Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2023, 19:49

Саф күңелле тәбиғәт балаһы булды

Геология фәненең илһамлы шағиры

Өфөләге 1-се башҡорт мәктәп-интернатында уҡыған һәр быуындың хөрмәт иткән, геройҙар рәтенә ҡуйып яратҡан интернатташ “ағай-апайҙары” булды. Беҙ уҡыған осорҙа ялҡынлы шағир Рәми Ғарипов, Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй кинематография институтын тамамлап, “Ҡаҙаҡфильм” киностудияһында кинооператор булып эшләп йөрөгән Әсхәт Әшрәпов, һөйөклө мәктәбе, һабаҡташтары хаҡында “Һалдат улы” исемле шәп китап яҙған Рәйес Низамов, археолог Нияз Мәжитовтың исемдәре телебеҙҙән төшмәне.

 

Ҡиммәтле мираҫ

 

Башҡорт халҡының аҫыл улдарының береһе, талантлы ғалим, геология-минералогия фәндәре кандидаты, республика­быҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Диҡҡәт Насретдин улы Бураҡаев та тап бына шундай кумирҙарыбыҙҙың береһе булды. Миңә Диҡҡәт ағайҙы яҡындан күреп-белеп, тиҫтә йылдан ашыу уның менән аралашып йәшәргә яҙҙы.

Диҡҡәт Бураҡаев 1932 йылда Көйөргәҙе районының Үрге Мотал ауылында тыуған. Күрше ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфөнөң 9-сы мәктәп-интернатына (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернаты) уҡырға килә. Уҡыуы һәм тәртибе, бөтә булмышы менән белемгә ынтылып йәшәүе мәктәп тарихында матур иҫтәлек булып ҡала.

Ул, мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, 1952 йылда тыуған илебеҙҙең данлыҡлы уҡыу йорто – М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының геология факультетына уҡырға инә. Мәскәүҙәге Ленин тауҙарында урынлашҡан университетта белем алыу ижади күңелле башҡорт егетенең хыял ҡанаттарын нығыта, уның алдында фән һәм ғилемдең ҡатлы-ҡатлы ҡапҡалары асылып киткәндәй була.

Уҡыған, белгән һайын, һыуһыны ҡанма­йынса, ғилем донъяһының яңынан-яңы артылыштарына ынтыла Диҡҡәт. Беренсе курс­тан һуң геология факультетының студенттар отряды практикаға Кавказ тауҙа­рына, Дағстанға юлға сыға. Ҡулына геологтар сүкеше тотоп, арҡаһына поход тоҡсайы аҫып, үҙенең тәүге эҙләнеү-тикшеренеү маршрутын шул тауҙарҙа үтә ул. Алдағы йәйҙә илебеҙҙең төньяғына – Баренц диңгеҙе буйҙарына йүнәлә. Өс йылдан һуң студент Бураҡаевты геология отрядының етәксеһе итеп Төньяҡ Кавказға – Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһына ебә­рәләр. Бында ул Эльбрус тауы итәгендә күмер ятҡылығына разведка үткәрә һәм яңы запастарҙы асыуға нигеҙ һала. Диҡҡәт Бураҡаев, күмер ятҡылыҡтарына арналған диплом эше яҙып, МДУ-ны отличие менән тамамлай.

1957 йылда юғары квалификациялы йәш белгес баш ҡалабыҙ Өфөгә ҡайта һәм шул ваҡыттан ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем, йәғни сирек быуатҡа яҡын фәҡәт бер генә урында – СССР Геология ми­нистр­лығының (хәҙер Рәсәй Фәндәр акаде­мияһының Башҡортостан филиалы) Геология институтында эшләй. Ошо ваҡыт эсендә Д.Н. Бураҡаев республикабыҙҙа һәм унан ситтә Көньяҡ Урал геологияһын өйрәнеү өлкәһендә абруйлы белгес дәрәжәһенә күтәрелә. 1968 йылда ул геология-минералогия фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай. Диҡҡәт Насретдин улы үҙ ғүмерендә 70 ғилми хеҙмәт яҙа. Бынан тыш, төбәк һәм Бөтә Союз ғилми кәңәшмәләрендә 15-тән артыҡ доклад менән сығыш яһай.

Д.Н. Бураҡаевтың ғилми эҙләнеүҙәре республикабыҙҙың Урал алды райондарына, был райондың уға тиклем аҙ өйрәнелгән карбон ҡатламдарында нефть һәм газ перс­пективаларын өйрәнеүгә йүнәлтелә. Бының менән ул Башҡортостандың минерал-сеймал базаһын үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индерә.

Шул уҡ ваҡытта Диҡҡәт Насретдин улының һәләтле һәм абруйлы исемле ғалимдар араһында ла шаҡтай һирәк осрай торған һоҡланғыс сифаты бар ине. Был – уның фәнде, белемде, ғилми фекер ҡаҙаныштарын һәр ваҡыт халыҡҡа, киң ҡатлам уҡыусыларға еткерә барыу ынтылышы. Ә ниндәй ихласлыҡ, шул белем хаҡында ҡыҙыҡһыныусыларға тәрән хөрмәт һәм мөхәббәт тойғоһо менән яҙылыр ине уның фәнни-популяр хеҙмәттәре!

Д.Н. Бураҡаев, башҡорт халҡы өсөн туған телдә байтаҡ фәнни-популяр әҫәрҙәр ижад итеп, был өлкәлә бик күп йылдар буйы өлгө булып торорлоҡ үҙенсәлекле, ҡиммәтле мираҫ ҡалдырҙы. Ул үҙе иҫән сағында “Нефть тураһында очерктар” (1965), “Серҙәр донъяһына сәйәхәт” (1971), “Аждаһа күле” (1974) исемле ғәжәп ҡыҙыҡлы йыйынтыҡтар баҫтырып сығарҙы. 1983 йылда, үҙе мәрхүм булғандан һуң, ҡатыны Мәрйәм Бураҡаева әҙерләүендә “Мөғжизәләр донъяһына сәйәхәт” исемле тағы бер китабы донъя күрҙе. Был китапҡа Мәрйәм апай Диҡҡәт Насретдин улының иң һәйбәт фәнни-популяр мәҡәләләрен һәм очерктарын туплаған. Ошо китап аша ул, геология фәненең илһамлы шағиры һәм мәғрифәтсеһе булараҡ, беҙҙең күҙ алдына баҫа.

Д.Н. Бураҡаевтың юғарыла атап кителгән китаптары – уның фәнде популярлаштырыу эшмәкәрлегенең аҙ ғына бер өлөшө. Асылда Диҡҡәт Бураҡаев 60–70-се йылдарҙа Башҡортостан матбуғатында иң әүҙем яҙышҡан белгестәрҙең береһе ине. “Бураҡаев шәхесенең ҙурлығы уның журналислыҡ эшмәкәрлегендә лә (ул СССР Журналистар союзы ағзаһы ине) бөтә тулылығында сағылды. Ул пропагандалаған геология фәне һәр ваҡыт туған тәбиғәт яҙмышы, башҡорт теленең ошо тупраҡта үткән данлы тарихы менән үрелеп барыр булды. Уның өсөн ер – тәбиғи байлыҡтар сығанағы ла, ата-бабаларҙың изге төйәге лә. Шуның өсөн туған тәбиғәт серҙәренә арналған очерктарында ғалим йыш ҡына  халыҡ хәтеренә, легенда һәм риүәйәттәренә мөрәжәғәт итә”, – тип яҙҙы филология фәндәре докторы, яҙыусы Рәшит Шәкүр уның һуңғы китабына баш һүҙендә.

 

Интернатташ

 

Ошо һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйҙым да, күбебеҙҙең яратҡан шағиры, йәшлек дуҫым Рәмил Йәнбәктең бер шиғырының юлдары иҫемә килеп төштө:

...Интернатташ, тиеп өндәшәмен

Күпме туғаныма мин бөгөн...

Диҡҡәт ағай менән тәүге осрашыу ҙа шулайыраҡ килеп сыҡты түгелме һуң әле? Көмөш һыулы Һаҡмар һыуын эсеп, бала саҡтан тау-таш араһында Шүлгәнгә тиң мәмерйәләр эҙләп үҫкәнгәме, үҙемде белгән-иҫләгәндән бары тик геолог ҡына булырға хыялланып йәшәнем. Алтынсы класҡа интернатҡа уҡырға килгәс тә үҙемде шул һөнәргә әҙерләй башланым. Тик... йәшлек йәшлек инде, алйот саҡ, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер, күрәһең. Аттестатты ҡулға алғандың икенсе көнөндә үк, бар кешене аптыратып, документтарымды БДУ-ның филология факультетына тапшырып, ауылға ҡайттым да киттем.

Университетта уҡып йөрөйөм. Ҡышҡы сессияны гел “бишле”гә тапшырҙым. Тик... күңел тынғы тапмай бит. Интернатта нефть, авиация институттары ғалимдарының иҫ киткес ҡыҙыҡлы, фәһемле дәрестәрен тыңлап, физика, математика буйынса республика олимпиадаларында ҡатнашып йөрөгән кешегә бында уҡыу ыштан туҙҙырып йөрөүгә тиң һымағыраҡ күренә башланы.

Бер көн Өфө урамдарының береһе буйлап китеп барһам, “СССР Геология министрлығының Геология институты” тип яҙылған алтаҡтаға тап булдым. Шунда уҡ ниңәлер Диҡҡәт ағай иҫемә төштө: “Бураҡаев ағай ошонда эшләмәйме икән? Эшләмәһә, һорашырға  мөмкин. Донъяла геологтар күп түгел, бер-береһен беләләрҙер әле, моғайын”. “Таныш булмаған кешегә нимә тип барып инәһең?” – ти эске тауыш. “Интернатский”, – тип яуап бирәм үҙ-үҙемә һәм, тынысланып, эскә атлайым. Инһәм, аҡ халат кейгән бер ағай кабинеттан сығып килә. Йөҙөнән, бөҙрәләнеп торған сәсенән Диҡҡәт ағай икәнен шунда уҡ таныным (фотоларын күргәнем бар ине). “Диҡҡәт ағай, мин һеҙҙе күрергә тип килгәйнем”, – тинем. Ул миңә иғтибар менән һынап ҡараны ла:

– Һеҙ мине ҡайҙан беләһегеҙ? – тип һораны.

– Интернатский...

Күп һөйләшмәнек. Диҡҡәт ағай кем, ҡайҙан булыуым тураһында һорашты, интернат тураһында һөйләшеп алдыҡ. Әммә нимә эшләп йөрөүем тураһында ауыҙ асып бер һүҙ өндәшмәнем, ул да һорашманы. Килеп йөрө, тине.

Ай самаһы үткәс, тағы барҙым. Был юлы ул мине боронғо танышы һымаҡ ҡаршы алды. Нимә тураһында һөйләшкәнбеҙҙер, хәҙер инде хәтерҙә ҡалмаған, әммә хушлашыр алдынан әйткән һүҙҙәре мине аптыратты:

– Һин әҙерәк аҙашып йөрөйһөң шикелле, Фәрит ҡустым, шулаймы? Һин бит егет кеше, уҡырға берәй техник вузға инергә кәрәк ине. Һәләтең, унан да бигерәк, теләгең булһа, башҡа һөнәр эйәһе булып та яҙышырға була ул. Бына мин СССР Журналистар союзы ағзаһымын. Китаптарымды ла күргәнең барҙыр...

Нимә эшләп йөрөгәнемде йәшергән булам... Бәлки... ниндәй ниәттән йөрөгәнемде үҙем дә белмәгәнмендер әле. Ә ул беренсе күрешкәндә үк хәлемде аңлаған. Хатта был килеүемә минең өсөн яңы һөнәр ҙә һайлап ҡуйған:

– Беләһеңме, Мәскәүҙә геология-разведка тип аталған бик шәп институт бар. Шунда быйыл һыу геологияһы буйынса төркөм йыймаҡсылар. Уйлап ҡара әле. Гидрогеология – ул бик перспективалы һөнәр. Оҙаҡ та үтмәҫ, һыу Ер йөҙөндә иң ҡәҙерле файҙалы ҡаҙылдыҡҡа әйләнәсәк. Ул – бөтә тереклектең йәшәү сығанағы. Унһыҙ йәшәп булмай. 

...Шул йылдың май аҙағында мин Башҡорт дәүләт университеты менән хушлаштым да, ҡабул итеү имтиханын уңышлы тапшырып, Мәскәү ҡалаһының Серго Орджоникидзе исемендәге Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы геология-разведка институтына уҡырға индем.

Һуңғы осрашыу

 

1979 йылдың август аҙағы, сентябрь башы булды, тип иҫләйем. Мин, йәш белгес, Баймаҡта Түбә руднигының етештереү-техника бүлеге (ПТО) етәксеһе булып эшләп йөрөйөм. Бер көн иртәнсәк рудник директоры Ф.Ә. Ғәйнуллин саҡыртты ла:

– Бураҡаев Диҡҡәт ағайың килгән, Сибайҙа туҡталған. Һине күргем килә, ти. Тиҙ генә йыйын да Сибайға һыҙ. Ҡунаҡ­ханала табырһың. Таштарын онотмаһын, тип әйтергә ҡушты, – тип ҡыуандырҙы.

Диҡҡәт Насретдин улы Сибайҙа башҡарырға тейешле йомошон йомошлап бөткән ине булһа кәрәк, бер ҡайҙа ла сыҡманы ла, йөрөмәне лә – көн буйы ҡунаҡханала икәүләп һөйләшеп тик ултырҙыҡ. Урал аръяғы йәшмәләренән башланған һүҙ (геологтарҙың һүҙҙәре таштарҙан башлана инде) әкренләп уның яратҡан темаһына – эсәр һыуға, тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләренә, шунан Урал тауҙарында һәм уға йәнәш йәйрәп ятҡан далаларҙа борон-борондан йәшәп ятҡан ата-бабаларыбыҙҙың ер-һыуға бәйле серҙәренә, легендаларына, тора-бара журналистикаға күсте. Үҙенең тыуған ере – элекке Көйөргәҙе районының Үрге Мотал ауылы, олатаһы Зыяйетдин тураһында һағынып, ололап һөйләне.

Ғәжәп киң күңелле, бәһлеүән ҡиәфәтле кешеләр йәшәгән икән Үрге Моталда. Ә инде Зыяйетдин Бураҡаев үҙе йәнле тарих һәм аҡыл эйәһе булған. Рус-япон һуғышында ҡатнашып, батырлыҡтар күрһәткән. Башҡорт халҡының аҡылын, зиһенен, хәтерен һаҡлаған ил ҡарттарының береһе. Һуғыш йылдарында атайһыҙ ҡалған Диҡҡәт өсөн иң яҡын кеше лә, тормош һәм тәбиғәт һабаҡтарын биреүсе лә, йәйен-көҙөн бесәнгә, утынға йөрөгәндә, балыҡ ҡармаҡлағанда әйләнә-тирәнең серҙәренә төшөндөрөүсе лә була ул. Бәләкәй Диҡҡәт күңелендә бына ошо ҡәҙерле, хикмәтле олатай дәрестәре ғүмер буйы һүнмәҫ һәм һүрелмәҫ ҡыҙыҡһыныу, белем менән ҡанатланып йәшәү тойғоһо уятҡандыр...

Хушлашҡанда Диҡҡәт ағай, ҡулымды ҡыҫып, оҙаҡ итеп ебәрмәй торҙо. Шунан күҙемә ҡарап: “Йә Өфөгә күсеп килмәнең. Әллә ниңә ошо Баймағыңды ташлап китә алманың бит. Күп булһа, бер биш йыл фатирһыҙ этләнер инең. Баш ҡала баш ҡала инде. Мөмкинлектәр ҙә ҙурыраҡ”, – тине. Был һуңғы осрашыуыбыҙ булған икән.

Дүрт-биш ай үтеүгә, 1980 йылдың ғинуарында, килешеү төҙөп, Чукоткаға эшкә киттем. Биш йылдан әйләнеп ҡайтҡанда Диҡҡәт ағай яҡты донъя менән хушлашҡайны инде.

Геолог Бураҡаев йәне-тәне менән ысын халыҡ улы һәм саф күңелле тәбиғәт балаһы булды. Уның йөрәгендә тулы мәғәнәһендә халыҡ рухы йәшәне. Диҡҡәт ағай башҡорт халҡының иң яҡшы сифаттарын – күңел киңлеген, аҡыл һәм тойғо нәфислеген, тәрбиәлелекте һәм рухи ҙурлыҡты бер үҙендә туплаған кеше булды.

Йәл, бигерәк иртә китте... Яҡты донъяла ни бары 48 йылдан ашыу йәшәп ҡалды...


Фәрит ӘХМӘРОВ

Читайте нас: