Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март 2023, 13:44

Атай балтаһына тоғролоҡ

Һәр ауылда алтын ҡуллы балта оҫталарын осратырға була. Был бик ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Тимәк, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған боронғо кәсеп быуындан-быуынға тапшырыла.

Йылайыр районының Һабыр ауылынан балта оҫтаһы Вәлитдин Хөсәйен улы Асаиновты районда ғына түгел, бүтән төбәктәрҙә лә яҡшы беләләр. Етмешкә аяҡ баҫҡан ир-уҙаман ғүмер буйы ағас эше менән шөғөлләнә. Атаһы мәрхүмдән ҡалған балтаны һөйәл­ләнеп ҡатҡан ҡулдарынан бер ҙә төшөрмәй эшләй ул.

Бала сағы һәм йәшлек йылдары совет осорона тап килгән егет, тиҫтерҙәренән ҡалышмаҫҡа тырышып, мәктәптән һуң Юлдыбай һөнәрселек училищеһына уҡырға бара һәм механизатор һөнәрен үҙләштерә. 1978 – 1980 йылдарҙа Донецк өлкәһенең Артемовск ҡалаһында мотоуҡсылар ғәскә­рендә хеҙмәт итә. Ватан алдындағы бурысын намыҫлы үтәп, сержант тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.

Совхоз эшендә лә ҡанына һеңгән кәсепте онотмай. Саҡ ҡына буш ваҡыты булдымы, яратҡан ағас эшенә тотона.

– Мин иҫ белгәндән атайым кешеләргә өй бурай торғайны. Шуны күреп үҫкәнгәме, был шөғөл миңә лә оҡшай. Атайымдан ҡалған балтамды тотоп, 1986 йылдан ҡалымда йөрөйөм. Йәшерәк саҡта оҫталар бригадаһында эшләнем. Ағастан мунса, усаҡлыҡ, һарай төҙөү, өй бурау кәсебен Шәрифйән ағай, Таһир бажа, Хөснөлхаҡ һәм Нуритдин ағай мәрхүмдәрҙән үҙләштерҙем, – тип хәтер йомғағын һүтә Вәлитдин ағай.

Белеүегеҙсә, шәп балта оҫта­һына бер ниндәй реклама ла кә­рәкмәй. Уны эшенә ҡарап беләләр. Йылдар үтеү менән балта оҫта­һының ҡулы ла шымара. Ауылда “йүкә телефон” шәп эшләй бит. Вәлитдин Асаиновтың даны ла тирә-яҡҡа тиҙ тарала. Һуңғы биш-алты йылда ул үҙенең бригадаһын ойошторған.

– Ағас эшен яҡшы белгән Йәмил ҡәйнешем, Рәфил ҡоҙа һәм улым Вадим менән барлыҡ төҙөлөш эштәрен башҡарабыҙ. Ҡарағай, ҡарағас, уҫаҡ ағастарынан өй бурайбыҙ, әҙер бураны тәғәйен урынға алып барып күтәрәбеҙ, ҡыйығын ябабыҙ. Ҡайһы саҡ йәшәлгән йорттоң бураһын һүтеп алып, икенсе урынға, хатта башҡа районға алып барып, күтәреп ултыртырға тура килә. Кемдер өйөнә төкәтмә һуҡтыра, кемдер ҡыйығын яптырырға саҡыра. Барыһын да булдырабыҙ, берәүҙең дә үтенесен кире ҡаҡмаҫҡа тырышабыҙ, – ти оҫта.

Вәлитдин Асаинов етәкселе­гендәге оҫталар бригадаһын ҡара яҙҙан алып ергә беренсе ҡар ятҡансы өйҙәрендә тотоп булмай. Уңған ир-егеттәр бесән әҙерләргә генә ҡайтып китә, тиһәң дә була. Улар Хәйбулла районының Аҡъяр, Маҡан, Сәғит, Өфө, Йәнтеш, Михайловка, Һамар ауылдарында бик күп йорт һалған. Ейәнсура, Кө­йөргәҙе райондарына, хатта Ырымбур өлкәһенә лә барып эшләп ҡайтҡандар. Әле генә Сибай ҡалаһында ҙур өй күтәреп ҡайтҡан балта оҫталары Кананикольск, Анновка ауылдарынан да төкәтмә һуғыуға һәм ҡыйыҡ ябыуға заказ алғандар.  Шулай, оҫтаның даны үҙенән алда йөрөй, тигәндәй, Вәлитдин ағайға ла күптән инде данлыҡлы балта оҫтаһы тигән исем “йәбешкән”.

- Альбина ТАҺИРОВА

Читайте нас: