Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2022, 20:00

"Халыҡтың миңә ышанысын аҡларға тырышам"

Әле Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҙур интервьюһы бара.

"Халыҡтың миңә ышанысын аҡларға тырышам"
"Халыҡтың миңә ышанысын аҡларға тырышам"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Башҡортостан” ДТРК-һы һәм “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы етәкселәренең һорауҙарына яуап бирә. Һүҙ республиканың 2022 йылдағы төп ҡаҙаныштары һәм төбәк халҡын борсоған мәсьәләләр хаҡында бара.

Радий Хәбиров 2022 йылдың төп ваҡиғаһы тип республика кешеләренең берләшеүен атаны.

– Мин һәр саҡ республикабыҙ берҙәм булһын, халыҡ бер-береһен хөрмәт итһен, уларҙың ҡиммәттәре берҙәм булһын өсөн эшләнем. Минеңсә, быйыл шундай мәл етте. Әлбиттә, быға яугирҙәребеҙҙең, шул иҫәптән Башҡортостан егеттәренең махсус хәрби операция барышында илебеҙҙе һаҡлауы булышлыҡ итте. Шуға күрә илебеҙгә, яугирҙәребеҙгә, мобилизацияланғандарға, доброволецтарға ярҙам итеү минең өсөн төп бурыс булды. Был эшкә тейешле иғтибар бүлдек. Беҙ яугирҙәрҙең ғаиләләренә булышлыҡ итеү системаһын булдырҙыҡ, – тип башланы төбәк етәксеһе ҙур интервьюны.

Ысынлап та, һуңғы йылдар бер кем өсөн дә, шул иҫәптән республика етәксеһенең ҙур идара итеү командаһы өсөн еңел бирелмәй. Быға ҡарата Радий Фәрит улы үҙ фекерен белдерҙе.

“Мин - ҙур төбәк етәксеһе һәм минең өсөн иң мөһиме – яуаплылыҡ. Малай сағымда уҡ ата-әсәйемдең күңелен ҡыйырға ҡурҡа, уларҙың алдында оят булыуын теләмәй инем. Хәҙер миңә ышанған кешеләрҙең ышанысын аҡламауҙан ҡурҡам, мин үҙ исемемде бик ҡәҙерләйем һәм балаларыма, хәләл ефетемә минең өсөн оят булыуын теләмәйем. Көсөмдөң төп сығанағы бына шундай. Минеңсә, дәүләткә эшләгән күп кенә кешеләрҙең эше халыҡ алдындағы яуаплылыҡты көсәйтә”, – тине Радий Хәбиров.

Ул йыл йомғаҡтары буйынса интервьюһында Өфөнөң Ағиҙел аръяғы һәм Өфө аръяғы биләмәләрен үҫтереү пландары хаҡында һөйләне. Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә йүнәлтелгән “Стимул” федераль программаһы буйынса был райондарҙа инженер инфраструктураһы – һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү буйынса эштәр алып барыла. Ошо маҡсатҡа республика федераль бюджеттан ун миллиард һум алды.

“Стимул” программаһында ҡатнашыу Өфө ярымутрауынан ситтә – Ағиҙел, Өфө, Дим йылғалары аръяғында торлаҡ төҙөргә мөмкинлек бирә. Ә эргә-тирәләге тораҡ пункттар һыу менән тәьмин ителәсәк”, – тине төбәк етәксеһе.

Башҡортостан Башлығы идара итеү командалары күсәгилешлелегенең мөһим ролен билдәләне. Атап әйткәндә, Ағиҙел аръяғы һәм Өфө аръяғы биләмәләрен үҫтереү буйынса тәүге проектты бер нисә йыл элек Өфө ҡалаһы хакимиәтенең элекке башлығы, хәҙерге депутат, Рәсәй Дәүләт Думаһының Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Павел Качкаевтың командаһы әҙерләгәйне. Был программала ҡатнашыуға оператив рәүештә заявка бирергә һәм бюджет аҡсаларын йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе.

– Беҙҙән һуң эшләргә килгән кешеләр ҙә нимә өсөндөр рәхмәт әйтер, нимәгәлер тәнҡитләр тип уйлайым. Үҫеш стратегияһы бер кешегә бәйләнергә тейеш түгел. Юғары вазифа биләгән һәр кемгә быны аңларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: