Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2023, 17:55

Рәхмәт һеҙгә, туғандар!

Хәйриә сараларында һәр кем ихлас ҡатнаша.

Башҡортостандың әүҙем илһөйәр ҡатын-ҡыҙҙары парафиндан, балауыҙҙан шәм яһап, фронттағы егеттәргә ебәреүе тураһында социаль селтәрҙәрҙә мәғлүмәттәр йыш күренә. Хәҙер уларҙы тотош ил буйынса ирекмәндәр эшләй.  Ошо маҡсатта ҡалай һауыттар йыйыу тураһында иғландар ҙа донъя күреп тора.

 

Яугирҙәр рәхмәт әйтә

 

Буш ҡалай банка, ҡатырға, парафин йәки балауыҙ — окоп йә блиндаж шәме һәм уға кәрәкле бөтә әйберҙәр. Бөрмәләнгән ҡатырға спиралгә төрөлә һәм банка эсенә урынлаштырыла, шунан һуң уға иретелгән парафин ҡойола. Бындай шәмдә һыу ҡайнатып, консервалағы аҙыҡты йылытып була. Урманда йылыныуҙың ошондай ысулы уҙған быуат башынан уҡ билдәле.

Ысынлап та, был шәмдәрҙең беҙҙең яугирҙәргә ярҙамы бик ҙур икән. Улар ошо хаҡта видеояҙмаға төшөрөп һалған. Унда яугир: “Оҫта ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙҙең өсөн махсус рәүештә төшөрәм. Әйтерһегеҙ, беҙҙең шәмдәргә мейестең ни ҡағылышы бар тип. Бер ҡарауға бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ кеүек. Бына ошондай һынау үткәрҙек. Үҙегеҙ эшләгән әйберҙе таныйһығыҙмы? Мейес эсендә һеҙҙең шәм ике сәғәт ултыра. Мейес ҡыҙған, ҡулды тейҙереп булмай. Плитәһендә лә әйбер йылытырға була. Әгәр ҙә ике-өс шәм ҡуйһаң, ул ҙур күләмдәге утынды алмаштырасаҡ. Ҙур рәхмәт. Был шәмдәрегеҙҙең ни тиклем бында кәрәк икәнлеген күрһәтә. Бына ошондай ҡулланыу мөмкинлеге бар. Бүлешә алаһығыҙ”, – тип фекерҙәрен уртаҡлаша.

 

Ә һеҙ нимә эшләнегеҙ?

 

Ағиҙел ҡалаһы социаль төркөмдәренең береһендә кешеләрҙән окоп шәмдәре эшләү өсөн ҡалай банкалар һәм парафин тапшырыуҙарын һорағандар. Пост аҫтында 100-ҙән ашыу комментарий бар. Ҡайһы берәүҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамды хупламауын белдереп яҙған. Бындай ҡараш Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы Фәнис Ғилуановты асыуландырған. Чиновник билдәләүенсә, вазифаһы арҡаһында үҙен ҡулда тоторға бурыслы, әммә быны булдыра алмаған. Ул социаль селтәрҙәге ҡалай банкалар тураһындағы посҡа яҙған “яуыз” теллеләргә мөрәжәғәт иткән.

“Комментарийҙарында ағыуын һипкән барлыҡ мәрхәмәтһеҙҙәргә мөрәжәғәт итәм. Ғәфү итегеҙ, ҡәҙерле ағиҙелдәр, хис-тойғоларымды әйтмәйенсә булдыра алмайым. Беҙ бындай эштәрҙе нимәлер етмәгәнгә түгел, ә уға өлөш индереү өсөн башҡарабыҙ. Ситтән ҡарап торған битараф тамашасы түгеллегебеҙҙе нисектер күрһәтеү өсөн. Егеттәребеҙ өйгә ҡайтҡас, беҙҙән: “Һеҙ нимә эшләнегеҙ, ҡәҙерле күршеләребеҙ, хеҙмәттәштәребеҙ, дуҫтарыбыҙ?” – тип һорар тип ышанам. Альберт, Радик, Август һәм Мур Мур, һеҙ нимә тип яуап бирерһегеҙ? Ялған исемдәр артына йәшенеп, ситтә ҡалырбыҙ, тип уйлайһығыҙмы? Һеҙҙең кеүектәр әҙ! Әммә һеҙҙән сыҡҡан насар ғәмәлдәр күп. Ҡаты булыуҙан ҡурҡмайым, шулай ҙа, бәлки, вазифам мине тотҡарланырға мәжбүр итәлер: шымығыҙ! Һөйләнмәгеҙ! Егеттәребеҙҙең халҡыбыҙҙың, илебеҙ азатлығы өсөн индергән өлөшөн мыҫҡыл итә алмаясаҡһығыҙ! Һәм ир-егеттәрҙең урамда ҡатын-ҡыҙ күлдәктәрендә йүгереп йөрөүенә, бер-береһе менән үбешеүенә юл ҡуйылмаясаҡ. Ә һеҙгә яуап бирергә тура киләсәк!” – тип яҙған Фәнис Ғилуанов (мәғлүмәт сығанағы: Башкирия Оnline).

 

Депутат шәм яһай

 

Бишбүләк районынан Гөлнара, Альбина, Әлфиә кеүек уңған гүзәл заттарыбыҙ ҙа ошо эштән ситтә ҡалмаған.

Әлфиә Уканеева элек "Берҙәм Рәсәй"ҙең “Йәш гвардияһы"ның Бишбүләктәге бүлексәһе етәксеһе булған, әле Бишбүләк районының “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы депутаты, шулай уҡ бала ҡарау буйынса ялда. Өс бала тәрбиәләгән әсәй йәмәғәт эштәре менән дә әүҙем шөғөлләнә. Мәҫәлән, күптән түгел балауыҙҙан шәм эшләп, фронттағы егеттәргә ебәргән. Ә был юлы блиндаж шәмдәре әҙерләргә булған. Ундайҙар ике сәғәттән алып дүрт сәғәткә тиклем яна – барыһы ла банканың күләменә бәйле.

"Бөрмәләнгән ҡатырға спиралгә төрөлә һәм банка эсенә урынлаштырыла. Шунан һуң уға иретелгән парафин ҡойола. Бындай шәмдә һыу ҡайнатып, консервалағы аҙыҡты йылытып була. Урманда йылыныуҙың ошондай ысулы уҙған быуат башынан уҡ билдәле", – ти Әлфиә Уканеева.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: