Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2022, 13:09

Төҙөк һәм таҙа биләмә

Яңауыл районы хакимиәтенән.
Фото:Яңауыл районы хакимиәтенән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципаль властарҙы Яңауыл районының эш тәжри­бәһен өйрәнергә саҡырҙы. Оператив кәңәшмәлә ул урындағы етәксене баш­ҡаларға өлгө итеп ҡуйҙы. Яңауылға эш сәфәрендә Хәбиров, ҡаланың таҙалығын һәм төҙөклөгөн юғары баһалап: "Был, моғайын, республика­быҙҙың иң сәскәле ҡалаһылыр. Беренсенән, таҙа, икенсенән, төп ғәмәлдәр ябай ғына: үлән сабалар, бордюрҙарҙы буяйҙар, ҡайҙалыр иҫке булғандары ла тигеҙ һәм бөхтә, бер ҡайҙа ла сүп-сар юҡ”, – тине.

Яңауыл йылдан-йыл үҫә, матурлана: яңы йәмәғәт биләмәләре, сәскәле түтәлдәр, биҫтәләр һәм бейек йорттар барлыҡҡа килә. 2021 йылда төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы тәжрибәләрҙең федераль реестрына индерелгән.

Яңауыл беренсе тапҡыр “Ғаиләләргә һәм балаларға дуҫ ҡала” статусына лайыҡ булып, республикала бөтә ҡалалар араһында танылды. Бик таҙа, йәшел һәм төҙөкләндерелгән ҡалала йәмәғәт һәм мәҙәни киңлектәр, уңайлы ихаталар уйлап эшләнелгән. Йорт ихаталары һәм фасадтар сифатлы итеп ремонтланған. Әлбиттә, программалы ҡараш ихата биләмәләрен төҙөкләндереү, балалар ҡала­сыҡтарын, спорт майҙансыҡтарын урынлаштырыу мөмкинлеген бирә.

Яңауыл федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ иткән, шул иҫәптән халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Һуңғы йылдарҙа ҡала халҡының торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында дүрт яңы биҫтә ҡалҡып сыҡҡан. Күп ер участкалары ташламаға эйә төркөмгә ҡараған граждандарға бүленгән.

Һуңғы йылдарҙа биҫтәләр ҙә барлыҡҡа килә, шулай уҡ тарихи кварталдар ҙа үҙгәреш кисерә. Яңауылдар ҡаланың йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем эшләй.

"Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы" ҙур төҙөкләндереү проектын ғәмәлгә ашырыу та­мамланған. Шыршы һәм Вокзал яны майҙаны, Сауҙа урамдары ҡаланың йөҙөн сағылдыра. Быйыл көҙ Яңауыл “Рәсәй тимер юлы”нан шәп бүләк алған – 150 миллион һумдан ашыу хаҡҡа торошло йәйәүлеләр күпере файҙаланыуға тапшырылған. Был – күптән көтөлгән һәм бик мөһим социаль объект. Проектҡа асфальт түшәлгән йәйәүлеләр юлы, станция майҙанын яҡтыртыу һәм төҙөкләндереү саралары инә.

Бөтәбеҙ өсөн дә ябай булмаған заманда ла Яңауыл районы үҙенең социаль йөкләмәләрен үтәй: халыҡ өсөн әһәмиәтле объекттар, торлаҡ төҙөүҙе дауам итә. Бөгөн ҡаланың өс биләмәһендә бер үк ваҡытта дөйөм майҙаны 15 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән күп фатирлы алты йорт төҙөлә.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло кәметеүҙе тәьмин итеү” федераль проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. 2022 йыл аҙағына 215 йорттан 485 кеше күсенергә тейеш.

“Ҡала мөхите” федераль дәүләт программаһына ярашлы, сәнғәт училищеһы һәм китапхана эргәһендәге биләмәләр яңырҙы.

2023 йылда ла йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәк. “Бәләкәй ҡала мәҙәниәте” проекты буйынса музей, төп майҙан, парктың бер өлөшө, Октябрь урамынан алып Еңеү урамына тиклем биләмәләр төҙөкләндереләсәк.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә лә байтаҡ эш алып барыла, подъездарҙы капиталь ремонтлау программалары ғәмәлгә ашырыла: быйыл күп фатирлы алты йорттағы 19 подъезд ремонтланған. Бынан тыш, Азин урамында республикабыҙҙың бренды элементтары менән йорттарҙың яҡшы яҡҡа үҙгәреүе күҙәтелә. Үҙәк район дауаханаһы, 4-се урта мәктәп, 15-се балалар баҡсаһы ремонтлана. Балалар поликлиникаһын төҙөү планлаштырыла. Бынан тыш, ҡалала торлаҡ-коммуналь предприятиелар көсө менән күп кенә арт-объекттар эшләнгән.

Ни бары 31 йыллыҡ тарихы булған ҡала һәр байрамды яңылыҡтар һәм яҡшы күрһәткестәр менән билдәләй. Уның киләсәге лә яҡты. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҡала үҙенсәлеген, ҡабатланмаҫ стилен һәм тышҡы ҡиәфәтен һаҡлап ҡалған. Яңауылдың был ҡаҙаныштары – уның төп байлығы булған халҡының фиҙакәр хеҙмәт емеше. Әйткәндәй, әле ҡалала 25908 кеше йәшәй.

Читайте нас: