Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2022, 15:00

Һай, зәһәр ҙә үрмәксе ағыуы (Булған хәл)

Ҡатынымды, хәҙер, көпә-көндөҙ ишек алдынан уҡ ултыртып алып китеп, шунда уҡ төшөрөп ҡалдыра башланылар. Етмәһә, машиналар ҙа, һөйәрҙәре лә йыш ҡына алышынып тора. Минең “бажалар” ҡайһы саҡ йәп-йәш егеттәр булһа, ҡайһы саҡ араларында бабайға әйләнеп барғандары ла була.

Һай, зәһәр ҙә үрмәксе ағыуы  (Булған хәл)
Һай, зәһәр ҙә үрмәксе ағыуы (Булған хәл)

Өфө аэропорты алдындағы майҙансыҡта автобус көтөп, арлы-бирле йөрөштөрәм. Шул саҡ берәү, арттан килеп, бөйөрөмә төрттө. Әйләнеп ҡараһам – ауыҙын йырып, элекке синыфташым Хәлил баҫып тора.

– Нихәл? ..Танымайһыңмы әллә? – тине ул, күрешергә ҡулын һуҙып.

– Һине лә танымаҫҡа! Һаумы, “Бесәй”, – тим тегеңә ҡушаматы менән.

– Күмертау яғынамы? Ҡайҙа йөрөп ятҡан булаһың? – тип һорайым, ҡулдарыбыҙҙы ҡыҫышҡас. Ауылдарыбыҙ ғына түгел, райондарыбыҙ ҙа башҡа булғас, күптән уның тураһында хәбәрҙар түгел инем.

–Где, где – в Караганде! – тип урыҫса яуаплай был. – Әсәй үлгәс, Күмертау яғында тамырҙар өҙөлдө. Әле Ишембайҙағы кесе апайымдарға китеп барабыҙ.

Беҙҙең янға йәш бала күтәргән ҡатын килеп баҫты.

– Таныш бул, был минең бисәм, исеме Фәрзәнә, – тине Хәлил уға ымлап.

Синыфташымдың туйында ла булдым. Ләкин кәләше был ҡараҡай түгел, Лилиә исемле бик тә сибәр ҡыҙ ине. “Бынау суҡмар танау ниндәй аҫылғошто эләктергән!” – тип көнләшә биреберәк тә ҡуйғайным, хатта. Уны-быны һорашып торманым:

– Мин дә Ишембайға, бергә ҡайтабыҙ улайһа, – тинем.

Ул да булмай автобус та килеп туҡтаны. Инеп, буш урындар етерлек булғас, артҡараҡ китеп, Хәлил менән йәнәшә ултырып алдыҡ.

Бер аҙ бер-беребеҙ тураһында һорашҡылап барғас, Лилиәһе тураһында һүҙ ысҡындырҙым. Кәләшенең исемен ишеткәс тә Хәлилдең йөҙө ҡапыл болоҡһоуланып китте. Ул һүҙһеҙ генә эргәһендәге ҙур ғына юл сумкаһынан шешә килтереп сығарҙы һәм стаканға ҡойоп, миңә һуҙҙы:

– Мә, ауыҙ ит, Ҡаҙағыстан күстәнәсенән!

Аҙаҡ, үҙе лә һалып эскәс, һүҙ башланы:

– Һорарһың тип уйлағайным да…Ысҡындым мин ул үрмәксенең ауынан. Бик тә ныҡ сырмалғайным, хатта теге донъяға китә яҙып та ҡуйғайным. Хоҙай һаҡлап ҡалғандыр инде…

Уның шәфҡәт туташы булып беҙҙең ауылға эшкә килгәнен беләһең бит инде. Тәү күреүҙә үк һылыулығы менән ул мине үҙенә ғашиҡ итте. Ике ай самаһы артынан саптым да, өйләнешкәс тә ҡалаға күсеп китәбеҙ тигән шартына күнеп, кәләш итеп алып та ҡайттым. Ул ваҡытта уның менән йәһәннәм ситенә китергә лә риза инем. Мәләүезгә килеп химзаводҡа йөк тейәүсе булып эшкә индем. Лилиә бальнисҡа урынлашты. Тәүҙә дөйөм ятаҡта йәшәнек. Аҙаҡ завод ике бүлмәле фатир бирҙе. Бер малайыбыҙ тыуҙы. Шулай ҡәҙимгесә генә йәшәп алып киттек. Минең эш ауыр булһа ла, өйҙә яратҡан ҡатыным менән балам көтөп торғас, осоп йөрөп кенә эшләнем. Лилиәнең эше сменалы ине. Ҡайһы саҡ төнгө дежурствоға ла бара. Уны йәлләп, өй эштәрен дә, бала ҡарауҙы ла күберәк үҙ өҫтөмә алдым. Йәш саҡта арыуҙың ни икәнен белмәйһең бит ул. Шулай ҙа тейәргә вагондар күп булһа эштән һуң иптәштәр менән йыйылып, арығанды бөтөрәбеҙ тип төшөрөп ала инек. Ҡайтҡас ҡатын да йонсоғанһыңдыр тип йыш ҡына өҫтәлгә шешә сығарып ултырта. Эскәс, таңға тиклем бер нәмә белмәй йоҡлайым. Ҡатын менән ҡыҫышыу ҙа икенсе планға күсеп тора. Хатта айҙар буйы теймәгән саҡтар күп булды. Унан килеп ҡатындың төнгө дежурствоһы йышайып китте. Ҡайһы саҡ таң алдынан уянып китһәм, кистән эргәлә ятҡан ҡатын янда юҡ. Баҡһаң, төнөн саҡыртып алалар икән уны.

Шулай йәшәп ятҡанда нисектер үҙемдә енси көсһөҙлөк тоя башланым. Нисек кенә тырышһам да, булдырып булмай ҙа ҡуя. Ирҙәр өсөн шунан да аламаһы юҡ бит инде. Башта төрлө уйҙар ҡайнаша. Мәйтәм, химзаводта эшләгәс, химия касафаты микән? Унан килеп төшөрөү ҙә йышайып китте. Араҡының эшелер был, тип тә ҡуям. Эсеүҙе туҡтатып та ҡараным. Барыбер файҙа юҡ. “Малайым” һелкенмәй ҙә. Ҡатын алдында оят. Аптырағас, эш ауырға һылтанып көн дә эсеп ҡайтам да, тиҙерәк тәгәрәй һалам. Йәнәһе, иҫеректән нимә көтәһең. Шулай ҙа, ҡатын маладис, тип уйлап ҡуям. Миңә бар ни, юҡ ни тигән һымаҡ, бер ни һиҙҙермәй йөрөп ятҡан була.

Бер көн Айрат исемле иптәш менән эсеп ултырғанда, был: “Нәмә, һин, Хәлим, бисәңде тыймайһың? Асыҡтан асыҡ һиңә мөгөҙ ҡуйып йөрөй бит”, – тип һалмаһынмы? “Һин нәмә, уны кем тип беләһең? Ауыҙыңды ипләп ас!” – тим тегеңә, йоҙроҡтарҙы төйнәп. “Ярай, улайһа, үҙең беләһең”, – ти был, аҫтыртын йылмайып.

Ҡатынымдың намыҫлылығына ышанһам да, Айраттың әйткәне күңелемә шик төшөрҙө. Миңә сыҡҡанда саф булмауы ла, төнгө сменаларының йышайыуы ла, минең менән енси яҡынлыҡҡа битараф булып йөрөүе лә иҫемә төшөп, шигемде ҡабартҡандан ҡабартты.

Бер көн, бик тә төҙәнеп-биҙәнеп, төнгө дежурствоға киткәс, ниндәйҙер йомош тапҡан булып, төн уртаһында киттем бальнисҡа. Унда миңә ул төндө уның дежурствоһы юҡлығын әйттеләр. Был инде маңлайға таяҡ менән тондорғандай булды. Ҡайтып, ишек төбөндә уны һағалап торорға булдым. Инде яҡтырып, кеше-фәлән йөрөй башлауға, өйҙөң арғы башына машина килеп туҡтаны һәм унан минең ҡатын төшөп ҡалды.

Ҡаршыһына сыҡтым да, үҙ-үҙемде тыйырға тырышып: “Ҡайҙа булдың?” – тип ыҫылданым. “Бләткәлә!” – ти был иҫе лә китмәгәндәй. Ә ҡарашы…әйтерһең дә алдында ире түгел, ә ниндәйҙер бер хәйерсе баҫып тора. Мин йоҙроҡтарымды йомарлап уға ташландым. “Ҡағылып ҡына ҡара! Хәҙер һинең ниндәй “ир” икәнеңде, импотентлығыңды бөтә ҡалаға таратам! Һин эшкинмәгән менән ғүмеремде заяға уҙғараһым юҡ!” – тип ҡатыным ҡысҡырып ебәрмәһенме! Уның зәһәр тауышы миңә йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте. Үтеп-һүтеп йөрөүселәр беҙгә боролоп ҡарай башлағас, ул оялаһы урынға мин оялып, күшеккән тауыҡтай бөршәйеп, тиҙерәк фатирыма инеп боҫа һалдым. Лилиә, бер нәмә лә булмағандай, кереп сисенде лә, диванға ятып, йоҡлап та китте.

Шул көндән башлап, эштә аҙ-маҙ онотолоп торһам да, артабанғы тормошом тамуҡҡа әйләнгәндәй тойолдо. Әгәр малайым булмаһа, фатирыма аяҡ та баҫмаҫ инем. Ә уны тәрбиәләү минең өҫтә ине инде. Лилиә балаһы барлығын әллә ҡасан онотто, тиһәң дә ярай. Малай ҙа уға ылығып бармай ине. Инде мин залдағы диванға күсенеп сыҡтым. Өйҙә бер-беребеҙ менән һөйләшеү бөттө. Ә Лилиә минең барлығымды һиҙмәй ҙә ине, шикелле. Әйтерһең дә, мин ниндәйҙер сүп кенә. Ә үҙеңде шулай итеп тойоу ниндәй ғазаплы икәнен белһәң ине!

Ҡатынымды, хәҙер, көпә-көндөҙ ишек алдынан уҡ ултыртып алып китеп, шунда уҡ төшөрөп ҡалдыра башланылар. Етмәһә, машиналар ҙа, һөйәрҙәре лә йыш ҡына алышынып тора. Минең “бажалар” ҡайһы саҡ йәп-йәш егеттәр булһа, ҡайһы саҡ араларында бабайға әйләнеп барғандары ла була. Инде мин урамға сығырға ла ояла инем. Эшкә барған-ҡайтҡанда ла ҡаса-боҫа ғына йөрөйөм. Барыһы ла миңә бармаҡ менән төртөп күрһәткән һымаҡ. Инде йөрәк һыҙлауын баҫам тип, йыш-йыш ҡына шешәгә үрелә башланым. Ә бер көн, түҙә алмай, ванна бүлмәһенә инеп бикләндем дә, түшәмдәге ырғаҡҡа бау тыҡтым. Шунда, инде дүрт йәше тулған улым ишекте шаҡып: “Әти, әти, нишләйһең унда?”– тип аҡырып илай башланы. Хоҙай белгерткәндер күрәһең…Мин ниәтемдән кире ҡайтып, улымды ҡосаҡлап алдым да, уға ҡушылып, ысын күҙ йәштәре менән иларға тотондом.

Бер саҡ малайымдың температураһы күтәрелгәс, дарыу эҙләп, улар һаҡланған шкафты аҡтара башланым. Шунда, иң төптә, күҙгә ниндәйҙер ят таблеткалар салынды. Элек кухняға килеп инеп, шуларҙың береһен ҡатынымдың минең эсәһе араҡыға һалып торғанын күреп, һорағас: “Бальзам һымаҡ, арығанды ҡул менән һыпырып алғандай итә”, – тип аңлатҡайны. Ҡапыл ғына күңелемә шик төштө. Уларҙы алдым да, тағы врачҡа киттем. Ул таблеткаларҙы әйләндергеләп ҡараны ла: ”Былар йоҡо дарыуы, ә былары енси активлыҡты бөтөрә. Уларҙы дурдомдағыларға, йәнә һалдаттарға бирәләр”, – тине.

Миңә Лилиә шул саҡ ауына эләккән себенгә ағыуын ҡаҙап торған үрмәксе һымаҡ булып күренде. Уға асыуым ҡабарып, шул ҡәҙәрегә барып еттем, хатта эргәмдә булһа шунда уҡ уны быуып ташлар инем, моғайын. Ул көндө, асыуымды һүрелтәм тип, оҙаҡ ҡына ҡала буйлап йөрөнөм дә, ҡараңғы төшкәс кенә өйгә ҡайтып индем. Төнө буйы уйланып сығып, бында ҡалһам асыуҙан ҡатынымды берәй нәмә эшләтеп ҡуйырмын, тип Карагандалағы оло апайымдар янына китергә ҡарар иттем. Тиҙ генә эштән бушатылып, прописканан төшөп, документтарымды йүнәттем дә, ҡатыныма айырылып Ҡаҙағстанға китәсәгемде, улыбыҙҙы ла үҙем менән аласағымды әйттем. “Ихтыярың”, – тине ул вайымһыҙ ғына.

Крагандаға килеп, шахтаға эшкә урынлаштым. Улымды апайымдар тәрбиәләште. Әле училищела уҡый, унда ҡалды. Фәрзәнә мәктәптә уҡыған сағында класс етәкселәре ине. Ирен шахта баҫып үлтергән. Бергә бер йыл ғына йәшәп ҡалғандар. Фәрзәнә менән бер-беребеҙҙе оҡшата инек. Ләкин үҙ-үҙемә ышанмайынса, һынау үтмәйенсә тороп, тәҡдим яһаманым. Хәҙер, Аллаға шөкөр! “Ни хәл?” – тип һораһалар, шаяртып: “Айғырҙыҡы һымаҡ!” – тип кенә яуап бирәм. Ана, күрәһең бит, ниндәй малай эшләп ҡуйҙым! – тип Хәлил алғы эскәмйәлә ултырған ҡатыны менән туп һымаҡ йоп-йомро улына ҡарап йылмайҙы.

Ишембай автовокзалында уларҙы үҙемә ҡунаҡҡа саҡырып хушлаштым. Ә аҙаҡ, Хәлилдең рөхсәте менән, ул һөйләгәндәрҙе, геройҙарҙың исемдәрен үҙгәртеп яҙып, ғибрәт алһындар, тигән уй менән ташҡа баҫтырып сығарырға булдым.

Мөҙәрис БАГАЕВ. 

Фото: ru.pinterest.com/ideas/

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: