Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2022, 17:51

Көтөлмәгән сәфәр

Бала күңеле – далала...

chto-takoe-lyubov.net
Фото:chto-takoe-lyubov.net

– Зарифа апай, тағы оло юлдан күҙеңде алмай үҙеңде бөтөрәһең инде. Яп шул ҡапҡаңды, инеп сәй эс булмаһа...

Ут күршеһе Әҡлимәнең һүҙҙә­ренән һиҫ­кәнеп киткән Зарифа апай үҙенең әллә нисә сәғәт буйы урам алдындағы эскәмйәлә ултыр­ғанын, аяҡтарының ауырайғанын саҡ тойоп, урынынан ҡуҙғалды. “Шул Кәримеңде көтә-көтә хыялый булаһың инде, быға тиклем аяҡ баҫмағанын, хәҙер аҙна уртаһында килеп, хәлеңде белешер тип уйлай­һыңмы? Ва­ҡыт әрәм итмәйек, әйҙә кишереңде сы­ғарайыҡ, баҡсаңды әүеш-тәүеш итәйек”, – тип Әҡлимә уйҙары һауала осоп йөрөгән әсәне ергә төшөргә, ысынбарлыҡҡа ҡайтырға мәжбүр итте.

Ысынлап та, улының тыуған йортона аяҡ баҫмағанына байтаҡ ваҡыт инде. Яңы йыл байрамынан һуң бер көнгә генә килеп ҡайт­ҡайны, шунан бирле күренгәне лә юҡ. Өйлә­неп, үҙ ояһын ҡорғандан һуң һирәгерәк ҡай­та башланы. Ә нисек элек күңелле йәшәй тор­ғай­нылар... Зарифа апайҙың хәтирә­ләрҙе яңыртыуҙан күңеле йом­шарҙы. “Әсәй, эш ваҡытымды ала бит, теләһәм дә йы­шы­раҡ ҡайта алмайым”, – тип аҡланды һуңғы тапҡыр ҡайтҡанында. Килененең һирәк кенә ҡай­тыуына ла күнекте Зарифа апай. “Шул Светаңа мөкиб­бәнһең инде, айырыла алмай­һың. Ә уның ҡунаҡҡа килергә лә аяғы тартмай”, – тип үпкәһен белдергәненә улы­ның иҫе лә китмәне. “Мин килгәс етмәйме ни, әсәй? Света шәмбе эшләй бит, беләһең”, – тип хәләл ефетенә һис һүҙ тейҙермәй, уның әллә күпме яҡшы яҡтарын, иҫәпһеҙ-һан­һыҙ мәшәҡәттәрен һанап китте. “Их, улым, аңла­ным инде, ҡатыныңды әсәйеңдән нығыраҡ яра­таһың шул”, – тип эсенән генә көйҙө әсә.

Бер тапҡыр ҡышҡыһын килгәнендә, Кә­римгә донъя көтөүҙең ауырлығына зарланып, бынан ары мал-тыуар тота алмауын, элек­кесә баҡса тултырып йәшелсә үҫтерә алмая­сағын белдерҙе. Баҙнатһыҙ ғына: “Әллә, улым, һеҙҙең эргәгеҙгә күсеп килә­йемме? Бер үҙемә ауыр бит, мәшәҡәттәрем менән күрше-күләнде лә ялҡытып бөттөм шикелле”, – тип әйткәс, Кәрим: “Быныһы бул­май, әсәй. Ҡала фатиры ҡыҫынҡы бит, бө­тәбеҙгә лә ауыр булыр”, – тине уңайһыҙланғандай, ҡараштарын әсәһенән йәшерергә тырышып.

– Өпәкәй-сөпәкәй итеп кенә үҫтерҙең дә бит улыңды... Ҡарттар йортона тапшырып та ҡуйыр әле, ҡуй инде хәҙерге иманһыҙ ба­лаларҙы, – тип Зарифа апайҙың хәленә инер­гә, киҫәтергә тырышҡандар ҙа етерлек.

...Таныш машинаның геүләп ихатаға килеп инеүен күреп, Зарифа апайҙың  быуындары йомшарып киткәндәй булды. Кәриме ҡайтҡан! Ул әсәһенә тиҙ генә йыйынырға ҡушып, ваҡыты тарлығына зарланып, машинаға ултырырға саҡырҙы. “Эй, Алла, әллә шул ҡарттар йортона илтмәксе итәме икән? Әйтмәй ҙә бит”, – тип башы ҡаңғырҙы әсәнең. “Ҡайҙа барабыҙ, улым?” – тигән һорауына Кәрим бер һөйләм менән: “Әсәй, әйттем бит – сюрприз!” – тип яуапланы. 

Ҡала ситендәге шәхси йорттар теҙелгән урамға ингәс, Кәрим ҡәнәғәт йылмайып, үҙенең яңы йорт һалыуын, Зарифа апайҙы ла яндарына аласаҡтарын белдерҙе. Ҙур йорт эргәһендәге ҡурсаҡтай матур бәләкәй йортҡа күрһәтеп: “Әсәй, бына һин ошо йортта йәшәйәсәкһең. Унда бөтә уңайлыҡтар ҙа бар, оло юлдан ситтәрәк, тауыш-тын юҡ. Һәр ваҡыт һинең эргәңдә буласаҡбыҙ”, -– тип ҡосаҡлап алды. Зарифа апай көтөлмәгән хәлдән албырғап, тәүҙә нимә әйтергә лә белмәй торҙо. Илап ебәрҙе, үҙенең нисек ҡайғырыуын, килененән улын көнләшкәнен, күршеләренең хаҡ һүҙҙәрен ауыр ҡабул итеүен бутала-бутала һөйләне лә һөйләне.

Беҙ һиңә сюрприз яһайыҡ, әйтмәй тора­йыҡ, тип тырышҡайныҡ. Йәһәт кенә килеп сыҡ­маны, бер аҙ һуҙылдыҡ шул, – тип аҡланды улы. – Нисек мин һине ташлайым, ти, әсәй? Һинән дә яҡыныраҡ кемем бар? Ҡатынымды яратам, әлбиттә, тик һин бит – әсәй! Бер нисә йыл ошо йорттарҙы төҙөп бө­төү өсөн алһыҙ-ялһыҙ эшләйем. Бөгөн сырайым һытылғанына иғтибар итмә, эштә ҡытыршылыҡтар килеп сыҡты, хәл итәһе мәсьәләләр бар. Барыһы ла яйланыр, әйҙә, өйгә инәйек”.

Килене лә бөгөн алсағыраҡ, ябайыраҡ күренде ҡәйнәгә. Йылмайып, ҡайҙа ултыр­тырға, нисек күңелен күрергә белмәй торған Светаға ҡарап, улының бәхете өсөн һөйөндө әсә. Тик ошондай минуттарҙы кисереү өсөн аралашыу ҡыуанысынан мәхрүм иткән “сюрприз” яһау кәрәклеген генә төшөнә алмай ыҙаланды әсә. “Әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала” тип әйтеүҙәре хаҡ инде, тип йыуатты үҙен.

- Д. ҒӘБДРӘХИМОВА

Читайте нас: