Илһөйәрлек, Тыуған илеңә, йәнтөйәгеңә файҙа килтереү тойғоһо бөгөн айырыуса ныҡ баһаланған заманда халыҡ та берҙәмерәк була бара. Нуриман районына эш сәфәребеҙҙең төп маҡсаты ошондай замандаштарыбыҙ менән осрашыу ине.
Республикала иғлан ителгән Атайсалға файҙалы эштәр йылы һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән старт алған “Атайсал” проекты ла изге эштәргә этәргес бирә. Нуриман районында йәнтөйәгенең киләсәге өсөн битараф булмағандар аҙ түгел. Нимесләр ауылынан Әлфирә менән Әлфир Нурғәлиевтәр – ошондай замандаштарыбыҙ. Үкенескә ҡаршы, беҙ барғанда ғаилә башлығы эштә булып сыҡты. Ауыл шишмәһенә яңы һулыш биреү өсөн башынан алып аҙағынаса йөрөгән Әлфирә Фоат ҡыҙы менән һөйләшеүебеҙ бынан ике йылға яҡын элекке ваҡиғаларҙан, шишмәне төҙөкләндереү ниәте барлыҡҡа килгән осорҙан, башланып китте. “Ватсап” мессенджерында ауылдың төркөмөн булдырыу ҙа яҡташтарын туплауҙы, үҙ-ара бәйләнештә булыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Тәүҙә унда ете кеше ине, хәҙер уларҙың һаны 300-гә яҡынлай. Шишмәне төҙөкләндергәндә лә үҙ-ара бәйләнештә булыу өсөн ауылдың төркөмө әһәмиәтле роль уйнай.
– Ауылда Мәсет күле бар. Кешеләр йорттарында ҡоҙоҡ ҡаҙытһа, күлдең һыуын да ҡулланалар. Ике йыл элек уның һыуы һайыға башланы. Унан һыу алыу ҙа ауырлашты. Быны күреп, ошо күлгә ҡойоусы тау шишмәһенең торошон яҡшыртыу, һыуын алыуға уңайлы итеп эшләү теләге барлыҡҡа килде. Был хаҡта ауылдаштар төркөмөнә яҙҙым, һәм күптәр был фекеремде күтәреп алды. Тәүге маҡсат шишмә сыҡҡан ерҙе табыу ине. Был үҙе арыу ғына мәшәҡәттәр тыуҙырҙы. Сыҡҡан урынын таҙартып, юлын асып ебәргәйнек, шишмә тағы ла шәберәк ағып китте.
Артабан ауыл халҡы менән күмәкләп эшкә тотондоҡ. Тәүге сиратта төҙөлөш кәрәк-ярағы алыр өсөн аҡса йыйҙыҡ. Ауылдыҡылар ғына түгел, ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа үҙ өлөшөн индерҙе. Барлыҡ эш өмә менән башҡарылды. Шишмә сыҡҡан урынды тейешенсә төҙөкләндереп, һыу алыуға уңайлы булһын өсөн торба һалып, ҙур эш башҡарҙыҡ, хатта кәртәләп, буяп та ҡуйҙыҡ.
Дөйөм эштә әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарымды ла билдәләп үткем килә. Улар – Рафаҡ Хәйруллин, Мөхәррәм Камалов, Фәнзил Шәйҙуллин, Илнар Ғәлимов, Илһам Нурисламов, Урал Вәлиев, Фәйрүзә менән Сәлих Исмәғилевтәр, Фәнилә Насретдинова һәм башҡаларҙы телгә алырға мөмкин. Хатта 80 йәштән уҙған Мәсғүт Абдуллин да ситтә ҡалманы. Өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа ҡайтҡан балалар ҙа ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итте. Эш башлағанда килеп сығырмы икән, тигән шик булһа ла, күмәк тырышлыҡ менән маҡсатыбыҙға өлгәштек, – тип һөйләне Әлфирә ханым.
Был һүҙҙәрҙә ауылдаштарының бер төптән булыуына рәхмәтле икәнлеге лә күренде. Шишмәнең тирә-яғын төҙөкләндереп кенә ҡалмағандар, һыуының сифатын да тикшерткәндәр.
Нимесләр ауылының йәнә бер хыялы бар – шишмәгә илткән юлға таш түшәтеү. Был маҡсаттарының да яҡын киләсәктә тормошҡа ашырына ышана улар.
Нимесләр ауылының шишмәһенең киләсәге өсөн янып-көйөп йөрөгән Әлфирә Фоат ҡыҙының был яҡтың килене икәнлеген белгәс, уға хөрмәтебеҙ тағы ла артты. Архангел ҡыҙын яҙмыш 1990 йылда ошо ауылға килтерә, һәм хәҙер инде оҙаҡ йылдар иренең тыуған ерендә төпләнеп ғүмер итәләр. Бергәләп өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Нуриман минең өсөн тыуған ерем һымаҡ ҡәҙерле, ти ул.
– Шишмәне яңыртҡас, әлбиттә, күңелдә ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо тыуҙы. Уның һыуын бигерәк йәйен күпләп алалар. Хатта күрше ауылдан да киләләр. Күмәкләп тотонғанға, эшебеҙ ырамлы барҙы. Ғөмүмән, Нимесләр ауылының кешеләре электән берҙәм. Ҙур эштәрҙе шулай өмә менән башҡаралар. Әле ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ойоҡбаштар бәйләй. Бер партия йылы кейемдәр бәйләп тапшырҙыҡ та инде, – тип ауылдаштары менән ғорурлығын йәшермәне ул.
Тыуған ерҙәренә ҡәҙер күрһәтеп, һаҡлап йәшәүҙәре менән өлгө була белгән Нимесләр ауылы уңғандарына изге эштәренең дауамлы булыуын теләйбеҙ.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА