Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2023, 19:58

Донъя тотҡаһы – ғаиләлә

Йолалар быуындан-быуынға тапшырыла.

Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы Маяҡ ҡасабаһында рухлы милләттәштәребеҙ йәшәй. Урындағы мәктәптә “Маяҡ батырҙары” ҡурайсылар ансамбленең ойошторолоуына ла 10 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Ансамблдә I–IX кластарҙа уҡыған 35 бала шөғөлләнә. Уға рухлы, уңған милләттәшебеҙ Хабрахман Мансуров етәкселек итә.

Башланғыс кластар уҡытыусыһы, “Башҡорт балалар фольклоры” про­грам­маһы авторы, башҡорт милли йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен йыйыусы Хабрахман Хизбер улы һәм уның ҡатыны Ғәҙелниса Варис ҡыҙы – мил­ләтем, телем, халҡым тип йән атҡан шәхестәрҙән. Улар бергәләп “Йәйғор” башҡорт фольклор берекмәһен (үрҙә телгә алынған ансамбль уға инә) ойошторған. Ижади төркөм күп тапҡыр район, өлкә, Рәсәй кимә­лендәге фольклор фестивалдә­рендә еңеү яулаған, күптән тирә-йүндә танылған.

– Өлкән йәшкә еткәнсе мин ҡурайҙа уйнай бел­мәй инем. Әммә бер мәл өҙ­ҙөрөп уйнаған музыкантты тыңла­ғандан һуң, күңелемдә әллә ни үҙгәрҙе, “мин дә ҡурайҙа шулай уҡ матур уй­нарға өйрәнәсәкмен”, тип вәғәҙә бирҙем. Тәүҙә үҙаллы өйрәндем, һуңынан Өфөгә барып ҡайт­тым, унда миңә бихисап яҡшы кәңәштәр биргән профессионалдар менән таныштым. Шулай уҡ Ҡурайсылар союзының уставы менән таныштым: унда, әгәр ҡу­райҙа уйнарға өйрәнһәң, башҡаларҙы ла был сәнғәткә өйрәтергә тейешһең, тигән пункт бар. Бына хәҙер белемемде балалар менән уртаҡлашам, – ти мәктәптә музыка һәм технологиянан уҡытҡан Хабрахман ағай.

Ғөмүмән, Мансуровтар – районда һәм өлкәлә башҡорт йолаларын һаҡлау, үҫтереү, таратыу йәһәтенән киң билдәле шәхестәр. Улар Ҡоншаҡ районының өҫтәмә белем биреү үҙәге уҡытыу­сылары булып эшләй. Былтыр иһә Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” конкурсында еңеү яулағандар.

Мансуровтар ғаиләһе балаларҙы өлкәндәргә ҡарата ихтирам һәм изгелекле мөнәсәбәт нигеҙендә тәрбиәләй. Йорт йылыһын һаҡлаған Ғәҙелниса Ва­рис ҡыҙы һөйләүенсә, ислам тәғли­мәт­тәренән тыш, уларҙың ғаиләһендә башҡорт халҡының йолаларына һөйөү быуындан-быуынға тапшырыла: милли уйын ҡоралдарында уйнау, халыҡ йырҙарын һәм бейеүҙәрен башҡарыу, милли спорт төрҙәре менән шөғөл­лә­неү – барыһы ла уларҙың ғаиләһе өсөн ҡәҙимге күренеш. Шулай уҡ иң мө­һиме – ололарҙы ихтирам итеү, сәләмәт йәшәү рәүеше, спорт һәм эшһөйәрлек. Мансуровтар өс бала тәрбиәләп үҫтергән, улар биш ейән бүләк иткән.

– Балаларыбыҙҙың һәр ҡайһыһы­ның үҙ ҡаҙаныштары бар. Альбина ҡыҙыбыҙ ике юғары белемле, гитарала, думбырала, ҡумыҙҙа уйнай, матур йырлай. Кейәүҙә, тормош иптәше менән ике ул тәрбиәләйҙәр. Өлкән ейәнебеҙ – ҡурайсы, Бөтә Рәсәй фестивалдәре лауреаты. Улыбыҙ Рәүеф – хәрби, уның дәүләт, хәрби наградалары, миҙалдары бар. Дзюдо, самбо, пауэрлифтинг һәм башҡа көс талап иткән спорт төрҙәре буйынса Урал хәрби округы призеры һәм еңеүсеһе. Ҡа­тыны менән Ләйсән һәм Линара исемле ике ҡыҙ тәрбиәләй, береһе ҡумыҙҙа уйнай, икенсеһе – скрипкала. Тағы ла бер ҡыҙыбыҙ Әлиә ике университетты ҡыҙыл дипломға тамамланы. Дзюдо, самбо, көрәш буйынса спорт мастерлығына кандидат, Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре союзына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Хәҙер ире һәм ҡыҙы менән Надымда йәшәй, – ти Ғәҙелниса Варис ҡыҙы балалары тураһында.

Мансуровтарҙың өлкән ейәне Артур ҡурай­сылар ансамблендә сығыш яһай, конкурстарҙа даими ҡатнаша, тип әйткәйнек инде. Ул һигеҙенсе класты тамамлағас, ҡурайҙа уйнар өсөн олатаһы менән өләсәһе янына махсус рәүештә Силәбенән күсеп килгән.

– Балалар уңышҡа өлгәшкән осраҡта ғына ҡәнәғәтлек килә бит ул. Улар беҙҙән ыңғай сифаттарыбыҙҙы алған өсөн ҡәнәғәтбеҙ. Ғаилә йолалары беҙгә ата-әсәләрҙән күскән. Мин дә алты балалы ғаиләлә үҫтем. Атайыбыҙ беҙҙә бәләкәй саҡтан уҡ мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләне. Ул башҡорт халыҡ йырҙарын йырлай ине, һуңынан уларҙың легендаларын һөйләр булды. Хәҙер уларҙы яҙып алмағаныма үке­нәм. Зирәклек йылдар үтеү менән килә, тиҙәр, шулдыр инде... Һәр тарих, ваҡиға осраҡлы ғына барлыҡҡа килмәй бит, ниндәйҙер сәбәптәре мотлаҡ булырға тейеш. Шуға ла фольклор дәрестәре уҡыусыларҙы һәр йыр менән таныш­тырыуҙан башлана, ошолай уларҙың мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныуы арта. Ейәндәребеҙҙе лә, ҡалала йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, барыһына ла өйрәтәбеҙ. Улар беҙгә ял көндәрендә килә, өйҙә туған телдә һөйләшәбеҙ. Кәрәк булһа, тәржемә итәбеҙ, – ти өләсәй.

Әйткәндәй, Мансуровтар ғаиләһен­дә бик күп милли йолаларҙы үтәйҙәр. Мәҫәлән, улдары өйләнешкәс, улар яҡындарын саҡырып, никах туйы ойошторған.

– Был ғаилә “кешеләр өсөн” генә түгел, ә Аллаһ Тәғәлә ҡабул итһен өсөн дә эшләнә. Йола башланғансы, кейәү ҡыҙға яҡшы бүләк һатып ала, шартына килтереп бүләк итә. Яңы өйлә­нешкән йәштәргә никах доғаһы уҡылғас, бөтә туғандар ҙа бүләктәр бирә. Был сара бик йәнле, ихлас үтә. Өҫтәлдә мотлаҡ һәр төрлө милли ризыҡтар – һурпа, бишбармаҡ, сәксәк була.

Ейәндәр тыуғас, исем ҡушыу йола­һын башҡарабыҙ, унда ла туғандар саҡырыла. Ғөмүмән, башҡорттар – бик ҡунаҡсыл, алсаҡ һәм ихлас халыҡ. Тап ошондай традициялар ғаиләбеҙҙе берләштерә. Бәғзе ҙурыраҡ байрам­дарҙа туғандарыбыҙ үҙ-ара таныша: беҙ өс туғандарҙы ла, ике туғандарҙы ла саҡырабыҙ. Һәр береһе хаҡында һөйләйбеҙ: кем ул, ҡайҙан, уның ата-әсәһе кем? Балаларыбыҙ туғыҙынсы быуынға тиклем шәжәрәһен яҡшы белә – тип һөйләй Хабрахман ағай.

Мансуровтар “Йортта вәкәләттәр нисек бү­ленгән?” тигән һорауға: “Бер нисек тә бүленмәгән, бөтә эште күмәкләп башҡарабыҙ”, – тип яуап бирҙе.

– Балаларҙы ла шуға өйрәттек. Ошо йола иремдең ғаиләһенән килә, беҙ ҙә был йоланы үҙләштерҙек. Миңә ирем бер ҡасан да: “Был – ҡатын-ҡыҙ эше”, – тимәй. Ул һәр ваҡыт ярҙам итә, мин дә уға – таяныс. Хәҙер бала­ларҙың да ошо ғәҙәтте үҙләштереүен күрәбеҙ, – ти хужабикә.

Үҙ ваҡытында Ғәҙелниса Варис ҡыҙы “Ағинәйҙәр” район башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәтенә нигеҙ һалған. Маяҡ мәктәбендә иһә Мансуровтар түңәрәктәрҙе 2007 йылдан алып бара. Быларҙың барыһын да улар башҡорт телен һәм йолаларын һаҡлап ҡалыу теләгенән сығып тормошҡа ашыра.

– Ул ваҡытта беҙ башҡорт балала­рының баш­ҡортса белмәүен һиҙеп ҡалдыҡ, сөнки мәктәптә туған тел уҡытылмай ине, ә ғаиләләрҙә баш­ҡортса һөйләшмәй башланылар. Йолаларыбыҙ, йырҙарыбыҙ һәм шиғырҙарыбыҙ ҙа онотолғандай тойолдо. Шул саҡта башҡорт балалар фольклорына нигеҙләнгән махсус программа яҙырға булдым. Ошонан эш башланды ла. Һуңынан ирем ҡурайҙа уйнарға өйрәнде. Барыһы ла үҙ яйы менән рәтләнеп китте. Балаларға беҙҙә шөғөлләнеү бик оҡшай, бөтә мәктәп тиерлек йөрөй (35 бала), – ти Ғәҙелниса Мансурова.

Йыл һайын Мансуровтарҙың тәр­биә­лә­неүселәре “Урал матурлыҡтары” фестивалендә ҡатнаша, унда Силәбе өлкәһенең бөтә фольклор коллективтары тиерлек йыйыла. Мансуровтар етәкселегендәге коллектив та, ҡурайсы ейәндәре лә йыл һайын призлы урындар яулауға өлгәшә. Унан тыш, ауыл педагогтары, оҫталыҡ дәрестәрендә сығыш яһап, уңыштары менән уртаҡлаша.

Бөгөн улар етәкселегендәге ансамблдәрҙең шәхси заказдар буйынса тегелгән сағыу халыҡ костюмдары бар. Ә музыка ҡоралдарын бағыусылар һатып алырға ярҙам итә. Мансуровтар 2018 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы” йыйынтығына ингән.

Хабрахман Мансуров, Силәбе өлкәһендәге милли сәйәсәт тураһында фекер йөрөткәндә, дуҫ һәм татыу йәшәү өсөн төбәктә бөтә шарттар ҙа бар, тип иҫәпләй.

– Маяҡта урыҫтар, башҡорттар, татарҙар татыу йәшәй. Ә төрлө конкурстар һәм фести­валдәр беҙҙе яҡынайта, башҡа мәҙәниәттәр менән дә танышабыҙ. Башҡалар беҙҙән нимә­лер үҙләштерә, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Маяҡтағы халыҡтың дуҫлығына иһә көнләшергә мөмкин: улар барыһы ла яңы мәсет төҙөүҙә ҡатнаша. Кемдер ҡул ярҙамы күрһәтә, кемдер – аҡсалата, бәғзеләр йыһаз менән.

Урындағы халыҡ мәсет төҙөү идеяһын бынан ике йыл элек ауыл йыйынында тәҡдим иткән, Хабрахман Мансуровты бының өсөн яуаплы итеп тәғәйенләгәндәр. Бынан тыш, милләттәшебеҙ – Ҡоншаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе лә.

– Өйҙә ҡул ҡаушырып ултыра алмайым. Ауы­лыбыҙ юғалмаһын өсөн барыһын да эшләргә те­ләйем, сөнки бер мәл йәштәр күпләп күсеп ки­тә баш­ланы, эш булманы. Мине былар­ҙың ба­рыһы ла бик борсой. Мәктәп, клуб гөрләп эшләүен, мәсет булыуын теләйем, – ти Хабрахман Мансуров.

Уңған, өлгөлө ғаиләне өлкәлә генә түгел, күрше төбәктәрҙә лә яҡшы беләләр.

– Мансуровтар милли традиция­ларҙы һаҡлай, уны быуындан-быуынға тапшырыу өсөн күп көс һала. Ауылдарында әүҙем ижтимағи һәм аң-белем таратыу эшмәкәрлеген алып бара. Ғаилә иҫ киткес берҙәм, һәләтле һәм рухлы, – тип билдәләй Силәбе өлкәһенең социаль мөнәсәбәттәр министры Ирина Буторина.


Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас: