Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2023, 16:46

Яҡынығыҙ алыҫта булһа ла...

inpearls.ru
Фото:inpearls.ru

“Тормош иптәшем Азаматты хәрби хеҙмәткә алдылар. Ике бала тәрбиәләйбеҙ. Тормошобоҙ быға тиклем тигеҙ һәм ыңғай барҙы. Аңлашып, бер-беребеҙҙе яратып йәшәнек. Йәмәғәтем һәйбәт ерҙә эшләне, аҡсаны мул алды. Ғаилә башлығы ул ине: бөтә яуаплы ҡарарҙарҙы ҡабул итте, беҙгә ел-ямғыр тейҙермәне.

Азаматты оҙатҡандан һуң, үҙемде ҡулға ала алмайым. Башҡа насар уйҙар килә, ыңғай ғына фекерләп булмай. Ҡурҡыта. Ирем һәм балаларым өсөн үҙгәрергә, насар уйҙарҙы ҡыуырға кәрәклеген һәйбәт аңлаһам да, көс таба алмайым. Ауылда йәшәгәс, психологка барып күренеү мөмкинлеге лә юҡ.

 

Л. (Исем-шәрифемде атамайым)”.

 

Гүзәл ФИҘАҒИЕВА-ХАРИСОВА,

бизнес-психолог:

 

– Бөтә илде шундай хис-тойғо биләп алды. Айырыуса яҡындарын хәрби хеҙмәткә оҙатҡандар ауыр уйҙарға батты. Тик был осраҡта шуға иғтибарҙы йүнәлткем килә: борсолоу тойғоһо белдереп, улар үҙебеҙҙең һөйөү хисен күрһәтәбеҙ тип уйлай. Ә ысынында иһә кеше ҡайғырып, борсолоп йөрөһә, был тойғо мөхәббәт түгел, уның нигеҙендә ҡурҡыу йәшеренгән. Ә хәүефләнеү туғандарығыҙға ла күсә. Мөхәббәт – ул ыңғай энергия, ҡурҡыу тойғоһоноң иһә кире йоғонто биргән энергия икәнлеген онотмағыҙ.

Тәү сиратта тынысланығыҙ. Ирегеҙгә, туғаны­ғыҙға, ҡустығыҙға ышанығыҙ. Балаларығыҙға атай­ҙары тураһында яҡшы хәбәр генә һөйләгеҙ: атай – көслө, һау-сәләмәт, маҡсатына әлгәшә белгән ысын ир-егет. Иҫләйһегеҙме, теге саҡ ул (тормоштан алынған хәлде иҫләп, миҫал килтерегеҙ) хәлдән тиҙ генә сығыу юлын тапты. Был юлы ла шулай буласаҡ, тип тынысландырығыҙ.

Икенсенән, ҡурҡыу тойғоһо йөрөтөп, хәлде бер нисек тә ыңғай яҡҡа үҙгәртеп булмай, кире йоғонто яһауығыҙ ихтимал, ул хәлде ала, кәйефте төшөрә.

Әлеге айырылышыу мәлен файҙаға бороғоҙ: үҙе­геҙгә ваҡыт бүлегеҙ. Гимнастика, бәйләү, сигеү йә башҡа берәй шөғөл табығыҙ. Мин был осраҡта свитер йә йөн ойоҡ бәйләргә кәңәш итәм. Ирем ҡайтҡас, кейер тип әҙерләп ҡуйығыҙ. Уға бындай бүләк оҡшар, балалар иһә һеҙҙең көтөүегеҙҙе, тыныс ҡына нимәлер эшләүегеҙҙе күреп, артыҡ хәүеф­ләнмәҫ.

Әлеге мәлдә хәрби хеҙмәткә алынған барлыҡ ир-егеттәргә бары ышаныс, һөйөү һәм йылы һүҙҙәр кәрәк: “Мин һиңә ышанам”, “яратам”, “һин булдыраһың” тигән һүҙбәйләнештәрҙе ҡулланып һөйләшегеҙ. Ышаныс, мөхәббәт тойғоһо кешелекте тыныслыҡҡа алып килә, кешене тынысландыра. Яҡынығыҙ алыҫта булһа ла, һеҙҙең ышанысты тойоп йөрөр. “Ҡурҡам”, “хәүефләнәм”, “ауырыйым” тигән һүҙҙәрҙе бөтөнләй ҡулланмағыҙ. Яҡынығыҙҙа ла хәүефләнеү тойғоһо уятмағыҙ.

Өйҙә үҙҙәрен көткәндәрен, яратҡандарын белеү уларға көс өҫтәр.

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас: