Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2023, 15:42

“Яҡшы күрәм, күҙлекһеҙ уҡыйым”

90 йәштәге ағинәй гөрләтеп донъя көтә.

Һуғыш... Ҡот осҡос был бер генә һүҙҙә әллә күпме күтәргеһеҙ ҡайғы-хәсрәт, әйтеп аңлатып бөтә алмаҫлыҡ әрнеү-ғазаптар ята. Бөйөк Ватан һуғышындағы үлемгә илткән аслыҡтың, яланғаслыҡтың, көс етмәҫ ауырлыҡтарҙың әселеген һуғыш осоро балалары ла үҙ иңдәрендә татыған. “Беҙ күргәнде балаларыбыҙ күрмәһен ине” тип йәшәй улар.

Һуғыштың һалҡын бурандары ҡа­ғылып, ниндәй генә ыҙалыҡтар күрмә­һен, фиҙакәр хеҙмәте, тырышлығы арҡаһында шәплеген, зиһен теүәл­леген, йөрәк йылыһын һаҡлап, күңел офоҡтарын тарайтмай, еребеҙгә тамыры менән берегеп, нур сәсеп йәшәй Өмөгөлсөм Хөснөтдин ҡыҙы Әхмә­ҙиева. Күптән инде 90-сы тиҫтәне ваҡлаған булһа ла, теремек инәй баҡса үҫтереп, мал тотоп, ҡош-ҡорт үрсетеп донъя көтә.

Ауылдағы мәҙәни-дини сараларҙы матурлап, йәм өҫтәп, уларҙың урта­һында ҡайнай. Йомшаҡ ҡына, яғымлы тауышлы инәйҙән ата-бабалар рухын таратыусы йылылыҡ, нур бөркөлә. Көлгәндә лә ныҡ әҙәпле йылмайыуы һөйкөмлөлөк өҫтәй. Ул да һуғыш балалары рәтенән.

– Олатайым Ҡәнәфиә Хисамет­диновтың өс улы – Абдуллатиф, Хөснөтдин һәм Ғилметдин һуғышҡа китә. Ғилметдин ағайым ғына әйләнеп ҡайтты, атайым Хөснөтдин, олатайым Абдуллатиф яу яланына ятып ҡалды. Атайым һуғыш осоронда ялға килеп китте, шунан Гөлйөҙөм һеңлем тыуҙы. Беҙ дүртәү ҡалғанбыҙ: Данияр, мин, Йәҙгәр, Ғизетдин. Ғизетдинебеҙ һу­ғыштан һуң үлде. Хәмиә менән ҡойоға барғандар. Бал ҡорто күсе гөжләп китеп ултырғанын күреп, шунан ҡурҡып, сарпыу ҡағылып, арыуланмай гүр эйәһе булды.

Һуғыш мәлендә аслыҡтан ныҡ ыҙаланыҡ. Йәй көндәрендә арғыл, либәҙә, һарына, ҡуҙғалаҡ, ҡыҫҡаһы, ниндәй үләнде ашарға була, шуны ашаныҡ. Арғыл йыуаһын тоҡлап алып ҡайтабыҙ ҙа таҙалап, йыуып, ҡаҙанға һалып бешереп ашайбыҙ. Булһа, ҡаймаҡҡа болғайбыҙ.

Һарына йыябыҙ күп итеп. Ҡойола таҙартабыҙ, һап-һары булып китә. Тышын әрсейбеҙ, иҫкеһен ташлайбыҙ. Һыйыр йыуаһы ныҡ әсе була. Уны бешермәйенсә ашап та булмай, етмәһә, ас ҡарынға.

Либәҙәне һуғып, он итеп тартып, ваҡ итеп икмәк эшләп, табаға майһыҙ ғына һалып бешерәбеҙ. Булһа, һөткә баҫҡанбыҙҙыр. Ҡышҡылыҡҡа еләк, муйыл, әлморон киптерәбеҙ. Ярай әле, һыйырыбыҙ булды. Яҙға ҡарай кешенең ризығы юҡ хәлендә була.

Олатайҙарҙың картуфы уңа торғайны. Уларҙың ырҙындарына барып, өшөгән картуф (крахмал) йыябыҙ. Колхоздың баҫыуында ла ятып ҡалған крахмалды йыйҙыҡ.

Һуғыш мәлендә мәтрүшкә эсеп бүгелде, таҡта сәй аҙаҡ ҡына сыҡты. Әүәл кеше тупланып йәшәне. Әсәйҙәр бергәләшеп Тайһары йылғаһы аша башаҡ йыйырға йөрөнө. Ағымы көслө булды. Торф араһынан сығып ята. Ул урын тәрән ине, яҡын да барырлыҡ түгел. Ташҡында ағып киткән кешеләр ҙә булды.

Баҫыуҙарҙы яндырһалар, тапҡан башаҡты ыуалаһаң, ҡурмас (ҡыҙҙы­рыл­ған бойҙай) сыға. Әсәйем уны тал­ҡан итеп тартып, сөгөнгә һалып майлай ҙа, кәбән итеп ҡойолған һаламды соҡоп, башаҡ эҙләргә китә. Өлкәндәр беҙҙе астан үлтермәйбеҙ тип ныҡ ыҙаланы. Бер нисә кеше йыйылышып баралар. Иртәнсәктән алып кискә тиклем бер сеүәтә йыя алһалар, һәйбәт әле. Беҙ шул талҡанды ашап, һыу эсәбеҙ ҙә ятабыҙ.

Урыҫтар яғындағы һаламды соҡоп туҙҙырып бөтәләрҙер инде. Тегеләр, белеп ҡалғас, һағалап тора, унан аттары менән сабып килеп етә. Әсәй­ҙәрҙе алып барып бикләйҙәр. Башаҡ йыйырға тип алып барған сеүәтә­ләрен генә түгел, ҡулдарындағы көмөш беләҙек, йөҙөк-һырғаларын, кейемдәге көмөш тәңкәләрен тартып алалар, шунан ҡурҡытып ҡайтарып ебәрәләр.

Ҡайһы берҙә кейемдәге шул тәңкә­ләрҙе ҡырҡып алып, магазинға биреп, ризыҡ алдыҡ. Ҡыш көнө ҡайһы бер өйҙәрҙә тимер генә мейес, ул тиҙ һыуы­на. Өшөгән кешеләр ҙә булды, – тип һөйләй Өмөгөлсөм Хөснөтдин ҡыҙы.

Өскүл, Рәхмәт, Яйҡар ауылдары ҡараған “Ҡыҙыл маяҡ” колхозы бай булған, тиҙәр. Беҙ бала саҡта ла биш-алты келәттәре бар ине. Аҙаҡ Шайморатов исемендәге колхозға берләш­кәндәр.

Өмөгөлсөм Хөснөтдин ҡыҙы әй­теүенсә, һуғыштан һуң да колхозда эш күп булған, халыҡ аяҡҡа баҫа алмай ыҙалай. Трактор һөйрәтеп, артынан бөтә кеше этеп, үҙ йөрөшлө булмаған тәгәрмәсле комбайнды Өскүл яғына Үҙәк башына алып киткәндәр. Көлтә бәйләгәндәр, һуҡҡандар. Аттан йәки үгеҙҙән тапаттырыр булғандар.

Үҙәк башында ырҙында тәүҙә ерҙе ҡырҙырып, шунда иген алып килеп ауҙарғандар. Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарылған, таңға тиклем бойҙай иләгәндәр. Өлкән иләккә дүрт биҙрә бойҙай һыйған. Көндөҙ ағас көрәк менән ташлап елгәргәндәр. Ел сыҡһын тип көтөп торғандар. Өмөгөлсөм Хөснөтдин ҡыҙы Тәғзимә Малыбаева менән төнө буйы бер машина бойҙайҙы иләгән.

– Иген булғас, ниңә әҙерәк ха­лыҡҡа ла бирмәҫкә инде, бишәр бала ҡалдыҡ. Таҙартылған бойҙайҙы көрәк менән машинаға тейәйбеҙ ҙә һуғышҡа оҙатабыҙ. Ул тамамланғандан һуң бер нисә йыл үткәс кенә аванс итеп колхоздан иген бирә башланылар. Исмәғил Хафизов Өскүл ауылындағы Биҙгенде йылғаһында һыу тирмәне эшләп ҡуйҙы, шунда алып бойҙайҙы барып, он итеп тарттырып алдылар.

Утынды бәләкәй сана менән һөй­рәтеп ташыйбыҙ. Малды ла йүнләп үҙе­беҙ тотона алманыҡ. Быҙауҙар баш­маҡ булып үҫеп етһә, һорап та тор­майҙар, алып сыға ла китәләр. Үҙе­беҙгә тәтемәй, эләкмәй бер ҙә генә.

Ун йәштән колхозға бесәнгә сыҡтыҡ. Сәйәр олатай бригадир булды. Сиңерткә тауы буйына 12 ҡыҙҙы алып бара ла бесән сабырға өйрәтә. 10 йәштән гел салғыла йөрөнөм. Шул тиклем ыҙаланыҡ, күрмәгәнде күрҙек. Аяҡта ла юҡ, өҫтөбөҙҙә лә юҡ, һау-һаҡ булғанбыҙҙыр инде, бирешмәнек, – тип иҫләй Өмөгөлсөм инәй.

IV класты тамамлағас, Байымда V класта ыҙалыҡ менән уҡый. Әсәһе ферма малын көтә. Ул да фермала кәзә, һарыҡ ҡарай.

– Ҡайҙа эшләһәм дә, мине Рәсүл исемле егет күҙәтеп йөрөгән. Мора­ҡайҙан яусы килгәнен ишетеп ҡалыу менән үҙе һората һалды. Уның ата-әсәһе булманы, Айнулла ҡайнағаларҙа үҫте. Вәлиулла олатай килеп, Ғил­метдин ағай менән уҙаҡташып, өсәр көн саҡырыштылар. Күсереп алып ҡайтыр ере лә булманы егетемдең.

Яҙға оҙатылып барҙым. Ҡобағош­тан мунса бураһы алып килеп, өй итеп ултырттыҡ. Бергәләп көтөү көттөк, – тип хәтирәләр ебен һүтте әңгәмәсем.

Өмөгөлсөм Хөснөтдин ҡыҙы сәсеү­ҙән дә, уңыш йыйғанда, бесәндән дә ситтә ҡалмай. 1975 йылдан алып хужалыҡ кәнсәһендә иҙән йыуа, таң менән мейес яға, дежур итә.

– Эш араһында яҙ көндәрендә йомортҡа, йөн һатабыҙ. Һарыҡ йөнөн Белоретҡа тоҡлап ташыныҡ. Йоморт­ҡаны һатырға күпләп йыябыҙ, тулмаһа, үтескә алып торабыҙ. 200 дана итәбеҙ, етмәһә, ул һыуҙан да ауыр. 15 литрлыҡ биҙрәгә тултырып ҡулға тотабыҙ, йөндө арҡаға йөкмәйбеҙ. Хәспиямал өләсәй менән сейә йыйып та һаттыҡ. Арба менән һөйрәтеп алып китә инек.

Еләк һатыу – Рәхмәттә борондан ҡалған кәсеп. Балалар менән йыйып, еләкте күп һаттыҡ, – ти ул.

Ире Рәсүл үлгәс, оҙаҡ ҡына яңғыҙы йәшәй ул. Һуңынан икенсе кешегә кейәүгә сығып, 25 йыл матур тормош ҡора.

– Һеңлемә – Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙына шул тиклем рәхмәт. “Умырзая” ансамбле ҡатын-ҡыҙҙарын Венгрияла ҡоролтай ойошторған боронғо төрки халыҡтарының йыйынына алып барҙы. Олоғайған көнөмдә күп ер-һыу күрһәтеп алып ҡайтты. Ауылдан сыҡҡаным да юҡ ине. Өфө, Мәскәү ҡалалары аша Венгрияның Будапешт ҡалаһына остоҡ. Йөрәге насар кеше ҡалайтып барыр икән самолетта, тип ҡурҡып бөттөләр. Һәп-һәйбәт йөрөп ҡайттым. Шөкөр! Би­герәк тә халыҡтың күплеге хайран ит­те. 37 илдән йыйылғандар. Унда ойош­торолған бөтә сараларҙа ҡатнаштым. Сәхнәлә йырланым, “Әйҙә, еңгә, бейеп ҡал!” тигән йыр көйөнә бейенем.

Балатон күлендә һыу индек. Дунай йылғаһы буйлап пароходта йөрөнөк, – тип матур иҫтәлектәре менән дә уртаҡлашты ағинәй. 

Өмөгөлсөм Хөснөтдин ҡыҙы ғүме­ре буйы мал аҫраны, 82 йәшкә тиклем һыйырҙан өҙөлмәне. Һарыҡтарын быйыл ғына тотонған, ә ҡош-ҡорто әле лә бар. Баҡсаһында алмағас, слива, ҡарағат, сейә ағастары, емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә, ә инде өйөн гөлдәр биҙәй.

– Гәзит-журналдарҙы күп алдырһам, уҡып өлгөрә алмайым, ә “Осҡон”до ташлағаным юҡ. Яҡшы күрәм, күҙлек­һеҙ уҡыйым, – ти ағинәй.

Бер нисә йыл “Умырзая” фольклор ансамбленә йөрөгән. Ике ул, өс ҡыҙ үҫтергән. Балаларына, ейән-ейәнсәр­ҙәренә терәк-таяныс та, шулай уҡ үҙе лә уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә.

Күбәләк ырыуының торналар ара­һына ҡараған зыялы Ғәликәйҙәр нәҫеле ҡыҙы, диңгеҙҙәй киң, мамыҡ­тай йом­шаҡ күңелле, саф намыҫлы, үтә лә баҫалҡы, тик сауаплы ғәмәлдәр генә башҡарған Өмөгөлсөм инәйгә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Артабан да беҙҙе ҡыуандырып, быуындар сылбырын өҙмәй, йөҙйәшәр булырға насип итһен уға.

 
Гүзәл ҮТӘБАЕВА

Әбйәлил районы.

Читайте нас: