Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2023, 08:43

“Атайсал” халыҡты берләштерҙе

Һәр кем уны күңел талабы тип ҡабул итә.

Туймазы ҡалаһында “Йәнтөйәгем – Атайсал” өсөнсө муниципаль форумы үтте. Ул Башҡортостан Башлығы гранттары фонды булышлығында ойошторолдо. Күләмле сарала Октябрьский ҡалаһы, Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Йәрмәкәй, Дәүләкән, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары вәкилдәре ҡатнашты.

“Родина” мәҙәниәт һарайына килеп инеү менән байрам кәйефе хөкөм һөрә ине. Ҡунаҡтар “Яҡташтарҙың изге эштәре” видеозалында яҡташтарыбыҙ тормошҡа ашырған проекттар тураһында видеояҙмалар менән танышты. Ирекмәндәр менән эште ойоштороу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Сарала ҡатнашҡан һәр район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлектәре йыл дауамында һүрәттәр конкурсы уҙғарған. Еңеүсе һүрәттәр галереяһы йыйынға йәм өҫтәне. Туймазы районының ауыл хужалығы тармағы бөгөн районда етештерелгән аҙыҡ-түлек, көндәлек тауарҙар күргәҙмәһе менән ҡунаҡтарҙы хайран итте.

Сараның пленар ултырышынан һуң ҡатнашыусылар түңәрәк өҫтәлдәр эшендә ҡатнашты. Йәштәр өсөн сессиялар, “Тамыр” телестудияһынан оҫталыҡ дәрестәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм эшҡыуарҙар өсөн страт-сессия ойошторолдо, “Атайсал” фекер алышыу майҙансығы ҡаралған ине.

 

Яңы Бишенденең яңы һулышы

 

Тантана райондың Яңы Бишенде ауылында башланды. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфийәнов, ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы яугирҙәрҙең батырлығы алдында баш эйеп, һәйкәлгә сәскәләр һалды. Артабан дини конфессиялар вәкилдәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үтте. Хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр тураһында уртаға һалып һөйләшеү әһәмиәтле булды.

Яңы Бишенде ауылы әллә ни ҙур түгел. Яҡынса 250 кеше йәшәй.

Бында ошо ауылда тыуып үҫкән Рәил Фәхретдинов ярҙамы менән мәсет, үҙ эсенә фельдшер-акушерлыҡ пунктын алған мәҙәниәт йорто, уның алдында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, яу ҡырында башын һалған яугирҙәрҙең, тыл ветерандарының хәтерен мәңге­ләш­тергән һәйкәл төҙөлгән. Рәил Фәх­рет­динов – “Альтернатива” заводының генераль директоры. Ауылында тор­мош­ҡа ашырған сараларға ул яҡынса 27 миллион һум аҡса сарыф иткән.

– Минең бала сағым үткән ер. Ауылым бөтмәһен, бала-саға уңайлы, заманса шарттарҙа йәшәһен тип башланым был эште. Ауыл эргәһендә күл, алма баҡсаһы бар ине, ул ҡороно. Быуа эшләнек. Быйылдан алма баҡсаһын тер­ге­ҙеүгә тотонабыҙ. Мәҙәниәт йорто интернет селтәренә тоташтырылған. Ба­лалар кино ҡарарға, теннис уйнарға йыйыла. Ауыл халҡы концерт та ҡарай ала.

Бында минең атай йортонда ҡустым йәшәй. Дуҫтарым, класташтарым ошонда. Тыуған төйәк гел яҡын һәм үҙенә тарта, – ти Рәил Камил улы.

Ауылдаштары уның һәр башланғы­сын хуплап ҡабул итә һәм ярҙамға килергә әҙер. Әле лә класташтары, күрше-тирә алма баҡсаһын тергеҙер өсөн яҙҙы түҙемһеҙлек менән көтә.

Бишенде ауыл биләмәһе хакимиәте рәйесе Ринат Миңнуллин һөйләүенсә, ауыл клубы элек бик насар хәлдә булған.

– Ҡышын бер бүлмәлә генә утын яға инек. Йылы торманы. Хәҙер иһә ауылда йәшәгән 250 кешене хеҙмәт­ләндергән фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Туймазы дауаханаһынан табиптар килеп ҡабул итеүҙәр ойоштора. Мәҙәниәт йорто гөрләп эшләй. “Бишенде шишмәһе” фольклор ансамбле бар, сәләмәт тормош алып барыусылар төркөмө йыйыла. Алмакүл кипте, шуны тергеҙеп, быуа эшләп, селбәрә ебәрҙек. Һабантуй байрамдары үткән туғайҙы рәткә килтереп, сәхнәләр эшләп ҡуйҙы ауылдашыбыҙ. Ә төҙөлгән мәсет ниндәй матур! Йома һайын унда кеше ағыла, – ти хакимиәт етәксеһе.

 

Берҙәмлек билдәһе

 

– “Атайсал” проектында тыуған ергә рухи ҡараш сағылыш таба. Хәҙер махсус хәрби операция ваҡытында ярҙам акцияларына ябай өләсәйҙәрҙән алып эре эшҡыуарҙарға тиклем төрлө кешеләрҙең ҡушылғанын күрәбеҙ. Кемдер ойоҡ, бирсәткә бәйләй. Кемдер республиканан алынған һалдаттар өсөн йөк машиналары, мунсалар ебәрә. Улар бөтәһе Тыуған иленә ярҙам итә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.

5 майҙа баш ҡалала “Атайсал” проектының яҡынса һөҙөмтәләре иғлан ителәсәк, тип белдерҙе ул.

Республика форумы бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Унда билдәле яҡташтарыбыҙ йыйыласаҡ. Уларҙың һәр береһенең сығышын көтәбеҙ. Бөгөнгә тормошҡа ашырылған эштәрҙең дөйөм күләме бер миллиард һумға барып баҫты. Был – бик ҙур сумма һәм шуны билдәләп үткем килә: сараларға республика һәм федерель ҡаҙнанан бер тин дә аҡса бүленмәгән. Барлыҡ эштәр ҙә халыҡ башланғысы һәм яҡташтарыбыҙ иҫәбенә атҡарыла, – тип билдәләне Урал Килсенбаев.

Форум төрлө сараларға бай булды. Шуларҙың береһе район брендтары һәм туризмды үҫтереүгә арналғайны. Сарала ҡатнашҡан 11 райондың бизнес-шәрифтәре, алдынғы эшҡыуарҙар ҡатнашлығында үткән түңәрәк өҫтәл брендтарға һәм халыҡты йәлеп итеүгә йүнәлтелде. Уйын форматында үткәрелгән фекер алышыуҙа районға ҡунаҡтар саҡырыу, туристар йәлеп итеү өсөн ниҙәр эшләргә кәрәклеге тураһында һүҙ барҙы. Сессияны Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев алып барҙы.

11 район вәкилдәре туризмды йәлеп итерҙәй брендтарҙы барланы: Октябрьский ҡалаһында был 100-сө скважина, ике сәғәтлек күпер; Бүздәктә консерва заводы, сейә баҡсалары; Шаранда – еләк; Бәләбәйҙә – сыр; Әлшәйҙә – шәкәр заводы һәм ҡымыҙ; Йәрмәкәйҙә – һыу, этнотуризм, студенттар лагеры; Бишбүләктә байбаҡтар ҡурсаулығы. Туймазы районы бизнес-шәрифе Ирина Токарева иһә Ҡандракүлдә ял итеү мөмкинлектәре тураһында бәйән итте.

 

“Айыҡ ауыл” ҡайҙан башлана?

 

Айырым секцияла үрҙә телгә алынған район вәкилдәре, төркөмдәргә бүленеп, “Биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү” тураһында һөйләште. Был түңәрәк өҫтәлдә 90 ауыл хакимиәте рәйесе, эшҡыуарҙар һәм ауыл советы депутаттары ҡатнашты. Ике сәғәт эсендә төркөмдәргә бүленгән белгестәргә биләмәне үҫтереү өсөн үткәрергә кәрәк сараларҙы барларға кәрәк ине. Төп сара халыҡтың тормошон йәнләндереп, ауылға яңы һулыш өрөрҙәй булырға тейеш. Һәр бер идея һәм ҡыҙыҡлы фекер “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендәге гранттар исемлегенә индереләсәк.

– Конкурс өс йыл бик уңышлы тормошҡа ашырыла. Ошо ара эсендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән гранттар күләме билдәләнде. Фонд 40 миллион һум тәшкил итә. Ҙур ауылдар алты миллион һум, бәләкәйҙәр өс миллион һум аҡса ала. 2021 йылда 12 ауыл гранттар иҫәбенә спорт майҙансыҡтары төҙөү, мәсет һәм ҡорамдарҙы төҙөкләндереү, техника, төрлө йыһаздар алыу кеүек эштәргә тотондо, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, Башҡорт дәүләт медицина университетының фундаменталь медицина һәм генетика кафедраһы профессоры Сәлиә Мырҙабаева.

Бәләбәй, Баҡалы, Шаран һәм Туймазы райондары вәкилдәре даими рәүештә муниципаль-ара ҡышҡы Спартакиада ойоштороу; спиртлы эсем­лектәр ҡулланған ғаиләләр өсөн урында психолог консультациялары; экологик ғәмәлдәр; милли костюмдарҙың тематик этник фестивалдәре буйынса тәҡдимдәр индерҙе. Сәлиә Мырҙабаева Баҡалы вәкиленең алкоголһеҙ милли эсемлектәр фестивален ойоштороу тураһындағы фекерен хупланы.

Форумда ҡатнашыусылар “Айыҡ ауыл” конкурсына 50-нән ашыу идея тәҡдим итте.

 

Камил Йыһаншиндың үҙ музейы бар

 

Тыуған илде ҡәҙерләргә, тыуып үҫкән ерҙе яратырға һәм яҡташтар менән туғанлыҡ ебен юғалтмаҫҡа кәрәк тип һанай сығышы менән Туймазы районы Ҡандра ауылынан булған Башҡортос­тандың халыҡ яҙыусыһы, сәйәхәтсе, Рәсәй Федерацияһы Президентының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы лауреаты Камил Йыһаншин.

– Мин күп сәйәхәт иттем. Сит илдә ватандаштарым менән осраштым, улар йыш ҡына үҙҙәрен ҡәнәғәт, хатта бәхетле кешеләр итеп тоя һәм һине лә шуға инандырырға маташа. Ә яҡын­да­ныраҡ танышһаң, һәр кем тыуған өйөн, тыуған ауылын, тыуған яғын һағына.

Ҡандра ауылында тыуыуыма шатланам. Был ер миңә көс, дәрт бирә. Туй­мазы районында бик ижади, эшһөйәр, ҡыҙыҡлы кешеләр йәшәй, уларҙың тормошҡа һөйөүе мине рухландыра. “Атайсал” проектына килгәндә, был – бик изге һәм мөһим башланғыс, проектҡа ихтыяж ҙур икәнен күреп торабыҙ. Һәр ҡатнашыусы уны бурыс тип түгел, ә йөрәк саҡырыуы һәм күңел талабы тип ҡабул итә. Му­зей­ға килгәндә, тәүҙә иҫән килеш үҙ исемеңдәге музей булдырыу килешеп етмәгән эш тип уйланым. Китапханасылар балаларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү, ҡыҙыҡлы яҙыусы менән осрашыуҙар үткәреү кәрәклеге тураһында әйткәс, ризалаштым. Был музейҙа минең китаптарым, сәйәхәт­тәрҙән алып ҡайтҡан фотоларым һәм төрлө ҡыҙыҡлы әйберҙәр урын алған. Уҡыусылар уларҙы күреп рухланыр тип уйлайым, – ти Камил Фәрухша улы.

Туймазы ҡалаһының 1-се гимназияһы директоры Румил Әйүпов, уҡытыусы Люциә Дәүләтшина һәм бөтә хеҙмәт коллективы музейҙы булдырыуға күп көс һалған. Уны заманса музей тип тә атарға була, сөнки китаптарҙы алып уҡырға, төп нөсхәләрҙе тотоп ҡарарға мөмкин.

Камил Йыһаншин бөгөнгө форум сик­тәрендә “Атайсал” проекты ҡара­мағында ойоштороласаҡ республика легендалар конкурсын башлап ебәргән.

 

Киләһе сара Дүртөйлө районында үтәсәк

 

Бөгөнгә “Атайсал” проектында Башҡортостан биләмәһендә генә түгел, ә Рәсәй Федерацияһының 20 субъектында, дүрт илдә — Австрияла, Испанияла, АҠШ-та, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә йәшәгән 3600-гә яҡын яҡташыбыҙ ҡатнашҡан.

Сараның пленар өлөшөндә Баш­ҡорт­остан Башлығы Хакимиәте етәксе­һенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, “Атайсал” проектына йомғаҡ яһап, проектта ҡатнашҡан яҡташтар менән таныштырҙы. Залда ултырған­дарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Киләһе сара ике аҙнанан Дүртөйлө районында үтәсәк.

Урал КИЛСЕНБАЕВ, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары:

– Был проекттың үҙенсәлеге шунда: уны власть органдары башлап ебәр­мәне. Киреһенсә, халыҡ баш­ланғысы менән тыуған сара. “Атайсал” проекты Башҡортостан ерендә йәшәгән халыҡтарҙың ғөрөф-ғә­ҙәттәренә, йолаларына бәйлелер тип фекер йөрөтәм. Беҙҙең халыҡ­тың өмә йолаһын ғына алғанда ла, бер-береңә ярҙам итеү күренеше ныҡ көслө булған. Бөтә ауыл, күр­ше­ләр менән бесән әҙерләгәндәр, өй күтәргәндәр, ауыр эштәрҙе баш­ҡарғандар. Беҙҙең маҡсат ошо йоланы боҙмай, халыҡтың рухын дәрт­ләндереп кешеләрҙе берләштереү.

Үҙенең тыуған яғынан ситтә йәшәгән, эшләгән кешеләр олоғая бара йәнтөйәгенә тартыла һәм күптәр күсеп килеү мәсьәләһен дә ҡарай башлай. Ошо проект аша кендек ҡаны тамған ере менән ныҡлы бәйләнеш булдырған кешеләр ҙә булды. Иң мөһиме, ошондай осрашыуҙар мәлендә ауылды борсоған мәсьә­ләләр ҙә килеп сыға. Мәҫәлән Туймазы районында һәр ауылда тиерлек эсәр һыу мәсьәләһе киҫкен тора. Ғөмүмән, проекттарҙың күбеһе шишмәләрҙе таҙартыуға, шишмәгә юл һалыуға ҡайтып ҡала. Икенсеһе иһә – зыяраттарҙы тәртипкә килтереү. Был нимә тураһында һөйләй? Шишмә – ул йәшәү сығанағы, ә зыяраттар – ата-бабалар ерләнгән изге урын. Был кешеләрҙең быуындар бәйләнешенең көсө, шул сәбәпле изгелек ҡылыу теләге тыуыу менән аңлатыла.

 

Дарвин ЙОМАҒОЛОВ, Бишбүләк районының Калинин ауыл биләмәһе хакимиәте рәйесе:

– Форумда ҡатнашыуыма бик шатмын. Районыбыҙға туристарҙы йә­леп итеү сессияһында ҡатнаш­тым. Уртаҡ фекер, уртаҡ эш менән янға­ныбыҙ күренде. Бишбүләк районы эко­логик яҡтан бик таҙа. Беҙҙең ауыл биләмәһендә “Атайсал” проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Парк булдырылды, шишмәләр таҙар­тылды, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, һәләк булғандар иҫтәлегенә арналған мемориал тө­ҙөкләндерелде. Халыҡ проектты йылы ҡабул итте. Ҡул ярҙамы кәрәк булғанда, тиҙ арала йыйылып, эш­ләшергә сығалар. Беҙҙең ауылдың киләсәге туризмға ныҡ бәйле тип уйлайым, глемпингтар төҙөү тура­һында тәҡдим яңғыраны. Башҡорт­останда берҙән-бер байбаҡтар заказнигы ла беҙҙең биләмәлә урынлашҡан. Этно-туризм, экологик туризм өсөн бөтә шарттар бар.


Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас: