Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ғинуар 2023, 14:19

Тамерлан Башҡортостанда булғанмы?

Был һорауға аныҡ ҡына яуап бирер өсөн тарихи һәм фольклор сығанаҡтарға мөрәжәғәт итеү фарыз.

Тамерлан башняһы ( иҫкеһе).
Тамерлан башняһы ( иҫкеһе).

Тамерлан (йәғни Аҡһаҡ Тимер) – хаким һәм ғәскәр башлығы. Башҡорттарҙа Тамерлан тип бигүк әйтмәйҙәр, шуға ла мин бында уның янына Аҡһаҡ Тимер тип ҡуйҙым. Ә уның тулы исеме былай: Әмир Тимур Баһадур Сәхипкарам ибн Чағатай (16 исемле Тимур!) Сәмәрҡәндтә Гур-Әмир мавзолейында ерләнгән. Плитә өҫтөнә Тимурҙың 16 исеме лә яҙылған, тиҙәр:  Тимурҙың тыуған ере – Шаһризабс шәһәре (ҡаласығы), атаһы – кенәз Чағатай.

 

Ғәҙеллек – көстә

 

Сәмәрҡәндтәге Гур-Әмир мавзолейы әле Бөйөк Тимур иҫән саҡта уҡ, уның өлкән ейәне һау сағында төҙөлә.

Тимур Әмир үҙенә бик ҙур һәм ҡаты тәртиптәге ғәскәр туплаған. Ҡара диңгеҙҙән алып Үҙәк Себер­гәсә йәйрәп ятҡан илдәргә хужа булған Тимур үҙенең баш ҡалаһы итеп Сәмәрҡәндте тәғәйенләгән. Ғүмеренең күп өлөшөн ул яуҙарҙа үткәрә. Һуғыштарҙың береһендә уның аяғы ныҡ яралана, аҡһаҡ булып ҡала. Шуға ла уны “Аҡһаҡ Тимер”, Тамерлан тип йөрөтә баш­лағандар.

Ҡалаларҙы ҡыйратып-яндырып, туҙҙырһа ла, яңыларын да төҙөткән. Үҙ көсө менән “тимер тәртип” урын­лаштырған.

“Барлыҡ Йыһанда Алла берәү булған кеүек, донъяла бер батша ғына идара итергә тейеш” тигән һүҙҙәрҙе ул әйткән тип һанайҙар.

Тимурҙың иң төп девизы: “Ғәҙел­лек – көстә. Көс – ғәҙеллектә”.

Аҡһаҡ Тимер Башҡортостанда булғанмы? Был һорауға тура һәм аныҡ ҡына яуап бирер өсөн тарихи һәм фольклор материалдарына мөрәжәғәт итеү фарыз. Әлбиттә, күп һанлы ғәскәр менән Яйыҡ йылғаһын аша сыҡҡан төбәк – ул башҡорт ырыуҙары Үҫәргән, Юрматы, Табын, Ҡыпсаҡ Тамъян, Түң­гәүер һ.б. ҡәүемдәр йәшәгән киң биләмә.

Улар барыһы ла тиерлек Аҡһаҡ Тимерҙең ҡара яуын ҡорал тотоп ҡаршы алған. Баҫҡынсылар менән ҡаты алышҡан һәм ныҡ ҡаршы торған башҡорт ырыуҙарының берәүһе хаҡында ғына яҙма ҡомартҡы һаҡланып ҡалған һәм беҙҙең дәүергә килеп еткән. Ул – Һарт ырыуы башлығы Яйыҡ бей етәкселегендә Дим – Өршәк – Аҡһыу (Ағиҙел) аралығында бер алай (полк) төҙөп Аҡһаҡ Тимер сарбаздары менән булған ҡаты алыш һүрәт­ләнгән хәтирә. Шартлы рәүештә был риүәйәт “Һуңғы Һартай” тип атала. Ул бары урыҫ телендә тәржемәлә генә һаҡланған. Башҡортсанан был әҫәрҙе М.Н. Касьянов 1935 йылда урыҫсаға тәржемә иткән. “Последний из Сартаева рода”ны ул “историческое предание” тип билдәләй. Башҡорт­саға уны Мөхтәр Сәғитов менән тел ғалимы Әкрәм Бейешев ҡайтара, һәм ул 1971 йылда “Ағиҙел” журналында донъя күрә.

Филология фәндәре докторы, профессор Ф. Нәҙершина был яҙма ҡомартҡыға шундай аңлатма бирә: “Йөкмәткеһенән күренеүенсә, “Һуңғы Һартай” хәтирәһендә, нигеҙҙә, ХIV быуат аҙағындағы ваҡиғалар, атап әйткәндә, Аҡһаҡ Тимерҙең Алтын Урҙа ханы Туҡтамыш менән бәрелеше дәүеренә һәм ошо осорҙа Һартай ырыуы башҡорттарының күргән яфа һәм юғалтыуҙары һүрәтләнә.

Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәренең ябырылыуы, тиңһеҙ алышта һартай­ҙарҙың ҡырылып бөтөүе хикәйә­тендә айырыуса Ялыҡ бейҙең үҙенең шәхси батырлығы, улдары Ҡармасан менән Сәрмәсәндең ҡаһарманлығы ентекле бәйән ителә.

“Яҙма хәлендә һаҡланып ҡалыуы хәтирәне ныҡлы реалистик нигеҙле ҡомартҡы итеп ҡабул итергә мөмкинлек тыуҙыра һәм танып белеү яғынан уның әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур”, – тигән баһа бирә ғалимә Ф. Нәҙершина үҙенең хеҙ­мәтендә. “Алтын Урҙа хандарының, аҙаҡ Аҡһаҡ Тимерҙең баҫып алған ерҙәрендәге халыҡты аяуһыҙ ҡырыуы тарихы яҙмалар менән раҫлана”, – тип билдәләй автор.

“Һуңғы Һартай” риүәйәт-хәтирә­һендә һүрәтләнгән ваҡиғалар ХIV быуаттың аҙағына, Аҡһаҡ Тимерҙең Уралда булған осорона ҡарай”, тигән һығымтаға килә Ф. Нәҙершина.

 

Аҡһаҡ Тимер – халыҡ ижадында

 

Башҡорт халыҡ ижадында Аҡһаҡ Тимергә бәйле риүәйәттәр ҙә һаҡланған. Шуларҙың икәүһен 1947 йылда яҙыусы Ғәли Ибраһимов яҙып алған (БХИ, “Риүәйәттәр, легендалар” томы, БКН, Өфө, 1980, 161-162 бб.). Бөтә донъяға баш булырға уйлаған Аҡһаҡ Тимерҙең, әгәр Башҡортостан халҡына уның шойҡаны теймәһә, уның тураһында һәр төрлө риүәйәттәр ҙә тыумаҫ ине тигән фекергә киленә уларҙы уҡығас.

“Башҡорт шәжәрәләре” (1960) китабында Аҡһаҡ Тимер тураһын­дағы иҫкәрмәләрҙә уның Тамерлан тип йөрөтөлөүе, Урта Азия әмире (ғәскәр башлығы), 1336 йылда тыуып, 1405 йылда вафат булыуы тураһында мәғлүмәт бар (187-се бит). Артабанғы иҫкәрмәлә: “Один из эпизодов участия башкир в борьбе с войсками Тимура описан в историческом предании “Последний из Сартаева рода” (Рукописный фонд Библ. БФАН СССР), тиелә.

Юрматы ҡәбиләһе шәжәрәһенә бирелгән аңлатмаларҙа Әмир Ти­мер­ҙең Алтын Урҙа ханы Туҡтамыш менән һуғышына бәйле ваҡиғалар телгә алына. 1391 йылда Башҡорт­остандың көньяҡ территорияһы аша ике бер-береһенә дошман армияның бөтә ерҙе бушлыҡҡа әйләндереп уҙып китеүе билдәле. Был ике ғәскәр Итил (Волга) һыуына ҡыуышып барып етеп, уның һул ҡушылдығы булған Ҡондорса (икенсе сығанаҡтарҙа – Ҡондоҙса) йылғаһы янындағы уйһыулыҡта осраша. Алыш бик ҡаты була. Бик күп юғалтыуҙар менән Туҡтамыш хан яу яланын ташлап ҡаса (“Башҡорт шәжәрәләре”, 179-сы бит).

Эҙләнеүҙәрҙән ниндәй һығымтаға килеп була? Беренсенән, башта ҡуйылған һорауға яуап шул: Алтын Урҙа ханы Туҡтамыштың ғәскәрен эҙәрлекләп, ҡыуып, Аҡһаҡ Тимер үҙенең бихисап армияһы менән Себер аша Уралға килеп еткән, Яйыҡ, Ағиҙел йылғалары аша сығып, бөтә көнсығыш һәм көньяҡ Башҡортостан аша үткән. Юлында ҡаршылыҡ күрһәткән башҡорт яугирҙәре менән дә осрашып, ҡанлы бәрелештәр булған. Шуларҙың береһе хаҡында беҙ “Һуңғы Һартай” риүәйәт-хәтирәһенән тулы мәғлүмәт алдыҡ. Унда ырыу башы Ялыҡ бей: “Мин атабәктәрҙең ҡорос ҡалҡанына бәреп нисәмә һөңгө һындырҙым. Улар минең алда тупраҡ ашап, ер тырнап ятты, ҡылысымдың үткер­леген йөҙбаштар ҙа, меңбаштар ҙа, ябай сарбаздар ҙа татыны. Тимер үҙе – йылан саҡҡыры! – минең уғым һыҙғырғанын ишетте”, тип иҫкә ала үткән яу хаҡында. (БХИ, IV т. БКН, 1999 (292-се бит).

Икенсенән, Аҡһаҡ Тимерҙең Башҡорт ерҙәрендә булыуы хаҡын­да тарихи мәғлүмәттәр һәм леген­даларҙың һаҡланып ҡалыуынан тыш, хәҙерге Силәбе өлкәһенең Варненский районында (Троицк ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышта 70-75 саҡрым самаһында) боронғо архитектура һәм тарих ҡомартҡыһы – Тамерлан башняһы һаҡланған. Был (кәшәнәне) Аҡһаҡ Тимер башҡорт ерендә үҙенең ҡыҙы Сәнәкә (Һанаҡа) иҫтәлегенә төҙөтә. Халыҡ легендаларынан мәғлүм булыуынса, атаһының һүҙен тыңламай, әсирлектәге һөйгән егете менән ҡасып киткән ҡыҙҙың фажиғәле үлеменә (егетен Аҡһаҡ Тимерҙең яугирҙәре үлтергәс, Сәнәкә лә үҙ-үҙенә ҡул һала) өнһөҙ һәйкәл булып ҡола яланда ҡалҡып торған был кәшәнә һылыу ҡыҙҙың аҫыл һөйәктәрен генә түгел, ә Аҡһаҡ Тимерҙең дә иҫтәлеген һаҡлай.

Әбйәлил районының Күсем ауылында тыуып үҫкән һәүәҫкәр рәссам, Башҡортостандың атҡаҙанған ветеринар врачы Йомор Атауллин Троицк зооветтехникумында уҡы­ғанда (1952–1956) далалағы ошо кәшәнәне күреп үҙенең билдәле “Тамерлан башняһы” тигән карти­наһын яҙа. Үҙ заманында картина күп кенә күргәҙмәләрҙә ҡуйылды.

 

Башҡорт илендә булыуы раҫ

 

Тора-бара Башҡортостан ҡаты һуғыш хәрәкәттәренең иң төп аренаһына әйләнеүен билдәләй тарихсы ғалимдар (Очерки по истории Башкирской АССР, т. 1, част первая, БКИ Уфа, 1956).

Аҡһаҡ Тимер сарбаздарына ҡаршы яу булып күтәрелгән Ялыҡ бей­ҙең яҡынса ҡайһы тирәлә йәшәүе, дошманды ҡайҙа ҡар­шылауы тураһында ла шул тарихи хәтирәнән төҫмөрләп була. Ер-һыу атамаларынан унда Аҡһыу тип телгә алынған йылға, моғайын, Ағиҙелдер. Уға Ҡармасан һәм Сәрмәсән йылғалары һул яҡтан килеп ҡушыла. Шул тирәлә Ялыҡ бейҙең үҙе һәм уландары йәшәгән төбәк. “Сейә­летүбәлә тирмәм тора”, тип хәбәр итә ул.

Аҡһаҡ Тимер баҫҡынсылары яҡынлай башлағас, Ялыҡ бей: “Мин уларҙың шығырлаҡ арбаларын тәү тапҡыр Сейәлетүбәнән уңда, төбәк аръяғында, күрҙем. Өс уҡ атымы ерҙә булһалар ҙа, уларҙың йөҙө миңә асыҡ күренә ине. Мин аңланым: улар үлем дә ҡоллоҡ алып килә. Уларҙың аттары менән дөйәләре беҙҙең һыуҙы эсеп, далаларҙы тапап бысратырын мин белә инем.

Мин киттем. Төркөстан еренән кил­гән Хөсәйенбәк әүлиәгә барып зыярат ҡылдым – ҡабул итмәне. Ҡадир әл-Исламға сәж(дә) ҡылдым – беҙҙең тирмәләрҙе яҡларға килмәне. Беҙ яңғыҙ инек.

Шуны күргәс, мин торҙом да: “Үлем дошманға!” – тип ҡысҡырҙым” (БХИ, IV том. “Китап”, 1999, 291 б.).

Күренеүенсә, Ялыҡ бейҙең тирмәһе торған Сейәлетүбә Хөсә­йенбәк кәшәнәһенә бигүк алыҫ арала түгелдер. Ә ул тарихи ҡомартҡы – Хөсәйенбәк мавзолейы – хәҙерге Шишмә районы Шишмә ҡасабаһына яҡын ғына. Был инде Дим буйы. Ә бына “Ҡадир әл Исламға сәж ҡылдым” тигәне аңлашылмай: кем ул Ҡадир әл-Ислам? Ул берәй батырмы, ырыу башлығымы – “беҙҙең тирмәләрҙе яҡларға килмәне” тип әйтергә? Әллә Ялыҡ бейҙең образлы тел төбө генәме?

Ҡадир әл-Ислам да берәй әруах­тыр йәки әүлиәлер тигәнерәк уйға киленә. Ни өсөн тигәндә, Ялыҡ бейҙең “сәж ҡылдым” тигәне “баш эйҙем” тигәнде аңлата. Тимәк, Ялыҡ бей Хөсәйенбәк кәшәнәһенә барғандан һуң, Ҡадир әл-Ислам ҡәберенә барып зыярат ҡылып, баш эйгән (сәж ҡылған).

Эҙләнә торғас, китаптарҙан йәнә бер яңы мәғлүмәт таптым. Уны тәржемәләп тормай, шул килеш кенә яҙам: “По преданию, на могиле Хусаин-бека побывал Тамерлан, решил воздвигнуть кашанэ, а надгробный камень прислал из Бухары. Памятник впервые упоминается в XVIII веке. Судя по сохранившейся эпитафии, высеченной на камне, установленном в кашанэ, оно сооружено над могилой Хаджи Хусаин-бека, сына Омар-бека из Туркестана, скончавшегося в 1341–1342 гг. (742 г. хиджры)... По преданию, вера народа в святость Хусаин-бека еще более окрепла после того, как над его могилой однажды ночью увидели свет.  “Республика Башкортостан. Путеводитель. Посвящается 100-летию образования РБ. 1919–2019 гг. Издание 4-е, дополненное. Уфа-2019. стр. 97-99).

Үҙенең еңелеү белмәҫ әрмеһе башында Аҡһаҡ Тимер Башҡорт­остан аша яу менән үтеп киткәнлеге хаҡында тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин нәшер иткән “Башҡорт ырыуҙары тарихы” се­рияһының Һарт ырыуына арналған 26-сы томында ла төплө мәғлүмәт бирелгән.

Шулай итеп, тарихи сығанаҡ­тарҙан һәм халыҡ ижады ҡомарт­ҡыларынан күренеүенсә, ХIV быуат аҙағында Алтын Урҙаны ҡыйратҡан бөйөк полководец, Сәмәрҡәнд хакимы Аҡһаҡ Тимерҙең Башҡорт илендә булып китеүе бәхәс тыу­ҙырмай.

- Ҡәҙим АРАЛБАЙ

Тамерлан башняһы ( яңыртылғаны).
Тамерлан башняһы ( яңыртылғаны).
Читайте нас: