Күстәнәскә лә тотторабыҙ...
Йөнөн ҡырҡыу ауыр булыр тип ҡурҡҡайным. Киреһенсә икән, ҡуянға йөн уңайһыҙлыҡ килтерәлер, моғайын. Шуға йәйелеп ята ла эште тамамлағанды сабыр ғына көтә. Дебет ҡуяны менән булышыу шул тиклем ҡыҙыҡ. Бер ҡырҡҡанда, кәм тигәндә, 300 грамм йөн алаһың.
Әле “Полтава көмөшө” тигән ҡуян модаға инде. Ҡуянсылыҡ менән шөғөлләнгән бөтәһе лә яңыраҡ селекция үткән был тоҡомға иғтибар бүлә. Көҙгөлөккә мин дә заказ биреп ҡуйҙым. Ҡуяндарҙың был төрө талымһыҙ, тиҙ үҫә, дүрт ай эсендә артабан үрсетеүгә лә, һуйыуға ла әҙер. Тиреһе ныҡ матур, төҫө тигеҙ, йөнө ҡуйы.
Тиҙ үрсегән, яратып ҡараған тағы бер төр ҡуяндарым – “Яңы Зеландия” тоҡомонан. Ҡолағы ҡыҫҡа, кәүҙәһе яҫы, тиреһе матур, ите тәмле. Тиҙ үҫә, һәйбәт үрсей, балаларын да һәйбәт ҡарай. Ашамһаҡ. Һәйбәт ҡарағанда, ике айҙа ауырлығы ике килограмдан артып китә. Был тоҡомға һәр яҡлап та өҫтөнлөк бирәм.
Минең өсөн иң мөһиме – уларҙың тыныс холҡо. Башҡа ҡуяндарҙы ҡулға алһаң, тибешә, сапсый башлай. Хатта тешләгән осраҡтары ла булғылай, ә бына былары ҡулға алыу менән уйынсыҡҡа әйләнә. Ни эшләтһәң дә, ризалар.
Интернетта ҡуян тәҡдим итеүселәр күп. Үҙегеҙгә оҡшағанын һайлап алыуы ҡыйын түгел, әммә һатып алғанда алданыу ихтималлығы ҙур. Шуға тәү сиратта нимәгә иғтибар итергә?
Ниндәй йорт хайуанын тоҡомға ҡалдырырға?
Ҡуяндың ниндәй тоҡомон алырға икәнен аныҡланыҡ шикелле. “Ҡайҙан алырға?” тигән һорау ҙа тыумай. Шулай ҙа, эш уңышлы барһын өсөн, хайуандың алты айға тиклем үҫкәнен көтөргә кәрәк. Ҡайһы бер тоҡомло ҡуяндар дүрт айҙан аталандырыуға әҙер була. Әммә тоҡом көслө, инә балаларҙы ҡарауға әҙер булһын тиһәк, уларҙы алты айҙан, “фландер”ҙарҙы иһә һигеҙ айҙан һуң ғына ҡушырға була. Инә ҡуянды ата ҡуяндың ситлегенә ултыртырға кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр инәне бер нисә көнгә “ҡунаҡҡа” ҡалдырырға кәңәш итә. Мин улай оҙаҡ көтмәйем, сөнки ата ҡуян уны тешләүе, йәрәхәтләүе ихтимал. Бер-ике сәғәт ваҡыт етә. Махсус блокнотта ошо көндө билдәләп ҡуям. Хәҙер бөтөнләй анһат ысул таптым – ситлеккә аҡбур менән яҙам.
Ошо көндән алып инә ҡуяндар айырым иғтибарҙа. 30 көн уларҙы ныҡлап ашатам, борсомаҫҡа тырышам. Ояһына бесәнде күберәк һалам. Бәпәй көтәбеҙ. Ҡуян балалағас, уға тәмлекәстәр биреп, ипләп кенә ояһын ҡарайым. Ғәҙәттә, үлгән балаларын улар ситкә һала йә бөтөнләй тышҡа сығарып ҡуя. Уларҙы алырға кәрәк.
Ҡыш һәм яҙ башында тыуған ҡуяндарҙың иммунитеты һәйбәт була. Уларҙы артабан үрсетеүгә ҡалдырыу – иң яҡшыһы. Әгәр ҡуяндың инәһе даими рәүештә юғалтыуһыҙ, биштән ашыу бала тапһа, уларҙы һәйбәт ҡараһа, тимәк, был әсәнән тоҡом ҡалдырабыҙ.
Шулай итеп, әгәр ике инә, бер ата ҡуян алһағыҙ, артабан уларҙы үрсетеү эше – туҡтауһыҙ процесс. Был инәләрҙән алған ҡуяндарға ситтән ата һатып алыу иң отошлоһо булыр. Ҡанды алмаштырып тороу файҙаға ғына. Бер ҡуянды ике-өс йыл тоторға була. Артабан уны тоҡомға ҡалдырыуҙан фәтүә юҡ.
Ҡуяндарҙы иткә генә үрсеткәндә, тоҡомлоларын тоҡомһоҙға ҡушыу осраҡтары йыш осрай. Был үҙен ниндәйҙер кимәлдә аҡлай ҙа. Тоҡомһоҙ инәне тоҡомло атаға ҡушһаң, балалары эрерәк, көслөрәк була. Тик был ҡуяндарҙы иткә генә ҡулланырға кәңәш итәм, сөнки артабан алынған тоҡомдоң ауырыуҙарға иммунитеты булмай, тоҡом сифаттарын да юғалта.
Һарайҙағы ҡуяндарҙың тоҡомон һаҡлау өсөн иҫәп дәфтәре алып барыу – иң яҡшы ысул. Бер бағанаға инә ҡуяндарҙың исемдәрен яҙам. Мәҫәлән, сентябрҙә ике ҡуяным балаланы: ояһында нисә бала булғанын теркәп ҡуям. Был ҡуяндарҙан тоҡом ҡалдырһам, исем ҡушып, исемлеккә индерәм. Йыл аҙағында инә ҡуяндың нисә тапҡыр балалағанын, күпме бәпес килтергәнен иҫәпләүе һәм артабан уның менән “контрактты” оҙайтырға кәрәкме-юҡмы икәнлеге күренеп тора.
Тәжрибәле ҡуян үрсетеүселәр тоҡомсолоҡ эшен өс өлөшкә бүлә: 60 – 90 көн дауамында ҡуян балаларын ояһында күҙәтә. Икенсе этап – инәһенән айырғас. Был осор ҡуян балалары өсөн иң ауыры. Ошо мәлдә улар ауырыуға дусар була, һәләк булыуҙары ихтимал. Уларҙың араһынан көслөһөн һайлап алыу ҡыйын түгел. Ә бына өсөнсө этап ҡуян тотҡан хужа өсөн иң ауыры. Тоҡомға ҡалдырылған инә ҡуян тәүге тапҡырҙан уҡ һәйбәт әсә булып китә алмай. Был бик һирәк осраҡта ғына була (мәҫәлән, минең тәжрибәмдә). Йә иһә бала таба ла йөнөн йолҡмай, бәпестәре өшөп үлә. Йә ашата белмәй, йә ҡыҙғанып баҫып үлтерә. Ундай ҡуяндарға икенсе тапҡыр үҙен һынап ҡарарға мөмкинлек бирәм. Инде икенсе тапҡыр ҙа эш уңмай икән, был инә менән хушлашырға тура киләсәк.
Ата ҡуянға килгәндә, ул – һарайҙа хужа! Үҙенең баһаһын белә. Көслө, ысын ир-ат. Һуғышҡан, сапсышҡан, тешләшкән ата менән шунда уҡ хушлашам. Ата ҡуянды бер йылдан ашыу тотмайым. Йыш алмаштырам. Күпселек ваҡытта ситтән һатып алам. Миңә шулай уңайлыраҡ. 10 инәгә бер ата етә. Ә тоҡомло ҡуяндарға ҡараш ошолайыраҡ: бер ата, ике инә һатып алам. Тоҡом оҡшаһа, артабан үрсетергә теләк булһа, инә ҡуяндарға яңы ата алам.
Тоҡомға ҡуян ҡалдырырға теләһәгеҙ, нимәгә иғтибар итергә кәрәк?
Үрсетергәме, юҡмы?
Ике балам да аллергиянан йонсой. Минең өсөн өҫтәлдә экологик йәһәттән таҙа иттең күберәк булыуы шарт. Ҡуян ите – диетик ризыҡ. Ул организмда 90 процентҡа эшкәртелә. Бәләкәй балаларға ит ашата башлағанда ла иң тәүҙә ҡуян ите бирәләр.
Ҡуян балаларын, ике айы тулғас, һатыуға ҡуям. Ике айын еткергән ҡуяндарға прививкалар эшләйем, йодлы һыу эсерәм. Ябай ҡуян балаһына 500 һум хаҡ билдәләйем. Ошо уҡ йәштә булған тоҡомло ҡуяндың хаҡы – 1000 һум. Һуңынан ай һайын ҡурҡмайынса 500 һум өҫтәп торорға була. Тимәк, бер оянан кәм тигәндә биш бала үҫте икән, ябай ҡуяндың ояһынан – 2500 һум, тоҡомло ҡуяндыҡынан биш мең һум аҡса эшләйбеҙ. 10 инә ҡуяндың балаһын – биш меңгә, тоҡомло инә ҡуяндыҡын 10 мең һумға һатып ебәрәбеҙ. Йыл дауамында ҡуяндарҙы биш тапҡыр аталандырһаҡ, 12 500 йә 25 000 һум аҡса эшләйбеҙ.
Итен һатыу ҙа килемле. Бер килограмм ҡуян ите 350 – 400 һум. Кәм тигәндә, ул 700-800 һумға тартасаҡ.
Өҫтәлгә ҡуйылған ҡуян итенең баһаһы аңлатып бөтөрлөк түгел. Тәүге осорҙа уны байрамдарҙа ғына ашай инек. Хәҙер иһә ҡасан теләйбеҙ, шунда бешерәбеҙ, күстәнәскә лә йәлләмәй тотторабыҙ.
Лилиә НУРЕТДИНОВА