Был көндө Өфөнөң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ниндәйҙер мөғжизәле сара барғаны әллә ҡайҙан күренеп тора ине. Тышта уҡ балаларҙы ҡаршылап торған тылсымлы әкиәттәр геройҙары ошолай уйларға сәбәп бирҙе. Ысынлап та, бөгөн бында ҙур байрам – “Аксаков шыршыһы – 2023” ойошторолдо.
Яңы йыл байрамы үтеп тә китте, ә бына театрҙа әле һаман байрам рухы тантана итә. Бәләкәй ҡунаҡтарҙы биҙәлгән шыршы, Ҡыш бабай санаһы, байрам геройҙары ҡаршы алды. Сара 250 бала өсөн ойошторолдо. Улар – инвалид балалар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең балалары ине. Ҡунаҡтар республиканың төрлө ҡалалары һәм райондарынан йыйылды.
Бәләкәйҙәрҙе ишек төбөнән үк бүләктәр, уйынсыҡтар һәм тәмлекәстәр биреп ҡаршы алдылар. Һәр теләгән сабыйҙың битенә сағыу аквагрим төшөрөлдө. Театрҙың сағыу урындарында фотоға төшөргә була ине. Аҙаҡ балалар шыршы янында йыйылды. Бында иһә уларҙы билдәле фокус күрһәтеүсе Макс Брайт ҡаршы алды һәм ҡыҙыҡлы тамаша күрһәтеп күңелдәрен күтәрҙе. Ниндәй Яңы йыл кисәһе Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуһыҙ үтһен? Әлбиттә, улар ҙа килде һәм балаларҙы байрам менән тәбрикләне.
– Был байрамға тәүге тапҡыр килдем, шул тиклем оҡшай! Мин Өфөлә йәшәйем, дүртенсе класта уҡыйым. Тик “бишле” билдәләренә өлгәшәм, шуға саҡырҙылар. Артабан да тырышып уҡырға стимул, – тине Өфө ҡыҙы Камила.
Өфө районынан килгән Искәндәр иһә театр менән һоҡланыуын йәшерә алманы.
– Опера һәм балет театрын тәүге тапҡыр күрәм, ул шундай матур икән. Бындағы шыршы байрамы башҡаларға оҡшамаған. Ишек төбөндә торған апайҙар бигерәк алсаҡ, йылмайып ҡына торалар, инеү менән тәтәй бирҙеләр, фокустар ҡарап иҫем китте, ҡыҫҡаһы, ныҡ оҡшай, – тине малай.
Бәләкәй ҡунаҡтарҙы “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова сәләмләне.
– Ҡәҙерле балалар, ата-әсәйҙәр, беҙҙең традицион “Аксаков шыршыһы”на рәхим итегеҙ! Һеҙгә бында оҡшайҙыр тип ышанам. Бөгөн һеҙҙән иң ҡыйыу һәм сағыу теләктәрегеҙҙе теләүҙе һорайым – Йыһан уның тормошҡа ашыуында ярҙам итергә тейеш, сөнки ул хыяллана белгәндәргә ярҙам итә. Тағы ата-әсәләрегеҙгә һеҙҙең тәрбиәле булғанығыҙ, ихлас йылмайғанығыҙ өсөн рәхмәт әйткем килә. Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған, һеҙҙең бәхетле бала сағығыҙҙы яҡлаған ҡаһармаған атайҙарығыҙға рәхмәт. Шулай уҡ был сараны ойошторорға ярҙам иткән бағыусыларға ҙур рәхмәт. Һеҙ изге эш башҡараһығыҙ, – тине ул.
Шыршы тирәһендә уйнап туйғас, балаларҙы залға сыҡырҙылар. Унда улар “Щелкунчик” спектаклен ҡараны. Ә сара һуңында балаларға бағыусылар бүләктәр тапшырҙы.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары –финанс министры Лира Иғтисамова, Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова байрамдың абруйлы ҡунаҡтары булды.
Тәүге тапҡыр “Аксаков шыршыһы” шәфҡәт күрһәтеүселәр аҡсаһына 2019 йылда уҙҙы. Ул саҡта шәфҡәт күрһәтеүселәр менән осрашыуҙы республика Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе, шунан һуң бындай байрамдарҙы республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында үткәрергә ҡушты. Йыл һайын махсус хәйриә акцияһы үҫеш яғынан үҙенсәлекле, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙәге балалар өсөн ойошторола. Сара социомәҙәни интеграцияға һәм балаларҙы социалләштереүгә йүнәлтелгән.
Быйылғы бағыусылар:
“Транснефть – УРАЛ” акционерҙар йәмғиәте; “Башспирт” акционерҙар йәмғиәте; УНИСТРОЙ; Һаҡлыҡ банкы; “МАУ” акционерҙар йәмғиәте (Аэропорт); Өсөнсө ТРЕСТ компаниялар төркөмө; “Красный ключ”; “Үҫеш биләмәһе” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы; Таврос комплексы; “Лукойл Уралнефтепродукт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте; КМ-Инвест яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте; “Эш кейеме комбинаты” акционерҙар йәмғиәте; “Благодать” хәйриә фонды; “Әсә йөрәге” әсәләр советы; Асҡар Абдразаҡовтың Сәнғәт һәм кино мәҙәниәтенә булышлыҡ итеү, үҫтереү фонды.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.