инесса Косолапова. 

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова шифахана-курорт дауаһы алыу алгоритмы тураһында анығыраҡ мәғлүмәт бирҙе.

– Тәүҙә балалар хаҡында әйтәйек. Уның өсөн ғариза яҙырға һәм хәрби комиссариаттан балалар поликлиникаһына белешмә килтерергә кәрәк. Уларға Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы балалар шифаханаларында дауаланыу күрһәтеләсәк, – тип аңлатты Гөлнара Зиннурова.

Махсус хәрби операция зонаһынан ҡайтҡан ололарға һәм уларҙың туғандарына ҡарата киләһе тәртип ғәмәлдә: уларҙы асыҡлайҙар, дауалайҙар һәм реабилитацияға ебәрәләр.

– Беҙ уларҙы артабан һауыҡтырыу, шифахана-курорт дауаһын алһын өсөн сертификаттар менән тәьмин итеүгә шифахана йүнәлешен билдәләйбеҙ – был Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының яуаплылыҡ зонаһы, сөнки шифаханалар уларҙың ведомствоһындағы учреждениелар булып тора, – тине министр урынбаҫары.

Уның һүҙҙәренсә, министрлыҡта шифахана-курорт учреждениеларында ял итеүҙе регламентлаусы документ әҙерләнә.

Шулай уҡ Гөлнара Фаат ҡыҙы, мобилизацияланғандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары теләһә ҡайһы шифахана директорына мөрәжәғәт итә ала, ә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы дауалау башланғанға тиклем ике ай дауамында ғәмәлдә булған шифахана-курорт картаһын әҙерләргә ярҙам итәсәк, тип билдәләне.

Гөлнара Зиннурова үҙ тармағындағы тағы ниндәй ярҙам булыуы тураһында һөйләне.

– Тәү сиратта был мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына беренсел медицина-санитар ярҙамы ғына түгел, ә махсуслаштырылған һәм юғары технологиялы булышлыҡ та күрһәтеү. Беҙ мобилизацияланған кешеләрҙең ғаилә ағзаларынан бик күп мөрәжәғәттәр ҡабул иттек, улар менән бер нисә мәсьәләне өйрәндек тә инде. Өҫтөнлөклө медицина тәьминәтен ойоштороу буйынса эш бара, – тине ул.

Гөлнара Фаат ҡыҙы билдәләүенсә, поликлиникалар беркетелгән халыҡ араһында мохтаждарҙы үҙҙәре асыҡлай – медицина тикшереүе, скринингтар үткәрелә.

Фото: putevkaru.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: