Ғиниәт Сибәғәтулла улы Иманаев – Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапханабыҙҙың күптәнге яҡын дуҫы. Тыуған ил, үҫкән ер, йәнтөйәк яҙмышын һәр ваҡыт ҡурсалап тора ул. Тарих биттәренә инеп киткән, хәҙер Нөгөш тулҡындары сайҡалған Кинйәбай, Үрге Таш, Привольное ауылдары яҙмышы уны гел борсой. Ошо ауылда үҫкән, бергә уҡыған һабаҡташтарын ифрат юҡһына. Үҙенең күңел тойғоларын һалып яҙған ҡулъяҙмаһын ихтирам менән миңә тапшырғас, оло кешенең күңелен ҡыймаҫ өсөн, рәткә һалып, байытып, һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итергә булдым. 85 йәшен тултырған уҙамандың шиғри юлдары ла хәтирәләренең асылын аңларға ярҙам итә кеүек.
Рәзилә Ҡотлогилдина.
Әҙәм балалары кендек ҡаны тамған еренә, тыуған ауылына бәйлелер. Йәшерәк саҡта был хаҡта һис кенә лә уйламайһың, ә ғүмер үтә килә, күңел түрендәге хәтирәләр, йөрәкте өйкәп, ҡулыма ҡәләм тоттора шикелле. Ауылыбыҙҙың Үрге Таш тип аталыуы йөрәккә бер ныҡлыҡ та бирә кеүек, сөнки “таш” һүҙе үҙе бер таяныс һымаҡ, Нөгөшөмдө уратып алған ҡаяташтар төҫлө бөйөк.
Һәр төйәктең үҙ тарихы бар. Диңгеҙ аҫтында ҡалған ауылымдың үткәне тылсымлы сер кеүек күңелгә килеп оялаған да һис кенә лә китмәй. Әлеге ваҡытта Нөгөш ҡасабаһы урынлашҡан ерҙе лә элек юҡҡа ғына Уба тип йөрөтмәгәндәр. Тимәк, ҡая, уба, тауҙар хакимлыҡ иткәндер, тигән фараз тыуа.
Туфан һыуы ҡалҡып, Ер йөҙөндә тереклек бөткәс, диңгеҙ һурығып, кешелек яңы тормош башлағас та бик күп убалар, бейек ҡаялар барлыҡҡа килгәнен тарих хәҡиҡәт итеп һаҡлай. Изге Торатауыбыҙ, Шахтау, Шәкетау, Йөрәктау, Ҡуштауыбыҙ – ана шул бейек убалар, туфан һыуынан һуң ҡалған тәбиғәт ҡомартҡылары! Беҙ йәшәгән Нөгөш буйҙары ла – асылып та бөтмәгән мөғжизәле бер төйәк. Әле Нөгөш аҫтында ғына күпме диңгеҙ ятҡылыҡтары барҙыр бит.
Быны аңлар өсөн ҙур белем, аҡыл кәрәк, ә мин һуғыш касафаты арҡаһында артабан уҡый алманым, ете класс белем менән тороп ҡалдым. Атайыбыҙ 1943 йылда үлеп ҡалды. Әсәйебеҙ дүрт баланы ҡарап үҫтерҙе. Мин 7-се класты бөткәс, ауылда ҡалдым, колхозда төрлө эш башҡарырға тура килде. Һуғыш йылы балалары, тол ҡатындар, ҡартәсәйҙәребеҙ менән барыһын да күтәрҙек.
1956 йылдан алып 1959 йылға ҡәҙәр әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайттым. Мин ҡайтҡанда, Нөгөш йылғаһын быуыр өсөн Уба һыртында өйҙәр төҙөй башлағайнылар. Бының өсөн бөтә булған махсус техника килтерелгәйне. Ер иңрәтеп, өҫтөн-аҫҡа килтереп аҡтара башланылар. Мораҡта белем алып, бульдозер менән платина ятҡылығында эш башларға яҙҙы. Гүзәл тәбиғәтле ауылымды, уның янындағы Буранай тигән күлемде лә ошо һыу һаҡлағыс аҫтында ҡалдырырға тура килде. Үрҙәрәк урынлашҡанға күрә, беҙҙе Үрге Таш тип атағандарҙыр, ә Түбәнге Таш Таллы тауынан аҫтараҡ ғүмер кисерҙе, кисерә һәм кисерәсәк.
Ә бит ошо ауылдарҙы бергә етәкләштереп торған Ташморон тигән атамалы ҡаябыҙ ҙа бар. Ә инде Таллыбыҙ – ул ата-бабаларыбыҙҙың, үҙебеҙҙең йәшлек үткән рухи тауыбыҙ ул! Күпме йыйындар үткән был тау итәгендә! Әбет ауылы батыры Әғзәм ағай Бикҡужин бында батырҙар төйәге яһаған да төйәк бит ул. Тирә-йүндән йыйылған йәш-елкенсәк күңел асып, егеттәр кәләш, ҡыҙҙарҙың үҙенә мәңгелек йәр күҙләгән мөхәббәт тауы ла. Әрмегә китер егеттәр, һөйгән йәрҙәре менән вәғәҙәләр бирешеп хушлашып, мәктәп тамамлаған сығарылыш уҡыусылары ла ошо Таллыбыҙҙан фатиха алыр булған. Кемдер бында күтәрелеп, иҫ киткес хозурлыҡҡа хайран ҡалып рухланһа, бөтөнләй икенсе кеше булып асыла ине. Ошо тауға менгән юлды яртылаш үткәс, бер күл бар ине, һәм ул ҡырағай хайуандарҙың һыуһынын ҡандырыр сығанаҡ булды. Шундай илаһи, мөһабәт ҡаялар, шул һыулы күлдәр иле лә ине ул беҙҙең Үрге Таш яғы.
Үрге Таш менән Һәргәй ауылы араһында Бесәрле йылғаһы аға. Аңлауымса, был урындарҙы ул сикләп бүлеп торғандыр. Арҡылыбүләк тауы аҫтында Балантөбәк тигән ялан бар. Ошо боролған ерҙә шишмә башлана, ул Нөгөшкә тиклем аға, йылғаның исеме лә Таллы тип атала. Уға үҙенең моңло йыры менән бәләкәй йылғасыҡ ҡушыла. Уны бала саҡтан Аҡбалсыҡ йылғаһы тип йөрөтөр инек. Был йылға күптән ҡороһа ла, ялан-ҡырҙар иҫән. Ошо йылға буйындағы яланды Көбөһуҡҡан тип атайҙар. Әлеге Нөгөштөң уң яғындағы урын Мирский тип йөрөтөлә, ә Балантөбәктең һулаҡай яғы Сапсыҡ тигән исеме менән үҙенсәлекле. Арҡылыбүләк тауы Таллы тауынан көнсығышҡа табан борола. Бер-ике километр үткәс, ҡапыл уң яҡҡа борола, шул урын Дөйәһуйған мороно тип атала. Ошо урында тау аҫтында шишмә башлана, ул төньяҡҡа табан аға. Бер аҙ үткәс, шул урында ҡуйы ереклек башлана.
Үрге Таш менән Түбәнге Таш араһында Таллытауҙың башланған ере Нөгөш йылғаһынан бер 300 метр барҙыр. Иҫкә алғанымса, Ташморон тип йөрөтөлгән бер ҡаяның киңлеге лә 300 метр самаһы. Таллы тау буйлап өс саҡрымдай урынды Санаэйгән тип йөрөттөләр. Ошо ерҙән Таллыға менгән саҡта бер күл бар ине. Уның тәрәнлеген ҡарттар үлсәп ҡараған, әйтеүҙәренсә, ике дилбегә оҙонлоғонда икәнен иҫбатлағандар. Элекке ваҡытта Үрге Таштан Ереккә йөрөгән юл Тураюл тип аталған.
Нөгөш йылғаһы буйында матур ғына бер рәттән теҙелеп ултырған Үрге Таш, алда әйткәнемсә, тыуған ауылым. Күптән инде ауылымдың ере һыу аҫтында ҡалды. Тирә-яҡтан матур итеп уратып алған тауҙарҙы, тәбиғәтте, көмөштәй булып аҡҡан Нөгөшөмдө, яҙ йылы яҡтан ҡайтып, бала сығарып йәшәгән ҡоштарҙы бигерәк тә һағындыра. Ҡартлыҡ ғәләмәтеме икән, күңел шул төйәкте үҙ итә, юҡһындыра. Ауыл исемен ҙурлап, яуҙа ҡалған яҡташтар хөрмәтенә стела ҡуйһаҡ та, бик яманһыу, һағыш баҫҡан мәлдәр күп.
Нөгөш буйында үҫкән емеш ағастары хаҡында әйтеп бөтөргөһөҙ инде: балан, муйыл, ҡурай еләге, ҡарағат, сейә, ер еләге… Беҙҙе һуғыш йылдарында аслыҡтан ҡурсалаған ҡаҡы, ҡуҙғалаҡ, кәкүк емештәрен һанап бөткөһөҙ! Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем туйындыра ине бит ул. Тәбиғәт биргән ниғмәттәр ашап үҫкәнгә лә ныҡбыҙҙыр, бирешмәҫкә, ошо үткәндәр менән бәйләнеште өҙмәҫкә тырышып ғүмер итәбеҙ.
Матур ғына тауҙар араһында
Булған ине ауылым Үрге Таш.
Төндә минең төштәремә керә,
Ауылымды шундай һағынғас!..
- Ғиниәт ИМАНАЕВ
Мәләүез ҡалаһы