Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2022, 13:18

Һаҡмарҙың уңған уҙаманы

Баймаҡ районының Һаҡмар ауылынан Илфат Сәфәрғәлинде районда ғына түгел, Урал аръяғы төбәгендә лә алдынғы ҡарашлы, заман һулышын тойоп эшләгән һәм юғары күрһәткестәргә өлгәшкән фермер хужалығы башлығы һәм “Дуҫлыҡ” кооперативы рәйесе булараҡ яҡшы беләләр.

Үҫемлекселек, малсылыҡ һәм хәләл ит ярымфабрикаттары етештереү менән шөғөлләнгән фермер хужалығы районда иң тотороҡло эшләгән, йылдан-йыл етештереү ҡеүәттәрен арттыра барған предприятиелар рәтенә баҫты. Бының нигеҙенә, әлбиттә, йылдар буйы алып барған ныҡышмалы хеҙмәт һалынған.

Илфат Шәфҡәт улы үҙ эшен 2010 йылда аса – фермер хужалығы ойоштора. Яңы эш башлауға шәхси хужалыҡтың нигеҙе ныҡлы булыуы, ата-әсәһенең, ғаиләһенең даими ярҙамы этәргес көс бирә. 30 баш быҙау һатып алып башлап ебәрә ул тәүге аҙымдарын. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге һәм “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге лә, йәш фермерҙың тырышлығын күреп, уға ярҙам ҡулы һуҙа – федераль һәм республика проекттарында ҡатнашырға тәҡдим итә. Уңған егет 2013 йылда тәүләп “Ғаилә һөтсөлөк фермаһы” программаһында ҡатнашырға йөрьәт итә һәм конкурста еңеп сыға. Дәүләт ярҙамына ул мал һәм техника һатып ала. Был уңыштан ҡанатланған фермер артабан “Ғаилә малсылыҡ фермаһы”, “Ғаилә фермаһын үҫтереү” программалары буйынса үҙенең проекттарын тәҡдим итә һәм гранттар яулауға өлгәшә.

Әлбиттә, дәүләт ярҙамы фермер хужалығын яңы кимәлгә күтәреү, матди-техник базаны нығытыу, киләсәккә яңы уй-ниәттәр ҡороу мөмкинлеген бирә. Мал һаны тотороҡло арта барып, бөгөн инде 320 башҡа еткән, шуның 180-ен һауын һыйырҙары тәшкил итә. Артабан да һыйыр малын арттырыу маҡсат итеп ҡуйыла. Бындай күрһәткес менән хатта ҙур хужалыҡтар маҡтана алмай.

Быйыл “И.Ш. Сәфәрғәлин” крәҫтиән (фермер) хужалығы уңышлы эшләне. Предприятие мал ҡышлатыу миҙгеленә яҡшы әҙерләнде, артығы менән мал аҙығы тупланы. Үҫемлекселектә лә юғары һөҙөмтәләргә өлгәште коллектив – иген культураларынан мул уңыш үҫтереп алды, етерлек орлоҡ һәм фураж әҙерләп һалды. Урып-йыйыу кампанияһы йомғаҡтары буйынса Илфат Шәфҡәт улы етәкселегендәге хужалыҡ район хеҙмәт ярышында һынатманы һәм район хакимиәтенең дипломына лайыҡ булды. Предприятиеның алдынғы механизаторы Ирек Баймөхәмәтов ауыл хужалығында өлгәшкән уңыштары, агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Рес­публикаһы Ауыл хужалығы ми­нистрлығының Почет грамотаһы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде.

Илфат Сәфәрғәлин – алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып эшләгән, етештереү ҡеүәттәрен йылдан-йыл арттыра барған эшҡыуарҙарҙың береһе. 2019 йылда “Башҡортостан Республикаһының агро­сәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын яҡлау” программаһында ҡатнашыу һәм унда еңеп сығыу уңған фермерға иттән ярымфабрикаттар етештереү цехы асыу мөмкинлеге бирә. Әйткәндәй, хәләл ит ризыҡтары етештергән предприятиены асыу тантанаһында район етәкселеге һәм Башҡортостан Рес­публикаһы мосолмандарының Диниә назараты вәкилдәре лә ҡатнашып, уның эшенә фатиха биргән.

“Дуҫлыҡ” тип аталған был кооператив бөгөн 50 пайсыны берләштерә. Цехта билмән, манты, голубцы, кәтлит, тефтель, фрикаделька, ҡаҙы, тултырма етештерелә. Көн дә 200 килограмм самаһы әҙер продукция предприятиеның Сибай ҡала­һындағы “Һаҡмар фермеры” магазинына оҙатыла. Әйткәндәй, кооператив етештергән хәләл аҙыҡ-түлек халыҡта ҙур һорау менән файҙалана.

Илфат Сәфәрғәлин Һаҡмар ауылының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, урындағы социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тос өлөш индерә. Ул 20 кешегә эш урыны булдырған. Ҡыш миҙгелендә ауыл урамдарындағы юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу эшен дә үҙ иңенә алған. Бынан тыш, фермер төрлө сараларҙың бағыусыһы булараҡ сығыш яһай, быйыл урындағы клубты ремонтлауға ла байтаҡ аҡса бүлгән.

Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов билдәләүенсә, “И.Ш. Сәфәрғәлин” КФХ-һы – районда иң тотороҡло эшләгән, йылдан-йыл яҡшы үҫешкә өлгәшкән хужалыҡ. Был тәңгәлдә ул күптәргә үрнәк булып тора. Ул етәкләгән “Дуҫлыҡ” кооперативы етештергән аҙыҡ-түлек тә – “Башҡортостан продукты” бренды, тип һис икеләнмәйенсә әйтергә мөмкин.

Читайте нас: