Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2023, 15:19

Борт оҙатыусы: уйҙырма һәм ысынбарлыҡ Нисек стюардесса булырға?

Һауа, самолет, төрлө илдәр... Стюардесса булырға хыялланмаған ҡыҙҙар һирәктер. Үҫмер саҡта үҙемдең дә күңел түрендә ошондай уй-хыялдар йәшәгәйне. Тик ниңәлер уйҙан ары китмәне. Сәйәхәт итеү мөмкинлеге биргән һөнәргә нисек киләләр икән?! Һәр кемгә лә был һөнәр тап киләме? Һөнәр һайлаған, үҙен эҙләгән ҡыҙҙарға ярҙам итеү маҡсатында стюардесса ҡыҙҙарға мөрәжәғәт иттек.

 

– Ҡыҙҙар, үҙегеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле.

Шәүрә: Мин – Шәүрә Хәсәнова. Башҡортостандың иң матур ауылдарының береһе – Мерәҫтән. Баймаҡ лицей-интернатында белем алдым. Сибай институтын һәм Ҡазан авиация өлкәһен тамамланым. Әлеге көндә Мәскәү ҡалаһында йәшәйем. Стюардесса булып эшләгәнемә биш йыл.

Наҙгөл: Наҙгөл Хәйбуллина булам. Белорет районынанмын.

 

– Был һөнәргә нисек кил­дегеҙ?

Шәүрә: Башҡорт дәүләт универ­ситетының Сибай институтын тамам­лағас, һөнәрем буйынса эш­ләгем килмәне. Мин – тәржемәсе, инглиз теле уҡытыусыһымын. Стюардесса булырға хыялым бар ине. Иғлан күреп ҡалдым да Ҡазан ҡалаһына уҡырға киттем.

Наҙгөл: Мәхмүт урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға индем. “Work and travel” махсус програм­маһында ҡатнашып, студент саҡта тәүге тапҡыр сит илгә остом. Шул сәйәхәттән һуң бөтә донъяны күреү теләге уянды. Диплом алғас, бер нисә авиакомпанияға резюме ебәрҙем һәм “Аэрофлот” авиа­компанияһын һайланым.

 

– Стюардессамы, әллә борт оҙа­тыу­сымы? Улар икеһе ике төрлө һөнәрме? Ғөмүмән, һеҙҙең эшегеҙ нимәнән ғибәрәт?

Шәүрә: Дөрөҫөрәге борт оҙатыусы.

Наҙгөл: Борт оҙатыусы документацияла ҡулланыла, һөнәрҙең рәсми атамаһы, стюардесса ябай аралашҡанда.

Пассажирҙарҙы ҡаршы алабыҙ, оҙатабыҙ, балаларға уйынсыҡтар таратабыҙ, бизнес класта эсем­лектәр тәҡдим итәбеҙ, гарде­роб­ҡа кейемдәрен эләбеҙ, оҙон рейс­тарҙа (5 сәғәт+) бөтә пассажирҙарға ла юл йы­йылмаһы (теш пастаһы, щетка, крем, эске аяҡ кейеме), ҡо­лаҡсындар таратабыҙ. Са­мо­лёт­тағы авария-ҡотҡарыу ҡорамал­дары менән таныштырабыҙ. Хәүефһеҙлек ҡа­йыштарын тағырға, ҡотҡарыу жилетын нисек өрөргә, һауа баҫымы кәмегән ваҡытта масканы нисек кейергә өйрәтәбеҙ. Кабинаны осошҡа әҙерләйбеҙ. Пассажирҙарға ашарға тәҡдим итәбеҙ, гәзит-журналдар таратабыҙ, хәүеф­һеҙлек ҡайыштарын тикшереп торабыҙ.

 

– Осорға ҡурҡмайһығыҙмы?

Шәүрә: Юҡ. Ҡурҡһам эшләмәҫ инем. Беренсе тапҡыр стюар­дессаға уҡып йөрөгән саҡта остом. Ҡурҡһам, бәлки, уҡыуымды ла ташлар инем.

Наҙгөл: Юҡ, осорға ҡурҡмайым, ерҙән 10–12 саҡрым алыҫ булғанымды һиҙмәйем дә, офиста эшләгән кеүек тоям үҙемде.

 

– Был һөнәр һаулыҡ өсөн хәүефле түгелме?

Шәүрә: Һәр эштең дә организм өсөн зыяны бар инде ул. Беҙҙең эштә, мәҫәлән, йыш сәғәт алмашыныуы, һауа баҫымы кире тәьҫир итә. Варикоз барлыҡҡа килеүе лә мөмкин. Йыш ҡына төнөн дә эшләргә тура килә. Уның ҡарауы, төрлө илдәрҙе гиҙәбеҙ, күп кешеләр менән танышабыҙ, ҡышын күберәк йылы яҡта йөрөгәс, сатлама һыуыҡтарҙы ла күрмәйбеҙ.

Наҙгөл: Ысынында был һөнәр һаулыҡҡа зарарлы һанала, шуға пилоттар һәм борт оҙатыусылар хаҡлы ялға иртәрәк сыға, йылына 72 көн отпуск бирелә.

 

– Кемдәр стюардесса була ала? Ниндәй талаптар ҡуйыла?

Шәүрә: Был һөнәргә ныҡ ке­шеләр килә. Ауырлыҡтарҙы күтәрә алмаған, еңел холоҡ­лолар был эш­тә оҙаҡ тормайҙар. Күп ваҡыт пассажирҙар менән эшләйһең. Был да үҙенә күрә ҙур яуаплылыҡ, сөнки төрлө кешеләр осрай. Нисәмә кеше – шунса холоҡ тигәндәй. Пасса­жирҙар менән эшләй белеү – төп шарт.

Ғөмүмән, эшкә урынлашыуға кил­гәндә, авиаком­пания­ларҙың талаптары төрлөсә. Сайттарынан ҡарап танышырға бу­ла. Һаулығы ныҡ, халыҡ-ара телдәр бел­гән, төрлө хәлдәрҙә юғалып ҡалмаған, һорауҙарға дөрөҫ, матур яуап бирә алған кешеләрҙе эшкә алалар.

Наҙгөл: Кеше менән аралашыу – иң ҡыйыны, сөнки төрлө кеше осрай, бөтәһенә лә ярап булмай. Стюардесса – компанияның йөҙө. Клиенттар хеҙмәтләндереү менән риза булмаһалар ҙа һиңә әйтәләр.

График алмашыныуы ауырыраҡ бирелә, Владивосток, Хабаровск ҡалаларынан һуң кире режимға ҡайтыуы ауыр. Бында кешенең психологияһы тураһында ла әйтеп китергә кәрәк: күптәр осорға ҡурҡа, тик белгертергә тырышмай, һәм һауала ошо ҡурҡыу агрессия аша сығырға мөмкин.

 

– Бизнес класс менән эконом класс нимәһе менән айырыла?

Шәүрә: Бизнес класта күбе­һенсә бай, билдәле кешеләр оса. Эконом класта билеттар арза­ныраҡ. Шарттары айырыла. 

Наҙгөл: Урындар һаны менән айырыла. Мәҫәлән, “Аэробус-320”-не алып ҡарайыҡ, унда бизнес класта – 8 – 20, ә экономда 130 – 150 урын. Бизнес класта креслолар ҙурыраҡ, аралары ла алыҫ, шуға ла уңай­лыраҡ. Туҡланыу буйынса ла айырыла. Ултырғанда һәм сыҡҡанда, иң беренсе сиратта бизнес класс пассажирҙары тора. Унда гардероб та бар. Айырмалары бик күп, оҙаҡ һанарға була.

 

– Осҡан мәлдә берәй ҡыҙыҡлы хәлгә осрағанығыҙ бармы?

Шәүрә: Хабаровскиға осҡан мәлдә  бер ағай осраны. Ул Мәскәү ҡалаһында хәрби оркестрҙың дирижеры. Ул минең башҡорт икә­нем­де белгәс, танышып киттек. Солист ҡыҙыҡайҙы минең өсөн башҡортса йырлауын һораны. Был минең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Өфө ҡалаһынан рейстар булһа, интернет аша таныған кешеләр осрай. “Беҙ һеҙҙе беләбеҙ” тип әйткәндәре бар.

Наҙгөл: Бер миҫал килтергем килә. Беҙҙе беренсе ярҙам күрһәтергә уҡыталар. Был ябай тормошта ла ярҙам итте. Автобуста китеп барғанда, өйәнәк менән ауырыған бер ҡыҙ иҫен юғалтты. Мин уға беренсе ярҙам күрһәттем.

 

– Ниндәй илдәрҙә булғанығыҙ бар?

Шәүрә: Күп илдәрҙә булғаным бар. Һанағаным юҡ, ун бишләп илдә булдым, тип аныҡ ҡына әйтә алам. Төрлөсә булғылай: бер нисә сәғәткә, көнгә ҡалдырырға мөмкин, бер-ике аҙна ла ҡалғаныбыҙ бар. Ул ваҡытта ял итәһең. Таиланд, Куба, Вьетнам һәм Төркиә оҡшаны.

Наҙгөл: Күп рейстар кире әйлә­нә торған. Йәғни осоп килеп кеше­ләрҙе төшөрәһең дә, яңыларын йыйып алып, кире осаһың. Шуға ла күп ҡалаларҙы күреп булманы. Испания, Ҡаҙағстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Израиль, Ҡытай, Вьетнам һәм Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында булғаным бар.

 

– Ун йылдан һуң үҙегеҙҙе нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Карьера баҫҡы­сынан күтәрелеү мөмкинлеге бармы?

Шәүрә: Минең төп эшемдән тыш ҡыҙыҡһыныуҙарым да күп. Үҙемде был өлкәгә генә бәйләгем килмәй.

Наҙгөл: Ун йылдан һуң да авиацияла ҡалғым килә, карьера баҫ­ҡысы бар: бизнес класта эшләргә йә өлкән борт оҙатыусы булырға. Инструктор булып яңы килгән йәштәрҙе өйрәтергә йә тикше­реүҙәр үткәрергә мөмкин.

 

– Буш ваҡытығыҙҙы нисек үт­кәрәһегеҙ? Шәхси тормош ме­нән эште берҙәй алып барып буламы?

Шәүрә: Мәскәүҙә үҙеңдең ҡы­ҙыҡһыныуың буйынса йәнең телә­гән нимәләр менән шөғөллә­нергә мөмкин. Мәскәү башҡорттары ме­нән төрлө сараларға йөрөйбөҙ. Бер-беребеҙ менән күрешеп аралашабыҙ. Кастингтарҙа, мода күрһәтеүҙә модель булараҡ сығыш яһайым. Буш ваҡыт булһа, күбеһенсә ял итергә тырышам.

Наҙгөл: Буш ваҡыт етәрлек, отпуск та ҙур. Велосипедта оҙон араларға сәйәхәткә сығырға, китап уҡырға, Мәскәүҙең төрлө парктарында ваҡыт үткәрергә яратам.

Ғаиләле пилоттар һәм борт­ оҙа­тыусылар күп, эш ваҡыты офистағы кеүек күп булмағас һәм ҙур отпуск арҡаһында, минеңсә, ғаилә ҡорорға шарттар һәйбәтерәк. Бала үҫтер­гәндә генә ҡатмарлаша, сөнки рейс­тан төнөн дә ҡайтып инергә, иртә менән дә сығып китергә мөмкин. Балалар баҡсаһына, мәктәпкә алып барып, алып ҡайтыусы кәрәк, тип әйтмәксемен.

 

– Ниндәй ҡаҙаныштарығыҙ бар?

Шәүрә: Беҙҙең эштә ундай нимә юҡ. Бөтәһенә лә бер иш ҡарайҙар.

Наҙгөл: Өс ай һайын премиялар була. Мәҫәлән, сәғәттәр һанын ҡалдырмай үтәп барһаң.

 

– Ҡатын-ҡыҙҙар осоусы була аламы? Әгәр булһа, ундайҙар осрағаны бармы?

Шәүрә: Ҡатын-ҡыҙ пилоттар бар ул. Икенсе пилот булып та, командир булып та осалар. Әҙ, әммә бар.

Наҙгөл: Әлбиттә, була ала, ҡатын-ҡыҙ пилоттар менән осҡан да бар. Рәсәйҙә ике юғары уҡыу йорто бар – төньяҡ баш ҡалала һәм Ульяновскиҙа. Биш осоу училищеһы – Сасово, Бугруслан, Якутск, Красноярск, Красный Кут; Омск вертолет училищеһы эшләп килә.

 

– Утыҙ йәште үткән кеше, стюардесса булып эшкә урынлаша аламы? Әллә унда ниндәйҙер йәш сикләүҙәре бармы?

Шәүрә: Әлбиттә, була. Теләк кенә булһын. Һәр кем өсөн шәхсән, сәләмәтлек рөхсәт итһә, талаптарға яуап бирәһең икән, рәхим ит.

Наҙгөл: Юҡ, сикләүҙәр юҡ. Утыҙ-ҡырҡ йыллап эшләүселәр ҙә бар.

 

– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн һеҙгә рәхмәт, ҡыҙҙар. Осор һауа­ларығыҙ аяҙ булһын, юлығыҙҙа һәр ваҡыт изге кешеләр генә осраһын.

- Рузилә ИҪӘНБАЕВА

Читайте нас: