Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь 2022, 19:15

Улар - ышаныслы партнер

Үҙәк белгестәре иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында үлсәү һәм баһалау эштәре үткәрә. Заказсылар иҫәбендә – 3,6 меңдән ашыу юридик берәмек.

Улар - ышаныслы партнер
Улар - ышаныслы партнер

19 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Амран Моратшин исемендәге дәүләт төбәк стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге коллективын ойошманың 120 йыллығы менән ҡотланы.

Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау үҙәге директоры Сергей Севницкий, юбилей датаһына ойошма яҡшы күрһәткестәргә өлгәште, тип хәбәр итте. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда башҡарылған эштәр күләме 1,5 тапҡырға артҡан. Үҙәк белгестәре иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында үлсәүҙәр һәм баһалар үткәрә. Заказсылар иҫәбендә – 3,6 меңдән ашыу юридик берәмек.

– Беҙ приборҙарҙы, техник хеҙмәтләндереүҙе, юғары технологиялы ремонтты һәм башҡа операцияларҙы тикшерәбеҙ. 2022 йылда ғына 260 мең үлсәү сараһын тикшерҙек, – тине Сергей Севницкий. – Шулай уҡ электр энергияһы, ут биреү приборҙары, аҙыҡ-түлек сеймалы һәм аҙыҡ-түлек сифатын һынауҙы, радиация контроле менән бәйле һынауҙарҙы һ.б. башҡарабыҙ.

Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау үҙәге директоры билдәләүенсә, бының өсөн үҙәк матди-техник базаны планға ярашлы нығыта. 2022 йылда ошо маҡсатҡа 100 миллион һум йүнәлтелгән. Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау үҙәге еңел сәнәғәт продукцияһы буйынса һынау лабораторияһын булдырыу идеяһы менән сығыш яһаны. Был башланғысты Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль хеҙмәт етәкселеге хупланы. 2023 йылдың башында яңы лаборатория асыуға әҙер буласаҡ.

Бынан тыш, ошо көндәрҙә Мәскәүҙә “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” проектының 25 йыллығына арналған тантаналы сара үтте. Сифат өлкәһендәге наградалар лауреаттары иҫәбендә – “НефАЗ” заводы, “Башҡортостан сода компанияһы” һәм “Аҡтирмән” аҙыҡ-түлек етештереү предприятиеһы. Ә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге сифат буйынса төбәк комиссияһы “Стратегик партнёрға” тигән махсус бүләккә лайыҡ булды. Башҡортостан “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” проектын үҫтереүҙең 25 йылы йомғаҡтары буйынса илдә иң әүҙем һәм титуллы тип танылған өс төбәк иҫәбенә инде.

Республика Башлығы Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау үҙәге белгестәре хәл иткән мәсьәләләрҙең мөһимлеген билдәләне.

– Һеҙ күп йылдар дауамында беҙҙең ышаныслы партнерыбыҙ. Үҙәк сифат өлкәһендә ҙур эш алып бара, – тине Радий Хәбиров. – Республикаға өҫтәмә компетенциялар йәлеп иткәнегеҙ өсөн рәхмәт.

Төбәкте үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Башҡортостан Башлығы Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау үҙәге коллективы вәкилдәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: