Нефорощанка – төпкөлдә генә ятҡан бәләкәй генә ауыл, унда яҡынса 60 хужалыҡ иҫәпләнә, ләкин, бәләкәй генә ауыл булһа ла, тыуған ерен яратҡан илһөйәр улдарына таяна ала был төбәк. Әлшәй яҡтарына барғанда уларҙың береһе – үҙ хужалығында малсылыҡ менән шөғөлләнгән Сергей Касьянов менән күрешеү насип булды.
Ҙур хужалыҡ мәшәҡәттәренән арынып, буш ваҡыт эләккәндә, ул һунарсылыҡҡа ла тотона икән. Бының өсөн һунарсы билеты ла бар. Уны һунарҙан ҡайтып торған мәлендә генә тап иттек. “Маҡсат –йәнлектәр аулау түгел, ә урманда йөрөп ял итеүҙән, саңғыла шыуыуҙан, тәбиғәткә һоҡланып, саф һауала йөрөүҙән күңелгә ял алам”, – тип башланып китте әңгәмәбеҙ.
Ауылда тыуып үҫкәнгә лә ауыл тормошо, ундағы эштәр бала саҡтан күңеленә яҡын.
– Ауыл оҡшағанға ла мин тыуған еремдә. Юҡһа, күптән ҡалаға сығып китеп, башҡа эштә йөрөгән булыр инем. Ауыл тормошоноң ығы-зығыһыҙ, тыныс булыуы күңелемә яҡын. Беҙҙең ауылдың да үҙ йәме бар. Ҡалаларҙан ситтә ята, эргәнән генә Ҡыҙыл йылғаһы аға. Тыуған ерҙе яратыу, тамырҙарыбыҙҙың ошонда булыуы ла минең өсөн әһәмиәтле. Ауылда йәшәүҙең өҫтөнлөктәре күп. Үҙ эшеңә, үҙеңә хужаһың, хаталанһаң да, ул һиңә артабан үҫергә тәжрибә бирә, – тип йәнтөйәгенән рухи көс алып йәшәүе тураһында белдерҙе Сергей Николаевич.
Нәҫелдән килгән шөғөлдәренең береһе – умартасылыҡтан башланып китте һөйләшеүебеҙ.
– Атайым ҡортсолоҡ менән шөғөлләнде. Бала саҡтан уның эргәһендә йөрөп, күп эшкә өйрәндем. Ул мәрхүм булғандан һуң, уның шөғөлөн дауам итеп алып киттем. Ун умартанан башлағайным, хәҙер уларҙың һаны 80-гә етте. Уҙған йыл да умартасылыҡ өсөн уңышлы булды. Әгәр тырышһаң, һәр йылда ла яҡшы бал алырға мөмкин. Үҙебеҙҙән артҡанын туғандарға, дуҫтарға һатам. Йәрминкәгә барып, көндәр буйы тороу мөмкинлеге юҡ, шуға өйҙән алып китәләр, – тине ул.
Ә бына йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүе 13 йәшлек сағында олатаһының ҡолон бүләк итеүе менән бәйле. Шул ваҡыттан уның күңелендә аттарға ҡыҙыҡһыныуы барлыҡҡа килә.
– Бер генә ҡолондан башланым. Ошо йылдар эсендә бер ҡасан да бейәләрҙе һатманым, улар ҡолонлап, йылҡы малдары күбәйә барҙы. Хәҙер улар 20 башҡа етте. Бының менән генә сикләнмәйәсәкбеҙ. Уларҙың һанын тағы ла арттырыу маҡсаты тора. Йылҡы ите етештереүҙе киңәйтеү ниәте лә ҙур, – тип был өлкәләге хыялдары менән дә уртаҡлашты Нефорощанка йүнселе.
“Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй” тигән халыҡ әйтеме бар. Тормошта ла бер үҙең әллә нимәгә өлгәшә алмайһың. Таяныр кешең булғанда ғына эшең дә ыраясаҡ. Сергей Николаевич та был ҙур хужалыҡты ағаһы Александр менән бергәләп алып барыуҙары тураһында белдерҙе. Беҙ барғанда, үкенескә ҡаршы, ағаһын тап итә алманыҡ. “Бер үҙеңә генә был эштәрҙе башҡарыу мөмкин түгел. Былар барыһы ла – бергә өлгәшкән уртаҡ хеҙмәт емеше”, – тине әңгәмәсем.
Бер ҡурала байтаҡ ҡына һыйыр малын да күрҙек. Улар – ит йүнәлешендәге симменталь, бестужев һәм герефорд тоҡомло мал. Төпкөлдәге ауылда һөтсөлөк менән шөғөлләнеү мәшәҡәтлерәк булыуын, шуға ит етештереүгә иғтибар йүнәлтелеүен дә әйтеп үтте Сергей Касьянов. Һыйырҙар 10-ға яҡын булһа, шул сама йәш мал иҫәпләнә.
Ағалы-энеле Касьяновтар һарыҡсылыҡ эшенә лә етди тотонған. Һарыҡ үрсетеү электән килгән шөғөл булһа ла, һуңғы һигеҙ йылда үрсетеүгә ныҡлы иғтибар биргәндәр һәм уларҙың һанын бәрәстәре менән бергә 100 башҡа тиклем еткереүгә өлгәшкәндәр. Һарыҡтарҙың курдюклы эдильбай тоҡомона өҫтөнлөк бирәләр.
Был тиклем ишле малды ҡарау әллә күпме көс талап итһә лә, зарланмай ғына эшләй ағай менән ҡусты. “Тәүге осорҙа ауыр булды, хәҙер инде өйрәнелде”, – ти сабыр ғына итеп Сергей Николаевич.
Тыуған тупрағынан алған көс, ҡатынының, яҡындарының терәк булыуы ла хужалыҡты алға алып барырға ярҙам итеүен белдерҙе ул.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА