Гүзәл Ҡудашева Талбазыла яғыулыҡ-заправкалау станцияһында оператор булып эшләй. Ул йортһоҙ-хужаһыҙ эт һәм бесәйҙәр тураһында хәстәрлек күргән киң күңелле кеше. Әле һәр береһенең ҡатмарлы яҙмышлы ете бесәй һәм ике этте тәрбиәләй.
– Быныһы Персей, мин уны һарайҙан бәләкәй сағында алып ҡайттым, хәҙер инде өс йәшлек булды. Ҡарҙай аҡ төҫтәгеһе – Юки (япон телендә “бәхет” тигәнде аңлата), мин уны магазин эргәһендәге сүп контейнеры эргәһендә таптым. Бына ул ниндәй матур булып үҫте! – ти Гүзәл.
Һәр “өйҙәш”те фатирға индерер алдынан ҡыҙ уны карантинда тота, дарыуҙар менән эшкәртә. ”Һәр кемдең йәшәргә хаҡы бар”, – тип иҫәпләй ул, шуға күрә осраҡлы тап булған хайуандарға ярҙам итергә, ашатырға тырыша. Үҙе менән аҙыҡ алып йөрөй. Ҡайһы берҙәрен тәрбиәләгәндән һуң ышаныслы ҡулдарға, туғандарына тарата. Гүзәлдең бесәйҙәре менән эттәре лә дуҫ йәшәй, тип яҙа “Аургазинский вестник” гәзите хәбәрселәре.
Бөтәһе лә кешеләрҙең вәхшилегенән зыян күргән этте тәрбиәгә алыуҙан башлана.
“Был ваҡиға минең донъяға ҡарашымды үҙгәртте. Ә хайуандарҙың яҙмышына битараф булмаған ирекмәндәр менән танышыу мине лә рухландырҙы, ошо эшкә йәлеп итте.
Нимерия – беҙҙең тәүге этебеҙ, ул әле лә тирә-яҡтағыларға һағайып, ҡурҡып ҡарай, бары яҡын кешеләрҙе генә эргәһенә үткәрә. Ә икенсеһе – Николде “Ауырғазы” сауҙа комплексы эргәһендә тап иттем. Бик яғымлы уныһы, – ти Гүзәл. – Урамға, яҙмыш ҡосағына ырғытылған һәр хайуан - хужаларҙың яуапһыҙлығы һөҙөмтәһе.
Улар ҙа бит кешеләр кеүек: ауырыйҙар, ҡайғыралар, асығалар, өшөйҙәр. Уларҙы ваҡытында стерилләү, иҫкәртеү эштәрен ойоштороу хайуандарҙың сәләмәтлеген яҡшыртасаҡ, донъяға килгән тоҡомдарынан ҡотолоу юлын эҙләргә тура килмәйәсәк.
Ҡулымдан килһә, ярҙамға мохтаж һәр эт-бесәйҙе дауалар, ашатыр, яратыр инем. Әле миңә улар өсөн аҙыҡ алырға туғандарым, таныштарым ярҙам итә. Хужаһыҙ хайуандар өсөн приют булдырыу – минең хыялым”.
Фото: “Аургазинский вестник”.