Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Февраль 2023, 09:06

Бал ҡорттары бик аҡыллы һәм егәрле

l Бал ҡорттары – “математиктар”. Уларҙың кәрәҙе тигеҙ яҡлы, ифрат ныҡлы төҙөлөштө хәтерләтә һәм мөйөштәре 109,28 градусҡа тиң.

l Бал ҡорттары – еҫ һиҙеү буйынса чемпиондар. Улар төрлө еҫте кешегә ҡарағанда 1 мең тапҡырға көслөрәк һиҙә, ә сәскә еҫен бер саҡрымдан тоя.

l Инә ҡорттоң ҡарышлауығы (личинкаһы) биш көн эсендә 1500 тапҡырға ҙурайырға өлгөрә.

l Бал ҡорттарының кешегә билдәле булмаған тағы бер серле сифаты бар: улар ғәҙәттән тыш осраҡтарҙа, ғаиләһен һаҡлар өсөн, ғүмерҙәрен оҙайта ала.

l Бал ҡорто 100 грамм бал әҙерләр өсөн 46 мең саҡрым юл үтә, ул экватор буйлап әйләнеп осоп сыҡҡанға тиң.

l Эшсе ҡорт бер көндә ете мең сәскәне һеркәләндереп өлгөрә. Ҡайһы берәүҙәре үҙенән бер нисә тапҡыр ҙурыраҡ йөк менән оса ала.

l Йөкһөҙ ҡорттоң тиҙлеге сәғәтенә 65 саҡрым булһа, йөк менән ул ике тапҡыр әкрен оса.

l Бер ҡорт бер осоуҙа 40-50 миллиграмм һут килтерә.

l Осоп барған бал ҡорто үҙе тирәһендә электр майҙаны ҡора һәм уның һүлпәнәйә башланған заряды 1,5 – 1,8 вольтҡа етергә мөмкин.

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: