Һоҡланғыс кешеләр тураһында йышыраҡ яҙғы, уларҙы халыҡҡа күберәк күрһәтке килә. Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр, тиҙәр, ошоға өҫтәп, яҡшылар – донъя тотҡаһы, тип тә әйтер инем. Мәҫәлән, Айвар Сафин – шундай уңғандарҙың береһе. Учалы районының Өргөн ауылынан булған яҡташым билдәле урмансы, тәбиғәтте һаҡлау инспекторы Тәлғәт Мостафа улы Сафиндың ишле ғаиләһендә тыуған. Атаһы, ағайҙары Булат һәм Талха кеүек, Айвар ҙа урмансы һөнәрен һайлап, ғаилә династияһын уңышлы дауам итә.
Егәрле, йор һүҙле, кешеләр менән уртаҡ тел таба белгән егет коллективта тиҙ арала ихтирам яулай. Әлеге көндә ул Өргөн урмансылығында участка лесничийы булып эшләй.
– Учалы – урманға, күлдәргә бай райондарҙың береһе, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Беренсенән, нәҫелемдә урмансылар күп булғас, мин дә улар яратҡан һөнәрҙе үҙләштерҙем. Икенсенән, Учалыла тыуып та урмансылыҡ йүнәлешендә эшләмәһәм, яҙыҡ булыр һымаҡ. Тамсы ла үкенмәйем, һөнәремде яратам.
Ирекһеҙҙән:
Тәбиғәттең матурлығы
Күңелде арбай, арбар.
Ерҙә гүзәллек тыуҙырып,
Бәхетле йәшә, Айвар! –
тип өндәшке килә.
Эш урынында хөрмәт ҡаҙаныуынан тыш, Айвар Сафин бынамын тигән ғаилә башлығы ла. Эргә-тирәләге генә түгел, ә тотош Учалы районындағы иң сибәр ҡыҙҙы эләктергән – Иманғол ауылы һылыуы Лена Ғилмановаға өйләнеп, бик матур, өлгөлө донъя көтәләр, өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Айвар Тәлғәт улы әйтеүенсә, эшенә йүгереп барыусыны, йортона ашҡынып ҡайтыусыны бәхетлегә һанайҙар. Ул да иртән хеҙмәт иткән урынына ашыға, кис етеү менән өйөнә йыйына башлай. Әҙ генә ваҡыт арауығында ҡыҙҙарын, кәләшен һағынып та өлгөрә.
Ваҡыты булған сағында дуҫым Айвар ағас тамырҙарынан төрлө һындар, һауыт-һаба эшләй, халыҡты ҡыуандыра. Ипле, матур холҡо менән райондаштары араһында абруй яулаған класташым тураһында, мәңгелек урман һаҡсыһы ул, тиҙәр. Ошо әйтелгәндәрҙә, ысынлап та, дөрөҫлөк ярылып ята.
Рамай ҠАҺИРОВ
Учалы районы.