Юлдыбай – республикала һәм Йылайыр районында иң ҙур башҡорт ауылдарының береһе. Ул – Түңгәүер ырыуы башҡорттары төйәге, райондың көньяҡ-көнсығышында Һаҡмар йылғаһының һул ярында урынлашҡан.
Юлдыбайҙар айыҡ тормош яҡлы
Һуңғы йылдарҙа республикала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Спорт министрлыҡтары һәм башҡа ведомстволар ҡатнашлығында ойошторолған “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға теләк белдереүселәр һанының бермә-бер артыуы күҙәтелә. Был, бер яҡтан, ҡыуаныслы, сөнки тап ошо конкурсҡа ярашлы ауылдарҙа төрлө саралар үтә, халыҡ берләшә, киләсәккә яңы пландар ҡорола, уны тормошҡа ашырыу юлдары барлана. Конкурстың төп маҡсаты ла ауыл халҡын айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуға өндәү, үҫеп килгән быуынды милли йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ өлгөһөндә тәрбиәләү, тәмәке тартыу, араҡы эсеү, наркотик ҡулланыу кеүек зыянлы ҡылыҡтарҙан аралау.
Былтыр Йылайыр районының Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһенә ҡараған Сәләх “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеү яуланы, быйыл иһә Юлдыбай ауылы халҡы конкурсҡа дәррәү ҡушылды. Улар үҙ көстәрен һынап ҡарарға ғына түгел, ә конкурста еңеп сығыу маҡсатын ҡуя, шуға күрә “Айыҡ ауыл”дың республика этабына әҙерләнеү ниәтенән бында көн һайын тиерлек төрлө саралар үтә. Юлдыбайҙар үҙҙәренең дәртлелеге, эш һөйөүсәнлеге менән айырылып тора. Конкурс барыуы уларға әүҙемлек өҫтәй, шуға күрә һәр ойошторолған сарала кесеһе лә, олоһо ла бик теләп ҡатнаша. Боронғо халыҡ кәсептәрен тергеҙеү маҡсатында оҫталыҡ дәрестәре, саф һауала күңелле спорт уйындары, төрлө мәҙәни саралар ойошторалар. Шуларҙың береһе – “Милли эсемлектәр” байрамында беҙгә лә ҡатнашырға насип булды.
Сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Александр Коротков, Юлдыбай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илнур Ҡорбанғәлиев, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зөһрә Зәйнуллина, ир-егеттәр ҡоро рәйесе Марат Абдуллин һәм башҡалар ҡатнашты.
Райондың 12 ауыл биләмәһе әҙерләгән милли эсемлектәрҙән өҫтәлдәр һығылып торҙо. Бында ҡымыҙ менән буҙаны, айран-ҡатыҡты, ҡайын һуты һәм төрлө емеш-еләктән әҙерләнгән һуттарҙы, шифалы үләндәр сәйен, төнәтмәләрҙе осратырға мөмкин ине. Шулай уҡ һәр ауыл хакимиәте вәкилдәре уларҙы баһалама ағзаларына нисек әҙерләү, файҙаланыу һәм шифаһы хаҡында һөйләне.
Ошонда уҡ "Ҡанифа юлы" ағинәйҙәр ойошмаһы оҫталарының ҡул эштәре, яҡташ йырсылары Фәрит Бикбулатовтың картиналарынан, Ислам Игебаев төшөргән фотоһүрәттәрҙән, ҡурсаҡ театры өлгөләренән күргәҙмә ойошторолдо.
Юлдыбайҙар айыҡ тормошто һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған сараны юғары кимәлдә үткәрҙе, халҡыбыҙға үҙ еребеҙҙә үҫкән әллә күпме шифалы үләндән һәм емеш-еләктән, һөт ризыҡтарынан бынамын тигән эсемлектәр яһарға мөмкинлеген һәм уны көндәлек тормошта ҡулланыу үҙенсәлектәрен күрһәтте.
Бөтә ауылдар ҙа байрамға ныҡлы әҙерләнгән, шулай ҙа айырыуса эсемлектәр әҙерләү үҙенсәлеге өсөн дмитриевкалар беренсе урынды яуланы. Икенсе урын былтыр республикала ҙур еңеү яулаған Сәләх ауылына бирелде, өсөнсө урынға Бәрҙәш сыҡты.
Баһадирҙар эсемлеге
Халҡыбыҙҙың милли эсемлектәренең ҡайһыһын алһаң да — ҡымыҙ, айран, буҙа, ҡоротло һурпа, төрлө һуттар булһынмы, — барыһы ла туҡлыҡлы булыуҙан тыш, шифалы ла. Ҡымыҙ шул эсемлектәр араһында айырым урын алып тора. Ул матдәләр алмашыныуын яҡшырта, нервы ҡуҙғығанда тынысландыра, аш һеңдереү ағзаларында, тын юлында, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһында сирҙәр күҙәтелгәндә алмаштырғыһыҙ.Ҡымыҙҙың организмға тәьҫире ҡатмарлы һәм күп яҡлы. Дөрөҫ ҡулланған саҡта бик күп файҙаһы тейә. Уларҙың ҡайһы берҙәрен генә күрһәтәйек: бөтәһенән элек бик туҡлыҡлы. Организмдың тиҙ үҙләштереүе йәһәтенән башҡа бөтә һөт ризыҡтары араһында беренсе урында тора. Бынан тыш, ҡымыҙ аҙыҡтың яҡшы үҙләштерелеүенә ярҙам итә, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта, аппетитты аса.
Ҡымыҙҙа организмды нығытыу өсөн кәрәкле С витаминының күп булыуын һәм был яҡтан әфлисун, лимон кеүек емештәргә тиңлеген билдәләргә кәрәк. Хәлһеҙләнгән организмға көс керетеүҙә яҡшы. Ҡымыҙ эсеп дауаланғанда тотош организм нығый, мускулдарҙың көсө арта. Эсемлектең ҡан составына яҡшы тәьҫир итеүе, организмда матдәләр алмашыныуын яҡшыртыуы, ауырыу кешеләрҙең нервы системаһын сыныҡтырыуы тураһында мәғлүмәттәр бар.
Һуңғы йылдарҙа ғалимдар ҡымыҙҙың иммунитетты нығытыуын, ир-аттың ирлек ҡеүәтен көсәйтеүен дә иҫбатланы, был иһә уның "тере эсемлек" булыуына бәйле. Биоактив матдәләргә, В, РВ, С, А, Е төркөмө витаминдарына бай. Күреүебеҙсә, батырҙар эсемлеге тигән даны юҡҡа түгел
Тышта ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, ауылдың мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә үткән “Эсемлектәр байрамы”нда берҙән-бер ҡымыҙҙы, әйткәндәй, үҙе етештергән эсемлекте күргәҙмәгә алып килгән һәм уның шифалы яҡтарын баһалама ағзаларына бар яҡлап тәфсирләп аңлатҡан Юлдыбай вәкиле Луиза Хамматова булды. Уңған хужабикә сығышы менән Бөрйән районының Мәһәҙей ауылынан. Юлдыбай ауылы егете Рәсүл Хамматов менән бер-береһен туйҙа күреп дуҫлашалар һәм, күп тә үтмәй, сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Ғаиләлә, бәхеттәрен тулыландырып, улдары Ғәзинур үҫә.
Рәсүл Хамматов шәхси ихатала йылҡы үрсетә. Әле уның 15 баштан ашыу аты бар, улар янына ауылдыҡын да бергә ҡушып көтә. Былтыр ғаилә, йылҡы өйөрөнән 27 бейәне айырып, махсус урында һауып, ҡымыҙ етештергән. Быйыл да ғаилә был эшен дауам итергә уйлай.
– Ҡымыҙҙы аласыҡта имән көбөлә бешәбеҙ. Былтыр үлән дә шәп булғас, бейәләрҙе көнөнә дүрт тапҡыр һауҙыҡ. Көндәлек әҙерләнгән ҡымыҙ яҡынса 80 литр тәшкил итте, шунда уҡ һатылып, хатта етмәй ҡала торғайны. Йыл һайын август айында ҡымыҙҙы ҡышҡы миҙгелгә һаҡлап ҡуябыҙ һәм йыл әйләнәһенә рәхәтләнеп шифалы һәм тәмле баһадирҙар эсемлеген ҡулланабыҙ. Әле күргәҙмәгә үҙебеҙ етештергән ҡымыҙҙы алып килдек, – тине Луиза Камил ҡыҙы.
Әйткәндәй, Юлдыбай ауыл биләмәһе “Милли эсемлектәр” байрамында "Милли эсемлектәрҙе тергеҙеү" номинацияһында еңеү яуланы.
Буҙа барыһын да уҙа
Үткән йыл “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеүсе сәләхтәр байрамға үҙҙәренең ауылының төп брендына әүерелгән буҙаны тәҡдим итте. Халҡыбыҙҙың милли эсемлектәренең береһе булған буҙаны ҡулланыусылар йылдан-йыл арта, уны күптәр һатыуға ла алып сыға.
Буҙаның эше ыҙа булһа ла, Сәләх ауылы уңғандары, эсемлектең боронғо әҙерләү үҙенсәлектәренә тоғро ҡалып, бик тәмле итеп яһаған. Улар күршеләрен ҡеүәтләп, еңеүгә дәрт һәм көс өҫтәп, хатта үҙҙәре таҡмаҡ та сығарған.
Буҙа менән һыйлау – ҡунаҡҡа айырыуса хөрмәт күрһәтеү билдәһе лә. Витамин һәм минералдарға бай был ризыҡ ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервы системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта. Туҡлыҡлы ла, файҙалы ла эсемлегебеҙгә ҡарата һуңғы йылдарҙа иғтибар артты, ауылдарҙа буҙа байрамдары үткәрелеп тороуы – быға асыҡ дәлил.
Буҙа әҙерләп килтергән Сәләх ауылы уңғандары Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһен икенсе урынға сығарыуға ҙур өлөш индерҙе.
Ҡайын һыуы ла файҙалы
Ҡайын һыуынан был тиклем дә төрлө эсемлектәрҙе күргәнем юҡ ине! Баҡтиһәң, унан да төрлө һут, кеүәҫ һәм башҡа эсемлектәр яһарға мөмкин. Райондың Бәрҙәш ауыл биләмәһе әҙерләгән күргәҙмә фәҡәт ҡайын һыуы эсемлектәренән тороуы менән барыһын да хайран итте.
Ҡайын һыуы ла бик файҙалы, унда эфир майҙары, витаминдар, сапонин, бетулол, тиҫтәләгән органик кислота бар. Ҡайын һуты ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, авитаминоз, хәтер юғалтыу, хәлһеҙлек һәм күңел төшөнкөлөгөнән арынырға ярҙам итә. Шулай уҡ ул ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлыҡ һәләтен арттыра, йөрәк эшмәкәрлеген яйға һала, ҡанды таҙарта, тамырҙарҙы нығыта.
Бәрҙәш ауыл биләмәһенең төп брендына әүерелгән ҡайын һуты йыл әйләнәһенә файҙаланыла. Ауыл халҡы яҙ көнө уны юл буйына һатыуға ла алып сыға. Уңған хужабикәләр, ҡышҡылыҡҡа быяла банкаларға ябып, ҡайһылары туңдырғысҡа һалып та һаҡлай. Әфлисун, лимон, йөҙөм, гөлйемештән яһалған һуттарҙы, ҡайын һутынан әҙерләнгән кеүәҫте күргәс, рецепт өлгөләрен һорамай булдыра алманым. Бәлки, яҙ тәмле, шифалы эсемлектәр эшләүселәр ҙә табылыр әле. Һәр хәлдә быйыл уларҙы әҙерләп ҡарау теләге тыуҙы миндә.
Мәҫәлән, ҡайын һыуынан кеүәҫ яһау ярайһы уҡ мәшәҡәтле икән. Бының өсөн өс литр ҡайын һутына 25 бөртөк ҡара төҫтәге эре йөҙөм алына. Йөҙөмдө йыуып киптерергә, һутты һөҙөп алырға. Бынан һуң быяла һауытҡа ҡойоп, йөҙөм өҫтәргә. Ябып, һалҡынса урынға ҡуйырға. Был эсемлекте еренә еткереп эсер өсөн сабырлыҡ талап ителә, ул ни бары ике-өс ай үткәс кенә әҙер була.
Әфлисунлы ҡайын һуты өсөн өс литр ҡайын һыуына ярты әфлисун етә. Бынан тыш, 150 грамм шәкәр, 1,5 балғалаҡ лимон кислотаһы кәрәк. Әфлисунды түңәрәкләп ҡырҡып, банка төбөнә төшөрөргә, өҫтөнә лимон кислотаһы, шәкәр һалырға. Һутты ҡайнатырға, эҫе килеш банкаға ҡойорға. Эсемлекте оҙағыраҡ һаҡлау өсөн уны һөҙөп, 80 градусҡа тиклем йылыталар. Таҙа, стерилләнгән банкаларға ҡоялар, ҡапҡасын яҡшылап ябалар ҙа 70-80 градус эҫелектәге һыуҙа 20 минут самаһы тоталар. Шулай уҡ, файҙалы матдәләрен юғалтмаһын өсөн, ҡайын һыуын туңдырырға ла мөмкин.
Әйткәндәй, Бәрҙәш ауыл биләмәһе был байрамда өсөнсө урынды яуланы.
Ҡоротло һурпа ла онотолманы
Үрге Ғәле ауылының ҡатын-ҡыҙҙары бәпес тапҡан әсәләргә, ауырыған ҡатын-ҡыҙҙарға, кәре кәмегән оло кешеләргә, сирҙән өҙлөккән балаларға иммунитетты күтәреү өсөн файҙаланылған ҡоротло һурпа тәҡдим итте.
Эштәр идарасыһы Әлфирә Ҡотошова белдереүенсә, улар байрамға һөттән ойотоп яһалған эсемлектәр алып килгән. Мәҫәлән, ойотолған һөт, еләкле, ҡарағатлы йогурт, айран, ҡатыҡ, эркет һыуы, шыйыҡ ҡорот, ҡәһүә менән һөтлө коктейль, кәзә һөтө һәм башҡа милли эсемлектәрҙе осратырға мөмкин ине.
Шулай ҙа улар әҙерләгән ҡоротло һурпа күптәрҙең иғтибарын йәлеп иткәндер. Уны әҙерләү өсөн бер аҙ әсе ҡорот алына, уға ҡайнар һыу ҡойола. Яңы ғына эшләнгән һары май аҙыраҡ һалына, самалап тоҙ, борос өҫтәлә. Килеп сыҡҡан эсемлекте яҡшылап болғайбыҙ һәм йылы көйөнсә эсәбеҙ. Әйткәндәй, ҡоротло һурпаны һыуыҡ тейгәндә лә файҙаланырға мөмкин, бигерәк тә йөрәк болғанып, бер нәмә лә ашағы килмәгән ваҡытта килешә, шулай уҡ тән температураһы юғары булғанда, уны эсеп, йылы юрғанға төрөнөп, бер аҙ йоҡлап алһағыҙ, тороуығыҙға һау-сәләмәт булырһығыҙ.
Шифалы сәй һәм төнәтмәләр
Ҡашҡар ауыл биләмәһе уңғандары төрлө шифалы үләндәр йыйып, уларҙан һаулыҡ өсөн файҙалы төнәтмәләр әҙерләһә, матрайҙар төрлө үләндәрҙән шифалы сәйҙәр тәҡдим итте.
“Халҡым хазинаһы” ойошмаһы ағзаларының береһе Гөлнара Үтәшева әйтеүенсә, ете төрлө үләндән тәндәргә сихәт бирерлек сәй әҙерләгән. “Башҡорт халҡы өсөн ете – бик изге һан, шуға күрә беҙ үлән сәйен әҙерләгәндә ете төрлө шифалы үләнде алабыҙ. Уларҙы матур ғына итеп турайбыҙ һәм бергә ҡушып киптерәбеҙ. Шулай уҡ болануттан да сәй әҙерләп ҡуябыҙ”, – тине ул. Матрай ауыл биләмәһе байрамда ҡатнашыусыларға һәм баһалама ағзаларына тыуған яғыбыҙҙа үҫкән ете төрлө үләндән әҙерләнгән хуш еҫле шифалы сәйҙәр тәҡдим итте.
Һәр кемдең өҫтәлендә ситтән килтерелгән яһалма һәм сифатһыҙ эсемлектәр урын алғанда, бөгөн милли эсемлектәребеҙҙе табынға ҡайтарыу мөмкинлеге бермә-бер арта. Юлдыбай ауылында үткән был сара ла күп хужабикәләргә уйланыу һәм һабаҡ алыу өсөн бер миҫал булғандыр, сөнки күп әсәләр балаларына сит илдән килтерелгән төрлө витамин, антибиотик ҡаҙап үҫтерелгән емештәрҙән һәм һыйыр һөтөнән етештерелгән эсемлек һәм һуттарҙы матур ҡаптарына ҡыҙығып һатып ала. Ә уларҙың баланың сәләмәтлеге өсөн зарарлы булыуын йә иһә аллергия барлыҡҡа килтереүен уйлап та бирмәй. Үҙебеҙҙең баҡсала, тыуған еребеҙҙә үҫкән емеш-еләктән дә төрлө һуттар эшләргә мөмкин икәнлеген, уларҙың сифатлы һәм һәр кем өсөн хәүефһеҙ булыуын иғтибарға ла алмайҙар. Милли эсемлектәргә йөҙ борған хужабикә үҙенең дә, ғаиләһенең дә һаулығын ҡайғырта, сәләмәт быуын сәләмәт милләт икәнлеген аңлай, шуға күрә халҡыбыҙҙың боронғо йолалары, йыр-моңо, ғөрөф-ғәҙәттәре менән бергә, уларҙың милли аш-һыуын, эсемлектәрен дә беҙ ҡәҙерләргә, ҡулланырға һәм уларҙы әҙерләү алымдарын белергә, өйрәнергә, йәш быуынға еткерергә тейешбеҙ. Шул сағында ғына “Айыҡ ауыл” кеүек конкурстар, төрлө район ауылдарында үткән саралар әһәмиәтле буласаҡ. Халҡыбыҙҙың хан табынына торошло милли эсемлектәре һәр йортта ҡулланылһын, табын түрҙәрендә урын алһын ине, тигән ышаныста ҡалғандыр байрамда ҡатнашҡан һәр кем.
Александр КОРОТКОВ, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары:
– Юлдыбайҙар бик матур байрам үткәрҙе. Бында һәр ауыл биләмәһе үҙенең милли эсемлектәрен күрһәтте, уларҙы әҙерләү, файҙаланыу алымдары менән таныштырҙы. Йылайыр районына ғына хас булған сбитень тип аталған эсемлек башҡа яҡтарҙа һирәк, һис юғында тәме беҙҙеке кеүек түгел.
Районда төрлө милләт халҡының дуҫ һәм татыу йәшәүе лә – төрлө халыҡтың милли эсемлектәрен һаҡлап алып ҡалыуға бер дәлил ул. Ә инде юлдыбайҙарға килгәндә, “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашырға үҙҙәре теләк белдерҙе һәм район этабында еңеп сыҡты. Бының өсөн улар былтыр уҡ әҙерлек башланы. Халыҡ бында берҙәм, татыу һәм конкурста мотлаҡ еңеү яулар, тигән ышаныстамын.
Зөһрә ЗӘЙНУЛЛИНА, Йылайыр районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
– Йыл һайын республикала үткән “Айыҡ ауыл” конкурсында йылайырҙар бик әүҙем ҡатнаша. Был конкурс ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки ул ауылдарҙы туплауға ҙур көс бирә. Былтыр беҙҙең райондан Сәләх ауылы еңеү яуланы.
Быйыл Юлдыбай ауылы конкурста ҡатнашырға теләк белдергәс, шул тиклем ҡыуанып ҡабул иттек, сөнки ул – бөгөнгөһө, үткәне һәм киләсәге менән дә өмөтлө иң ҙур ауылдарҙың береһе. Бында бөгөн бөтә социаль объекттарҙың да гөрләп эшләп тороуы, йәштәрҙең ауылда төпләнеүе, балаларҙың күп булыуы, яңы йорттар барлыҡҡа килеүе, хатта Урал аръяғы агроинженерия колледжының да тап ошо ауылда булыуы ла уның киләсәгенең яҡты, ышаныслы булыуы хаҡында һөйләй. Юлдыбай юлдарға бай, ул бөтә яҡтарҙан килгән юлдарҙы берләштерә, бер-береһенә рухи күпер һала, ауыл, райондарҙы тоташтырған ҙур үҙәктең береһе лә ул.
Кәримә УСМАНОВА