Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2023, 18:10

Йөрәктәре тулы наҙ

Тормош һынауҙары һындырмаған уларҙы.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ниғмәтулла ауылының төп белем биреү мәктәбе директоры  Эльвира Шәймөхәмәтова менән танышыуыбыҙ тәжрибәле уҡытыусы булараҡ башланып китте, ләкин был мөләйем ханымдың  атай-әсәйһеҙ ҡалған сабыйҙарға оло йөрәкле әсәй булыуын да белгәс, уға ҡарата ихтирамым да, ҡыҙыҡһыныуым да артты. 

Үҙе балаларҙы ныҡ яратҡанға күрә, Эльвира Ибраһим ҡыҙының һөнәре лә, бар тормошо  ла балалар менән бәйле.

Әле беренсе класта уҡыған сағында уҡ ул тәүге уҡытыусыһына ҡарап  мөкиббән китә  һәм  үҙе лә үҫкәс ошо һөнәрҙе һайлау тураһында хыяллана башлай.

– Бәләкәйҙән йыр дәрестәрен ныҡ яраттым. Уҡытыусымдың хис -тойғо менән ҡаштарын күтәреп-күтәреп  йырлағанына һоҡланып ҡарап ултыра ла, ҡайтҡас, үҙем дә өйҙә ул булып йырлап ҡарай торғайным. Ул тәүге уҡытыусым ғына түгел, еңгәм дә ине. Өйҙәренә барһам, ҡайһы саҡта миңә уҡыусыларҙың дәфтәрҙәрен бирә лә хата эҙләргә ҡуша торғайны. Хата тапһам, маҡтап күңелемде күтәрә. Уҡытыусы эшенә ҡыҙыҡ­һыныу шулай яйлап уянғандыр, – тип аңлатты  был һөнәрҙе үҙ итеү  сәбәптәрен Эльвира Шәймө­хәмәтова.

Мәктәптә уҡығанда уҡ уҡытыусы булыу хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында   Бөрө ҡалаһына педагогия институтына рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. Диплом алыу менән ҡабаттан үҙе уҡыған Ниғмәтулла мәктәбенә ҡайтып эш башлай. Шул ваҡыттан алып уның тормошо мәктәп менән бәйле.  Уҡытыусы ғына түгел, был йылдар эсендә профсоюз ойошмаһы етәксеһе, китапханасы эшен алып барырға өлгөрә, ләкин төп бурысы – уҡыусыларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биреү. Күп кенә уҡыусыларының тап уның һөнәрен һайлауҙары ла педагогтың уларҙың күңелендә телгә ҡарата һөйөү уята алыуын сағылдыра. 

Тап уҡытыусылыҡ үҙенең  һөнәре булыуын ул башҡа эшкә күсеп тә һынай. Ауыл советында  аҙ ғына эшләү осоронда ла бик тиҙҙән   балаларҙы һағыныуын аңлай.  “Бер нисә ай ғына унда  эшләп өлгөрҙөм. Балаларһыҙ йәшәй алмайым тип, ҡабат мәктәпкә ҡайттым”, – тине, шул осорҙо иҫкә алып.

Тормош эштән генә тормай. Хеҙмәт  уңыштары эшкә дәрт өҫтәһә лә, йөрәгебеҙ ғаилә, балалар тип  тибә. Эльвира Ибраһим ҡыҙы менән тормош иптәше Миҙхәт Әмир улы – донъя һынауҙарын лайыҡлы күтәрә белгән күркәм пар.  Үҙҙәренең балалары үҫеп, һөнәрҙәр алып, ғаиләләр ҡороп йәшәй башлау менән, тынысланып ҡына донъя көтөр мәлдә яҙмыш һынауҙың бик ҡатыһын ебәрә. 

– 2015 йылда беҙгә ҙур ҡайғы килде. Тормош иптәшемдең ағаһы үлеп ҡалды, уға тиклем ҡатыны ла донъя ҡуйғайны. Уларҙың өс балалары: ике ҡыҙҙары һәм бер улдары  ата-әсәйһеҙ ҡалды. Һис икеләнеүһеҙ балаларҙы үҙебеҙгә алырға булдыҡ, сөнки уларҙың беҙҙән дә яҡыныраҡ бер кеме лә юҡ ине. Ул ваҡытта кесеһе алты йәшлек, уртансыһы  икенсе класта, ҙуры етенсе класта уҡый ине. Күпмелер ваҡыттан  уларҙы уллыҡҡа, ҡыҙлыҡҡа алып  рәсмиләштереп ҡуйҙыҡ. Хәҙер инде  һигеҙенсе йыл беҙҙәләр. Бер-бер артлы үҫеп сығып китә баралар. Өлкән ҡыҙыбыҙ  Ильвина һөнәр алып эшләй башланы. Үткән йәй уны кейәүгә бирҙек. Бик матур ғаиләгә тура килде, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарыбыҙ ҙа яҡшы кешеләр. Был, әлбиттә, беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ. Уртансыбыҙ Илмир  апаһы йәшәгән ҡалала күп профилле колледжға уҡырға инде. Үҙенең төркөмөндә староста итеп һай­ланды, уҡыуы ла матур. Уның да һәр уңышы өсөн шатланабыҙ.  Иң бәләкәйебеҙ, күңел йыуанысыбыҙ – Илина ҡыҙыбыҙ әле беҙҙең менән, һигеҙенсе класта белем ала. Киләсәктә ашнаҡсы булырға хыяллана. Ғаиләбеҙҙең үҙ-ара татыу булыуы менән бәхетлебеҙ. Килә­сәктә лә бәхетебеҙ кителмәһен, тормошобоҙ шулай тыныс ҡына дауам итһен, – тине ҡатмарлы мәлдәр­ҙә лә юғалып ҡалмаған,  көслө рухлы ханым. 

Уға тормош иптәше Миҙхәт Әмир улы ла ҡушылды.

– Ул ҡайғылы мәлде оноторлоҡ түгел. Бер туғандарымдан мин генә тороп ҡалдым.  Балаларға бер ауыр һүҙ әйтмәй үҫтергәне өсөн ҡаты­ныма айырыуса рәхмәтлемен. Балалар ҙа уны үҙ итте. Ситтәгеләре, хәбәрҙәрен иң беренсе ҡатыныма шылтыратып һөйләй. Ҡушмаһаҡ та  үҙҙәре “атай”, “әсәй” тиеүҙәре лә күңелгә яҡын, – тине ғаилә башлығы.

Күмәк баланы ҡарап үҫтереү өсөн иреңдең ныҡлы таяныс, хәстәрле була белеүе лә мөһим. Был йәһәттән Миҙхәт Сәрүәров – ҡатынын ярты һүҙҙән аңлап торған ышаныслы тормош иптәше. Һөнәре буйынса водитель, әлеге көндә ауыл советында газ ҡаҙанлығы операторы булып эшләй, ә күңел донъяһы йыр-моңға тулы. Гармун тарта, ҡурайҙа уйнарға ла өйрәнә башлаған. Был йәһәттән дә улар ҡатыны менән бер-береһенә тап килгән, сөнки икеһе лә йырға оҫта. Был уларға төрлө конкурстарҙа ла ярҙам итмәй ҡалмай. 2018 йылда район үҙәгендә ғаиләләр араһында уҙғарылған конкурста ҡатнашып, беренсе урынды яулағандар.“Үҙебеҙ йырлағанда балалар ҡушылып бейеп торҙо. Бергәләп сығыш яһау, күмәк көс менән еңеү яулау беҙҙе тағы ла берләштерҙе”, – тип был конкурсты ла ғорурланып иҫләп алды әңгәмәселәрем.  

Һынауҙарҙы һис бер зарла­ныуһыҙ тын ғына күтәрә белгән, көслө рухлы күркәм пар үҙҙәренең тормоштары, был донъяла ҡылған сауаплы ғәмәлдәре менән өлгө. 

– Беҙҙең өйҙә  һүҙгә килешеү, тауыш сығарыу юҡ. Йорт тирәһен­дәге барлыҡ эштәр ҙә уртаҡ. Был ғәҙәткә балалар ҙа өйрәнгән. Эштән һуңлап ҡайтҡаныбыҙҙа мал ҡарау­лы, өй йыйыштырылған икән, беҙгә лә күңелле, – тип балаларының хеҙмәт яратып үҫеүен дә билдә­ләнеләр.

Тормош беҙ уйлаған план буйынса ғына бармай. Уның ҡырҡа боролоштары, һикәлтәләре  етерлек. Ана шул юлда осраған һынауҙарҙы лайыҡлы үтә белеүҙә сағыла беҙҙең көсөбөҙ.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас: