Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Февраль 2023, 22:00

"Яңынан йәшәргә өйрәндем..."

Баҡтиһәң, мин унһыҙ хатта хыял да итә белмәгәнмен...

"Яңынан йәшәргә өйрәндем..."
"Яңынан йәшәргә өйрәндем..."

Йыш ҡына уңышҡа өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙарҙың “мин үҫмер саҡтан эшләй башланым, күп эшләнем... шунан хыялым тормошҡа ашты...” тигәнерәк һүҙҙәрен ишетергә тура килә. Тик минең тарих улай түгел.

Атай-әсәй өлгөһөндә үҫтек беҙ өс бала. Атай мал табибы булып эшләне, иртәнән кискә тиклем совхозда тир түкте. Әсәйем математика уҡытыусыһы ине. Беҙҙең ғаиләлә аҡса тураһында, ғөмүмән, һүҙ сыҡманы, “аҡса юҡ, етмәй” тигән һүҙҙәрҙе бер ваҡытта ла ишетмәнек. Кейергә кейем булды, өҫтәлдә һәр ваҡыт тәмле аштар торор ине. Тағы ни кәрәк?! Ул ваҡытты мин барыһы ла шулай йәшәй икән тип уйлай торғайным. Атайым менән әсәйем мине рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы тип күрә ине.

Тик ниндәйҙер мәлдә үҙ яҙмышым үҙ ҡулымда тигән һығымтаға килдем. Шулай ҙа ғаиләлә "аҡ ҡарға" булып йөрөмәҫ өсөн юғары уҡыу йортон тамамларға тура килде-килеүен. Әммә һөнәрем буйынса эшләмәнем. Оҙаҡҡа һуҙмай ғына, кейәүгә сыҡтым, бәпәй таптым. Ирем менән уртаҡ эш астыҡ, эшҡыуарлыҡҡа тотоноп киттек. Беҙҙең пландар ҙа, хыялдар ҙа һәр ваҡыт уртаҡ булды. Йылдар үтте, бизнес та үҙгәреп-үҙгәреп торҙо, мин һәр ваҡыт яраҡлаша барҙым. Шулай итеп, оҙаҡ ваҡыт иргә ныҡлы арҡаланып, артыҡ нужа күрмәй генә йәшәнем. Әммә бер көн килеп иптәшем беҙҙе ҡара ҡайғыға батырып, мине, ике бәләкәй улын ҡалдырып, вафат булды.

Мейене бер уй сүкене шул мәл ”артабан нисек йәшәргә?” Баҡтиһәң, мин унһыҙ тормошҡа бөтөнләй яраҡлашмағанмын... Хатта хыял да итә белмәйем икән яңғыҙым... Ә бит артабан көн итергә, ике баланы аяҡҡа баҫтырыр кәрәк. Ныҡлы ҡарарға килдем шул саҡ, әгәр оҡшатҡан кешем осраһа, кейәүгә сығам, әммә үҙ эшемде үҙем генә асам! Шулай итеп, мин матурлыҡ индустрияһына килдем. Бөгөнгө көндә һөйөклө ҡатынмын, өс бала әсәһемен, эшҡыуармын. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы тағы ла сибәрләтеү өлкәһендә тырышам, ярайһы ғына аҡса килтерерлек эшемде бик яратып башҡарам.

Яҙмышымды теҙеп яҙыуымдың сәбәбе:ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәренә генә һылтанып йәшәмәһен. Тормошта төрлө боролоштар булыуы мөмкин, шуға ла үҙеңә таянырға әҙер булырға кәрәк тип иҫкәрткем килә”.

(Өфө ҡалаһында матурлыҡ өлкәһендә үҙ эшен асҡан ҡатындың һөйләгәндәренән). Фото pixaby.com

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: