Тыуған яғының сикһеҙ гүзәллеген данлаған, йәмле Талҡаҫ буйҙарын, ғорур Ирәндек ҡаяларын, тыуған ауылының хозур тәбиғәтен төрлө төҫтәр яңғырашында тыуҙырған картиналарын, оҫта ҡулынан тамған матурлыҡты күргән һәр кем уның ижадына һоҡлана. Уның матур өлгөләрен күреп, ағас эшенә шул тиклем маһир булыуына хайран ҡала, ә инде йәй һәм көҙ баҡсаларында ниндәй генә сәскәләр һәм емеш-еләк, йәшелсә үҫмәй. Быларҙың барыһын да Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән һәм ижад иткән Ғүмәр Дәүләтшиндең оҫта ҡулдары тыуҙыра. Хәйер, был ғәмәлдәр – уның күңел ҡушыуы, яратҡан шөғөлө генә.
– Ғүмәр Ишбулды улы, үҙегеҙҙең тормош юлы менән таныштырып үтһәгеҙсе.
– Мин Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында тыуып үҫтем. Һигеҙенсе класты тамамлағас, Сибай педагогия училищеһының технология бүлегенә уҡырға керҙем. Хеҙмәт юлымды Баймаҡ мәктәп-интернатында хеҙмәт, рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы булып башланым. 1975 – 1977 йылдарҙа Иркутск өлкәһендә хеҙмәт иттем.
Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә әүәҫ булдым, иң яратҡан дәресем дә рәсем булғандыр. Төрлө буяуҙар менән өйҙәге буш күренгән урындарға һүрәттәр эшләп, аҙаҡ әсәйҙән әрләнеп алған мәлдәр аҙ булманы. Беҙ уҡыған ваҡытта һәр класс аҙна һайын стена гәзите сығарыр ине, ә уның алмаштырғыһыҙ рәссамы мин була торғайным. Шулай уҡ төрлө мәҙәни саралар үтһенме, тематик кисәләр булһынмы, плакаттар эшләүме – барыһы ла минең ҡулымдан үтә. Хатта хеҙмәт иткәндә лә һүрәт төшөрөүгә оҫталығымды белеп ҡалып, төрлө плакаттарҙы яҙыуға йәлеп итәләр ине.
Хәрби бурысымды тултырып ҡайтҡас, күп тә үтмәй, мине әрмегә оҙатып ҡалған, оҙаҡ йылдар дуҫлашып йөрөгән Луиза Ҡаһарман ҡыҙы менән өйләнешеп, Ишбирҙе ауылында уҡытыусы булып эш башланым. Артабан Баймаҡ ҡалаһына күсеп килдек, бөгөнгә тиклем ошонда йәшәйбеҙ. Баймаҡта миңә уҡытыусылыҡты ҡалдырып, юл төҙөүсеһе булырға тура килде. Ҡаланың юл-төҙөлөш идаралығында ябай эшсенән прорабҡа, мастерға тиклем юл үтеп, 2016 йылдан хаҡлы ялдамын.
– Шунан үҙегеҙҙең яратҡан шөғөлөгөҙгә тотонғанһығыҙ.
– Эйе. Тормошта кемгәлер ваҡ кеүек тойолған кескәй генә әйбер ҙә, йыл һайын ҡабатланып килгән миҙгелдәр ҙә, тәбиғәт күренештәре лә, оҙайлы ваҡыт бер образға йыйналып, күңелдә ҡасандан бирле йәшәп килә ине. Хаҡлы ялға сығыу менән шулар нисектер “баш ҡалҡытырға” тотондо, уларҙы яҙмайынса мөмкин дә булманы. Ниһайәт, күптән теләп тә, ваҡыт етмәйенсә һәр саҡ ситтә ҡала килгән яратҡан шөғөлөмә тотондом. Хәҙер ҡулыма ҡылҡәләм тотоп, “буяуҙар донъяһында” йөҙөп эшләргә мөмкинлек күп. Һуңғы йылдарҙа әллә күпме картина яҙылды, уларҙың күбеһендә – тыуған яғымдың, ауылымдың тәбиғәт күренештәре. Ҡатыным Луиза Ҡаһарман ҡыҙы –тәүге кәңәшсем дә, тәнҡитсем дә. Иң беренсе булып ул ижадыма баһа бирә, үҙ фекерен әйтә. Илһам килгән саҡтарҙа төндә лә тороп буяуҙар солғанышында мәж киләм, көндөң дә, ваҡыттың да үткәне һиҙелмәй.
– Луиза Ҡаһарман ҡыҙы үҙенең бер интервьюһында: “Тыуған көнөмә алған иң ҡәҙерле бүләк – ирем Ғүмәр майлы буяу менән яҙған хозур күренеш. Һөнәре буйынса ул юл төҙөүсеһе булһа ла, күңеле менән дә, тормошта ла – рәссам”, – тигәйне. Ҡатынығыҙҙың тыуған көнөнә һәр саҡ картиналар бүләк итәһегеҙме?
– Юбилейҙарына мотлаҡ картина яҙам. Ә былай байрамдарға, тыуған көндәренә һәр саҡ сәскәләр бүләк итәм. Луиза үҙе лә сәскә үҫтерергә ярата, тормошомдо йәмләп торған бер матур гөлөм дә ул. Ижадҡа илһам биргән, тормошобоҙҙо нурлы иткән ҡатыныма ҡарап һәр саҡ һоҡланам һәм Хоҙайыма юлымда осратҡаны һәм ҡауыштырғаны өсөн мең рәхмәттәр уҡып бөтә алмайым. Киләсәктә яратҡан ҡатыныма арнап байтаҡ картина яҙылыр.
– Йортоғоҙҙоң бер бүлмәһендә һеҙҙең оҫтахана урынлашҡан. Бында ниндәйҙер кимәлдә ижади тәртипһеҙлек тә тойолғандай: төрлө буяу бумалалары, майлы буяуҙар, картина рамдары, тамамланған картиналар, яҙылыу өҫтөндәгеләре лә урын алған. Был бүлмә – һеҙҙең өсөн...
– Күңелемде бушата торған бер сихри урын ул. Ошонда инһәм, үҙемдә аңлата алмаҫлыҡ көс-дәрт тоям, ҡанаттарым үҫеп киткәндәй була, йөрәгем нығыраҡ тибә башлай, һәм ҡулыма үҙем дә һиҙмәҫтән ҡылҡәләм алам.
– Ғүмәр Ишбулды улы, ижадығыҙҙа күбеһенсә пейзаж жанры өҫтөнлөк итә. Пейзажсы булараҡ, һәр һүрәтегеҙҙә – тәбиғилек. Тойғоларға бай күңелегеҙ, матурлыҡты күрә белеүегеҙ күҙгә ташлана. Ни өсөн һеҙ тәбиғәт күренештәрен, тыуған яғығыҙҙы һүрәтләргә яратаһығыҙ?
– Сөнки мин үҙем дә тәбиғәт балаһы. Ауылда тыуып үҫеүем дә, ғүмерем буйы юлдар төҙөүем, тәбиғәттә йыш булыуым да үҙ ролен уйнамай ҡалмағандыр. Минең өсөн, ысынлап та, тыуған яғымдың, ауылымдың тәбиғәт күренештәрен, уның хозур урындарын һүрәтләү ниндәйҙер бер кинәнес бирә. Һуңғы ваҡытта бала сағымда хәтеремдә уйылып ҡалған тыуған ауылымдың күренештәрен, бөгөн бөтөнләй булмаған урындарын төшөрәм. Хатта ауылдаштар, үҙҙәре күреп, аптырап ҡала.
– Картиналар яҙырға заказ биреүселәр бармы?
– Әлбиттә. Күберәк тыуған көндәрҙә йәки осрашыуҙарҙа бүләк итеү ниәтенән һорап яҙҙыралар
– Һәр өйрәнсектең дә үҙ һөнәрсеһе була, тиҙәр. Һеҙ кемдәрҙе үҙегеҙҙең уҡытыусыларығыҙ тип һанайһығыҙ?
– Хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына ныҡлап һүрәт төшөрөүгә тотонһам да, мин электән буш ваҡыттарымда картиналар ижад итә торғайным. 1998 йылда Баймаҡ үҙәк китапханаһында район һәм ҡала һәүәҫкәр рәссамдары араһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың “Атайсалды ла юғалтһаҡ, донъябыҙҙан ни ҡала?” тигән һүҙҙәре менән аталған күргәҙмәм беренсе урынға лайыҡ булды.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һәүәҫкәр рәссам Миҙхәт Байрамғолов минең өсөн уҡытыусы ла, үҙ һүҙен әйткән, өйрәткән, кәңәш биргән остаз да булды. Уның һәр саҡ дәртләндереп тороуы, “Ғүмәр, картиналарыңды яҙ”, “Тәбиғәт күренештәрен һүрәтләгәндә халыҡсан һыҙаттар табырға тырышаһың, уларҙа тормош фәлсәфәһе тупланған” тигән һүҙҙәре ижад итергә ҡанатландыра ине. Унан күп нәмәгә өйрәндем. Уның тырышлығы менән районда Рәссамдар ойошмаһы ла булдырылды.
– Ғүмәр Ишбулды улы, үҙегеҙҙең шәхсән күргәҙмәне ойоштороу теләге бармы?
– Бар, әлбиттә. Хатта ауылдаштар ҙа был идеяны күптән тормошҡа ашырыуҙы көтә. Тик бына бер “әтнәкәһе” бар, тиергәме икән? Бөтә картиналарым да үҙемдә юҡ, сөнки уларҙың ҡайһы берҙәрен бүләк итеп биргәнмен, икенселәре заказ буйынса эшләнелгән. Үҙемдә бик аҙы ғына ҡалған. Күргәҙмә эшләү өсөн уларҙы ҡайтанан йыйып алырға йә иһә өр-яңынан картиналар яҙырға кәрәк. Яҙылып бөтмәҫ элек хужалары табылып тик тора (көлә – авт.). Шулай ҙа ундай хыял күңелдә бар, киләсәктә мотлаҡ тормошҡа ашыр, Алла бирһә.
– Талантлы кеше бар яҡлап та маһир, тиҙәр. Һүрәт төшөрөү менән генә сикләнмәйһегеҙ, ағас эшенә лә бик оҫтаһығыҙ.
– Уныһы ла күңел ҡушыуы буйынса инде. Тәүҙә яңы йорт һалып сыҡҡас, ихатаны, баҡсаларҙы үҙем теләгәнсә йыһазландырҙым. Йәй көнө сәй эсеү өсөн беседка, уларға ағастан ултырғыс, өҫтәл эшләп ҡуйҙым. Ейән-ейәнсәрҙәр өсөн бәүелсәк яһаным, мунсалағы эләүкә, ултырғыс-эскәмйәләрҙе лә үҙ ҡулдарым менән эшләнем, хатта Луиза апайығыҙ үҫтергән сәскәләрен ултыртыу өсөн махсус ағас һауыттар, кескәй генә ултырғыстар яһарға ла тура килде. Шулай уҡ заказ биреүселәргә лә дәрт иткәндә эшләп бирәм.
– Ҡартатай юлын ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ дауам итәме?
– Тимур, Камил исемле ейәндәрем, Элина исемле ейәнсәрем бар. Тимур менән Элина бик оҫта һүрәт төшөрә, икеһе лә һынлы сәнғәт мәктәбенә йөрөй. Кем белә, бәлки, улар киләсәктә сәнғәт юлын үҙ итер.
– Һәр ижад кешеһенең, бигерәк тә һынлы сәнғәтте үҙ иткән, картиналар яҙған рәссамдарҙың псевдонимы була. Һеҙҙеке лә барҙыр, моғайын?
– Бик ябай ғына ул. Ғүмәр.
– Ихлас әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙҙең йырлы һәм матур күңелегеҙ, майлы буяуҙар шаңдауы булып үҙегеҙ ижад иткән картиналарҙа ҡалһын, улар һәр кемгә йылылыҡ һәм матурлыҡ бүләк итһен! Артабан да уңыштар һеҙгә!
- Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ ҡалаһы