Ҡасандыр СССР тигән ҡеүәтле илдә урыҫ, украин, белорус, башҡорт, татар һәм башҡа йөҙәрләгән милләт оло бер ғаилә булып оҙаҡ йылдар татыу ғүмер кисерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1922 йылда төҙөлгән Советтар Союзы 1991 йылда юҡҡа сыҡты. Үткән быуаттың 30-сы йылдарында колхоз-совхоздар, завод-фабрикалар төҙөп, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец фашистарын ҡыйратып, һуғыштан һуңғы осорҙа оло ҡаҙаныштарға өлгәшкән дәүләттең бер көн эсендә селпәрәмә килеүен ул осор кешеләре бик ауыр кисерҙе...
Яҙмыш ҡушыуы буйынса Украинала ғүмер иткән Мелитополь ауыл хужалығын механизациялау институтының механизация факультеты деканы Заман (Хөснизаман) Хафиз улы Мөхәмәтшин дә килеп тыуған хәлдән шаңҡып ҡалды. “Ниндәй бөйөк илде харап иттеләр бит! Хәҙер ни ҡылырға?!” – ошо уйҙар тынғы бирмәне ғалимға.
Төн йоҡоларынан яҙған Замандың күҙ алдынан бер-бер артлы бала сағы, мәктәп йылдары, институтта, аспирантурала белем алған ваҡыттары үтте. Башҡортостандың урта самаһында урынлашҡан Ғафури районының Ерек ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫте ул. Башланғыс мәктәптән һуң һигеҙ саҡрым алыҫлыҡтағы Еҙем-Ҡаран мәктәбенә уҡырға барҙы. Ошо ауылдан сыҡҡан олуғ шағир Мәжит Ғафури китаптарының йоғонтоһо булдымы икән, үҙе лә аңлап етмәй, уға ла китап “ене” ҡағылғайны. Мәктәп китапханаһындағы барлыҡ хазинаны хәтер һандығына һалып ҡуйҙы.
Яҙын, көҙөн сабата кейеп йөрөргә, ә ҡыш көндәре фатирҙа йәшәргә тура килһә лә, Заман яңынан-яңы белем серҙәренә төшөнөргә ашҡынып торҙо. Кесе йәштән зирәк улының ғилемгә ынтылыуына һөйөнгән атаһы уны уҡытыу өсөн дә, фатирҙа тотоу өсөн дә аҡсаһын да, ризығын да тапты. “Аллаһы бирһә, улымды инженер итәм! Бик башлы малай!” – тип әйтергә яратыр ине Хафиз маһайыбыраҡ, Хөснизамандың техника тураһындағы китаптарға мөкиббән китеүен күреп.
Ауыл ерендә быға тиклем барлыҡ ауыр эштең – баҫыу һөрөүме, утын ташыумы – ат, үгеҙ, хатта һыйыр менән башҡарылыуы, 30 – 40-сы йылдарҙа бер нисә бөртөк кенә булһа ла трактор менән машинаның пәйҙә булыуы, бәлки, атай кешелә инженер һөнәренә айырым ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр. Уҡыу алдынғыһы Заман, 1956 йылда Еҙем-Ҡаран урта мәктәбен беренселәрҙән булып көмөш миҙалға тамамлап, артыҡ көс һалмайынса, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтына уҡырға керҙе. 1961 йылда механизация факультетын тик яҡшы билдәләргә тамамланы.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген йәш инженер-механик тыуған ауылы ҡараған “Ленинизм” колхозында башланы. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен техниканы биш бармағындай яҡшы белгән булдыҡлы белгес итеп танытты.
Бер мәл егеттең күҙенә мәктәп яғынан ҡайтып килгән зифа буйлы бер ҡыҙ салынды. Идарала эшләгән хеҙмәттәшенән уның кем икәнлеген белгәс, сибәркәй менән танышып та алды. Ул Бурлы мәктәбенә йүнәлтмә буйынса эшкә килгән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә исемле татар ҡыҙы булып сыҡты. Күрше Ауырғазы районы үҙәге Талбазынан икән. Әлфиә мыҡты кәүҙәле, төҫкә матур башҡорт егетенә беренсе күрешкәндә үк ғашиҡ булды. Тиҙҙән йәштәр ҡауышты, Бурлыла ҡыҙҙары Эльвира донъяға килде.
Бер ни ваҡыттан Заманға Ленинград аспирантураһына йүнәлтмә килеп төштө. Баҡтиһәң, үҙе белем алған институт юллаған икән был йүнәлтмәне. Ҡатынын Эльвира ҡыҙҙары менән Талбазыла ҡалдырып, үҙе фанер сумаҙанын тотоп, Пушкино ҡалаһына уҡырға юлланды. Дөйөм ятаҡтан айырым бүлмә алғас, бер йылдан йәш ғалим ғаиләһен ҡайтып алды.
Заман ауыл хужалығы йүнәлешендәге аспирантураны уңышлы тамамлап, 1969 йылда техник фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә эйә булды. Уны ошо ҡалала урынлашҡан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институтына эшкә саҡырҙылар. Ләкин хәләл ефете Әлфиәгә ундағы климат килешмәй тип, врачтар йылы яҡҡа күсергә тәҡдим итте. Мөхәмәтшиндәр ғаиләһе Украинаның диңгеҙгә яҡын ҡалаһын һайланы – 1970 йылда шул тарафҡа күсенеп тә киттеләр.
Ғәмәли йәһәттән дә, ғилми яҡтан да ауыл хужалығы техникаһын төплө белгән йәш ғалим-инженерҙы Мелитополь ауыл хужалығын механизациялау институтына эшкә ҡуш ҡуллап ҡабул иттеләр. Күп тә үтмәй ғаилә бәхетенә иш янына ҡуш булып малайҙары донъяға килде. Уға Валерий тип исем ҡуштылар.
Яңы эш урынында Заман Хафиз улы ябай уҡытыусынан алып доцент, профессор дәрәжәләренә һәм кафедра мөдире, декан вазифаларына ҡәҙәр ирешеп, юғары уҡыу йорто етәкселеге, хеҙмәттәштәре һәм студенттар араһында оло абруй һәм ихтирам ҡаҙанды.
Сирек быуат эсендә юғары уҡыу йорто бер нисә тапҡыр исемен алмаштырҙы: башта институт, артабан Таврия агротехнология академияһы, һуңынан университет булып китте. Ошо йылдарҙа Заман Мөхәмәтшин украиндар мөхитендә үҙен маһир уҡытыусы, оҫта ойоштороусы, юғары мәҙәниәтле ғалим-тикшеренеүсе итеп танытты. Ауыл хужалығы техникаһын камиллаштырыу өлкәһендә байтаҡ яңылыҡтар уйлап тапты, патенттар алды, ғилми асыштары тураһында фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһаны, төрлө баҫмаларҙа фәнни мәҡәләләре, төплө хеҙмәттәре донъя күрҙе.
Заман Хафиз улының тыуған республикаһы менән дә аралары һыуынманы. Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институты кисәге студентын, хәҙер инде Украинала дан ҡаҙанған инженер-ғалимды, яйы сыҡҡан һайын төрлө сараларға саҡырып торҙо. Мәҫәлән, профессор З.Х. Мөхәмәтшин 1987 йылда Өфөгә дәүләт имтихандары комиссияһы рәйесе булараҡ саҡырылды. Башҡортостандың ауыл хужалығы тармағын инженерҙар менән тәьмин итеүҙә лә әҙме-күпме өлөшөм бар, тип уйҙар йомғағын һүтә бирҙе ғалим. Өфөгә килгән сағында тыуған ауылына ла ҡайтып килергә тырышты. Туғандары менән аралашып, бала саҡ эҙҙәре һаҡланған урман, һыу буйҙарын ҡыҙырып килергә лә форсат тапты ул.
Украинаның ауыл хужалығы тармағын юғары квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеүҙә һәм фән өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн Заман Мөхәмәтшин миҙалдар, Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Улар араһында, мәҫәлән, СССР-ҙың ауыл хужалығы министры В. Месяц ҡул ҡуйған Почет грамотаһы айырыуса ҡәҙерле уға.
Ире менән бер юғары уҡыу йортонда оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән Әлфиә Әстәх ҡыҙы ла “Таврия агротехнология университетының маҡтаулы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Сит-ят ерҙә Мөхәмәтшиндәрҙең ғүмере заяға үтмәне, тик ҡеүәтле илдең күҙ асып йомған арала тар-мар ителеүе уларҙың бәғерен телде.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың бәхетле тормошо оҙаҡ дауам итмәй: тыуған яғына күсеп ҡайтыу хыялы менән йәшәгән, СССР тарҡалғандан һуң тамам төшөнкөлөккә бирелгән Заман Хафиз улы 1996 йылда йөрәк өйәнәгенән 58 йәшендә донъя ҡуя... Хәләл ефете Әлфиә Әстәх ҡыҙы иһә 2016 йылда вафат була.
Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тиҙәр бит: Мөхәмәтшиндәрҙең ҡыҙҙары Эльвира оҙаҡ йылдар Херсондағы машиналар һынау станцияһында эшләп, хаҡлы ялға сыға, Валерий – инженер-нефтсе, техник фәндәр кандидаты.
Ғалимдың уй-ниәтен балалары тормошҡа ашыра: Валерий Мөхәмәтшин, 2003 йылда атаһының кесе ватанына күсеп ҡайтып, хеҙмәт эшмәкәрлеген нефть тармағында дауам итә. Бөгөнгө көндә ул “Роснефть” компанияһының Өфөләге фәнни-техник үҙәгендә (РН-БашНИПИнефть) баш белгес булып эшләй. Утлы өйөрмәлә тороп ҡалған Херсонда йәшәүсе хаҡлы ялдағы Эльвира иһә яңыраҡ ҡына – октябрь айында Өфөгә ҡайтып төпләнә.
...Ил яҙмышы – ир яҙмышы, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Оло илебеҙ СССР-ҙың ярсыҡтары булып тороп ҡалған Рәсәй менән Украина араһында һуңғы йылдарҙа килеп тыуған сетерекле хәл ил торошон ғына түгел, әҙәм яҙмыштарын да тамам бутаны. Заман Мөхәмәтшиндең балалары тормош тигән йылғаның ике ярында ут йотоп, заман һынауҙарын татып, байтаҡ йылдар айырым йәшәргә мәжбүр булды. Шөкөр, хәҙер улар балалары менән ата-инәләре тыуып үҫкән ерҙә ғүмер кисерә.
– Тыуып үҫкән еремдә, Украинала, барған ҡан ҡойош бер туғандарҙың сәкәләшеүен хәтерләтә, – ти Валерий Заман улы, әсенеп. – Америка һәм Көнбайыштың мәкерле сәйәсәте ғүмер буйы бер ғаилә булып татыу ғүмер иткән халыҡтарҙы тамам дошманлаштырҙы. Әлбиттә, бик аяныс хәл. Ә беҙҙең яҙмыш – ике илдең яҙмышы сағылышы.
Ошо көндәрҙә профессор З.Х. Мөхәмәтшиндең тыуыуына 85 йыл тула. Гәзит уҡыусылар уның тураһындағы ҡыҫҡаса мәғлүмәтте уҡып, Украинала ил азатлығы өсөн башын һалған совет һалдаттары менән бер ерҙә мәңгелек йоҡоға талған, ошо төбәктең ауыл хужалығы, мәғарифы һәм фәне тарихында яҡты эҙ ҡалдырған күренекле яҡташыбыҙҙы иҫкә алһын ине.
- Ниязбай СӘЛИМОВ