Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ғинуар 2023, 22:00

Ҡунаҡтарығыҙға "сыбыртҡы ашы" ашаттығыҙмы?

Яңы йыл байрамы оҙаҡҡа һуҙылды. Ҡунаҡҡа ла йыш йөрөлдө. Кемдер ялҡты, ә кемдер һаман да...

Ҡунаҡтарығыҙға "сыбыртҡы ашы" ашаттығыҙмы?
Ҡунаҡтарығыҙға "сыбыртҡы ашы" ашаттығыҙмы?

Оҙайлы байрам көндәрендә ҡунаҡҡа йыш йөрөлә: туғандарҙы күрергә кәрәк, һуғым, Ҡөрьән ашына ла саҡыралар. Билдәле, ҡунаҡ булышыуҙар ялҡытып та китә. Етмәһә, кемдер сама белмәйенсә, бигүк ҡайтып китергә лә ашыҡмай.

Социаль селтәрҙәрҙә ошо туралағы теманы ҡуҙғатып, уйынлы-ысынлы лаҡаптар ҙа иҫкә төшөрөлдө, киң таралды. Башҡорт халҡы йор һүҙле бит ул! Ҡайһы урында - тураһын ярып һалып, ҡайһы урында кинәйәләп, төрттөрөп, килеп тыуған хәлдән сыға белә. Мәҫәлән, ҡунаҡтарҙа, туйҙарҙа "хуш аяғы" эсерәләр, йә "сыбыртҡы ашы" ашаталар.

Яҙыусы, журналист Әхмәр Үтәбай "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларының 801-сеһендә шундай бер-ике ваҡиғаны телгә алған. "Халыҡта "Өс көн ҡунаҡ, өс көндән һуң – муйнаҡ" тигән әйтем бар. Яңы йылды ҡаршылар алдынан ауылдағы ата-әсәләре, туғандары янына ҡайтыусылар ҙа ҡунаҡҡа һаналамы икән? Сөнки Яңы йыл каникулы өс көн генә түгел. Шул хаҡта уйлаһаң, үҙеңде муйнаҡ урынына ҡуйып ҡарайһың инде, ирекһеҙҙән.

Бер ыңғайы ике лаҡап иҫкә төшә. Билдәле генә сәнғәт әһеле үҙенең 50 йәшлек юбилейын үткәргән. Рәсми саралар үткәс, ҡунаҡтар уның өйөнә ағылған. Тәүге көндә туғандары ҡотларға килеп, ике көн байрам иткән, өсөнсө көндә бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәр килеп, шулай уҡ ике көн ҡотлаған. Бишенсе көн урындағы хакимиәт вәкилдәре килгәс, ҡунаҡ башланыр алдынан юбилярҙың ҡунаҡтарҙан тамам арыған биш йәшлек улы улар алдына сығып: "Хөрмәтле тамашасылар, ошоноң менән концертыбыҙ тамам, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!" — тип әйтергә мәжбүр булған.

Икенсе лаҡап. Берәүҙәргә ҡунаҡ килгән. Ҡунаҡтар үтә әрһеҙ булып сығып, аҙнаға яҡын хужаларҙы ыҙалатҡас, хужа хужабикәгә: "Әсәһе, әйҙә, йыйын, ҡайтайыҡ", — тип әйткән тиҙәр".

Комментарийҙарҙа бынан да ҡыҙығыраҡ хәлдәрҙе иҫкә төшөргәндәр. "Ит тә бөттө, май ҙа бөттө, ҡайтып китегеҙ давай!", "Әсәйемдең йор һүҙле ҡартәсәһе "Вода канчал, дамой далуй!" тигән самауыр-самауыр сәй эскән ҡунаҡтарына", "Гости, вам хозяева не надоели, тигән урыҫтың әйтемендәй булған инде...", "Беҙҙә бер ир, ҡунаҡ саҡыра ла, үҙе туйынып алһа, "таралығыҙ, томандар" тип йырлай башлай", "Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән ҡайтҡан ҡартайым ҡунаҡ саҡырырға ярата торғайны. Мәжлес башланып, күп тә үтмәй, үҙе йырлап бөтә лә:"Ҡунаҡтар, минән ҡайтырға рөхсәт! - тип әйтә ине", "Бөгөн утыҙ икеһе лә булып киткән икән", - тигән ҡунаҡтарҙан ялҡҡан хужа", "Ҡунаҡ килгәндә - бер, ҡайтҡанда икенсегә ҡыуандыра, ти. Беҙҙең бер абзыйыбыҙ ҡунаҡтың һуңлағанын яратманы - саҡырылған ваҡыт уҙғас, ишеген бикләй ҙә ҡуя торған булған", "Минең апайым бәләкәй саҡта ҡунаҡтарға "Сәғәт 10 - ҡунаҡ вон!" тигән", "Бер ауылдаш ир кеше әрһеҙ ҡунаҡтарҙан ялҡып "Ҡунаҡтың килере бар, ҡайтыры бар" тигән", "Ҡайта белмәгән ҡунаҡтарҙан арып, хужа, "оҙаҡламай һуңғы автобус китә", ти икән. Ярар, ярар, беҙ тәүгеһенә өлгөрәбеҙ, тигән ҡунаҡтары", "Беҙҙең ауылдағы бер инәй ҡунаҡтарынан алда йәһәтләп ашап-эсеп алған да: "Мин туйҙым, теләһә нишләгеҙ!" - тип ҡунаҡтарынан алда урындыҡтан торған да киткән" тип яҙғандар. 

Шулай ҙа матур итеп ҡунаҡ булыуҙар үҙе бер иҫтәлек булып ҡала. Ошондай хәлдәрҙе лә йылмайып ҡына иҫләрлек. 

Иртәгә - эшкә, тағы ла ялдарҙа ҡунаҡтарҙа осрашҡанға тиклем! 

Фото: tvil.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: