2017 йылда “Зәңгәр кит”тың администраторы Филипп Будейкинға ҡарата яңғырауыҡлы эштән һуң да Рәсәйҙә “Үлем төркөмдәре” бер ҡайҙа ла юғалманы. Һуңғы арала үҫмерҙәр араһында “ролки” тигән әйбер – мессенджерҙарҙа роль уйындары популярлыҡ яулай башланы. Унда бала үҙенә персонаж уйлап таба һәм үҙен шул тип хис итеп, заданиеларҙы үтәй. Ниндәйҙер бер мәлдә уның башҡа уйынсылар аватарҙы түгел, ә уның үҙен суицидҡа саҡыра тип уйлай башлауы ихтимал. Һөҙөмтәлә виртуаль уйын ысын фажиғә менән тамамланыуы бар. Рәсәйҙә был ҡурҡыныс уйын менән нисек көрәшеүҙәре тураһында “Газета.Ru” баҫмаһы яҙып сыҡты.
Былтыр Рәсәйҙә 753 баланың үҙ-үҙенә ҡул һалыу осрағы теркәлгән. Был 2020 йылға ҡарағанда 37,4 процентҡа күберәк. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белованың докладынан күренеүенсә, һуңғы өс йылда Рәсәйҙә үҙ-үҙен үлтерергә маташҡан үҫмерҙәр күбәйгән. Беренсел маташыуҙар һаны 13 процентҡа артҡан – 3253-тән 3675-кә тиклем. Икенсел ынтылыштар һаны ике тапҡырға тиерлек – 188-ҙән 362 осраҡҡа тиклем артҡан. Уның һүҙҙәренсә, төп сәбәптәр – ғаиләлә үҙ-ара килешеп эш итеүҙең булмауы, ата-әсәләр менән бәхәстәр, психик ҡаҡшау, бәхетһеҙ мөхәббәт, тышҡы ҡиәфәткә ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек, уҡыу менән проблемалар, интернетта хоҡуҡҡа ҡаршы мәғлүмәттең йоғонтоһо.
Суицидҡа дусар булған үҫмерҙәрҙең да типик портреты үҙгәргән. Был мәсьәлә менән шөғөлләнеүсе эксперттар билдәләүенсә, хәҙер имен ғаиләләрҙәге балалар хәүеф төркөмөнә эләгә. Ни өсөн тигәндә, “рәхәт” шарттарҙа үҫкән тенейджерҙар йыш ҡына стресты еңә белмәй, сөнки киҫкен хәлдәр менән осрашырға өйрәнмәгән. Әгәр уларҙың ғаиләләрендә көсөргәнешле мөнәсәбәттәр урынлашһа (ата-әсәләр даими эшләй һәм баланан уйынсыҡтар йәки гаджеттар менән “алдаштырһа”), тимәк, төҙәтелмәҫлек ҡылыҡ хәүефе арта.
“Үҫмерҙәр – бөтә психологик һәм психиатрик етешһеҙлектәр өсөн хәүеф төркөмө, – ти “Грань.рф” психологик консультация сервисы психологы Анастасия Корнеева. – Нәҡ ошо көсһөҙ осорҙа йыш ҡына ауырыуҙар дебюты теркәлә. Бының сәбәбе – үҫеп килгән организмда киҫкен һәм глобаль үҙгәрештәр барлыҡҡа килә, ә балаларҙың үҙ кисерештәрен, тотош тормошон еңеп сығыу тәжрибәһе, оҫталығы булмай. Үҫмерҙәр көрсөгө ғәҙәти күренеш булһа ла, йыш ҡына уның күренештәре бөтә сиктәрҙән сыға”.
Бала ата-әсәһендә яҡлау тапмаһа, ул ситтән кемделер эҙләй башлай һәм интернетҡа инә. Бында иһә “Үлем төркөмө”нә барып юлығыуы бар. Унда уны тәүҙә “өйрәнәләр”, һуңынан эш башлайҙар: үҙ-үҙеңә йәки ата-әсәңә ҡарата нәфрәт тойғоһон тәрбиәләйҙәр, бер кемгә лә кәрәкмәйһең, шуға күрә юл берәү генә тип ышандыралар.
Күптән түгел Калининград өлкәһендәге фажиғә яҡынса шундай сценарий буйынса үҫешкән. Сентябрҙә урындағы мәктәптәрҙә уҡыусылар – икәүһенә – 13-әр, берәүһенә 16 йәш була – үҙ-үҙенә ҡул һала. Малайҙарҙың береһен роль уйыны буйынса яҙышҡан саҡта ҡот осҡос эшкә әҙерләгәндәр. Уның ҡулында яра эҙе табылған – ул төркөмдәрҙә бирелгән эште башҡарған. Тәфтишселәр үҫмерҙәрҙең “ролкалар"ҙа тороуын асыҡлай.
“Ролки” – ул роль уйындарының бер төрө, унда балаларҙы суицидҡа этәрәләр. “Ролка”ларҙа кураторҙар юҡ, унда ҡатнашыусылар аниме геройҙары аша үҙҙәре бер-береһен ҡоторта. Был шулай барлыҡҡа килә: бала персонаж – үҙенең альтер-эгоһын булдыра. Ул үҙен тулыһынса персонажы менән бәйләй, персонажды суицидҡа саҡырған саҡта, үҫмер уны үҙенә тип ҡабул итә. Интернет селтәрендә күпме бындай төркөмдәр барҙыр, белгестәр әйтә алмай. Улар мессенджерҙарҙа, социаль селтәрҙә, видеохостигтарҙа һәм уйын чаттарынада популяр. Тимәк, 2017 йылда бындай төркөмдәрҙең администраторы Филипп Будейкинды колонияға ултыртҡас, суицидаль контентлы пабликтар ни бары яңы майҙансыҡтарға ғына күскән.
“Ролка”ларҙы көйләү ауыр. Беренсенән, бөтә чаттар ҙа ябыҡ, уның хужаһын асыҡлау мөмкин түгел. Программа ярҙамында төркөмдөң ниндәй номерға теркәлгәнен белергә лә була, әммә артабан полиция хеҙмәткәрҙәре проблема менән осраша: интернет-платформалар хеҙмәттәшлек итергә теләмәй, ҡулланыусы мәғлүмәттәрен бирергә ашыҡмай. Икенсенән, мессенджерҙың техник ярҙамы “ролка”ны блокка ебәреү һорауына артыҡ иҫтәре китмәй, сөнки ҡурҡыныс саҡырыуҙар ҡулланыусыға түгел, ә уның персонажына йүнәлтелгән.
“Ойоштороусыларҙы табыуы ауыр, ултыртып булмай тиерлек, – ти Мәскәүҙең “Киберенәйәттәргә ҡаршы тороу үҙәге” төбәк-ара йәмәғәт берекмәһе етәксеһе Сергей Цурко. – Бынан тыш, закон эшләү өсөн тап үҫмерҙең уйнауы кәрәк. Ә "ролка"ларҙа аватар уйнай һәм бурыстарҙы үтәй. Беҙҙә 180 ирекмән, ойоштороусыларҙы асабыҙ һәм табабыҙ, ләкин күп кенә материалдарыбыҙ юҡҡа сыға, сөнки уйын реаль үҫмер менән түгел, ә ирекмән менән бара. Ләкин йыш ҡына беҙ Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнешкә инәбеҙ, оператив экспериментҡа ҡағыҙ тултырабыҙ, һәм шул саҡта ул эшләй башлай. Беҙҙең иҫәптә бер нисә тотолған кеше бар ҙа инде”.
Үҫмерҙәр йәш кризисы ваҡытында суицидаль контентҡа тиҙ бирешә. Ошо мәлдә уларҙың күңелдәренә теләһә нимә һеңдерергә мөмкин. Тотороҡһоҙ психик һаулыҡлы баланың “ролка”ла йәки оҡшаш чаттарҙа ултырмауы ла мөмкин: уға социаль селтәрҙә башҡа үҫмерҙәрҙең дә проблемалары булыуын, ләкин уларҙы хәл итә алмауын уҡыу ҙа етә.
Былтыр Зеленоградтан 17 йәшлек ҡыҙ ҡыйыҡтан һикереп һәләк була. Ул быны “Инстаграм”дың (компания хужаһы Meta компанияһы Рәсәйҙә экстремистик тип иҫәпләнә һәм тыйылған) тура эфирында күрһәтә. Фажиғә 2018 йылда "Роскомнадзор"ҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыу ысулын һүрәтләү сәбәпле тыйған ЛСП төркөмөнөң “Номера” йыры аҫтында бара. Был ярҙам итмәгән: әлеге осраҡтан һуң бер нисә үҫмер ошо уҡ трек аҫтында үҙ-үҙенә ҡул һалған.
– Селтәрҙә суицидаль характерҙағы материалдарҙың күп булыуы – был “рөхсәт ителгән” элемент, әйтерһең, ул был ҡурҡыныс ғәмәлде легалләштерә, – ти Анастасия Корнеева.
Рәсәйҙә балаларҙың ғүмеренә, психикаһына янаған суицид характерындағы материалдар менән комплекслы эшләйҙәр. 2017 йылда "Роскомнадзор" интернетта суицидаль контент эҙләгән мониторинг хеҙмәтен эшләтеп ебәрҙе.
Дүрт йылда регулятор 493 мең ҡағиҙә боҙоу осрағын асыҡлаған: 402 меңен мониторинг хеҙмәте тапҡан, йәнә 91 меңен ҡулланыусыларҙың мөрәжәғәттәре арҡаһында асыҡлаған.
2017 йылда ҡануниәткә “үлем төркөмдәре тураһында закон” тип аталған төҙәтмәләр индерелде. Бындай берләшмәләрҙе булдырған өсөн енәйәт яуаплылығы көсәйтелде, ә Енәйәт кодексын яңы мәҡәләләр менән тулыландырҙылар.
Эксперттар раҫлауынса, көсһөҙ кешене үҙ-үҙенә ҡул һалырға мәжбүр иткән факторҙарҙың береһе – киң мәғлүмәт сараларында үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙы ентекле яҡтыртыу. Шуға күрә регулятор үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙар тураһында мәғлүмәтте яҡтыртыу буйынса матбуғатҡа үҙенең тәҡдимдәрен еткерҙе.
Хәҙерге балаларҙы йәмғиәтләштереү процесы йышыраҡ интернетта бара. Бында улар үҙенә дуҫтар таба һәм төрлө компанияларға, шул иҫәптән “үлем төркөмдәре”нә эләгә. Был осраҡта ата-әсәләр һәм йәмғиәт – уҡытыусылар, психологтар, тренерҙар нимә эшләй ала? Философия докторы, психология фәндәре кандидаты Дмитрий Рассохин һүҙҙәренсә, балалар менән дуҫтарса, әрләшмәйенсә һәм ғәйепләмәй һөйләшергә, һәр яуаптарын да тыңларға кәрәк.
“Балаға теләгәнен әйтергә рөхсәт итегеҙ, – ти Дмитрий Рассохин. – Быны эшләп, уның ниндәй ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырышҡанын асыҡларға кәрәк. Балаға ҡарата мөнәсәбәтегеҙҙе үҙгәртегеҙ: уға әҙ ваҡыт бүлһәгеҙ – күберәк бүлегеҙ, әрләһәләр – туҡтатығыҙ, контролдә тотмаһағыҙ – йомшаҡ контроль индерегеҙ. Балағыҙға тормош ауырлыҡтарын уңышлы еңеп сығыу өлгөләрен күрһәтегеҙ. Уның һаулығына иғтибарлыраҡ булығыҙ, белгестәргә мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡмағыҙ. Киләсәккә берлектәге перспективалы һәм ҡыҙыҡлы пландар төҙөгөҙ: отпускка, һатып алыуға, уҡыу йортона инеүгә пландар”.
Дәүләткә бәлиғ булмағандар араһында суицидтарҙы иҫкәртеү буйынса алымдарҙы камиллаштырыу мөһим, тип иҫәпләй эксперттар. Әле лә "Роскомнадзор" балаларҙы деструктив контенттан һаҡлау өсөн ҙур эш алып бара. Регулятор көн һайын социаль селтәрҙә хәүефле берләшмәләрҙе күҙәтә һәм яба, ләкин бындай төркөмдәр күбәйә, уларҙы асыҡлау ҡатмарлыраҡ.
– Суицидты романтизацияларға ярамай, – тип ышана Анастасия Корнеева. – Суицидаль контенты булған төркөмдәрҙе генә түгел, ә үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙы камиллаштырған юҫыҡта алып барған материалдарҙы ла юҡ итергә кәрәк. “Зәңгәр кит” тибындағы берекмәләрҙе ойоштороу өҫтөндә контролде көсәйтеү, ошондай хәрәкәттәргә юл ҡуймау һәм ошондай төркөмдәр булдырыусыларға ҡаты санкциялар ҡулланыу мөһим”.
Фото: investvlg.ru