Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март 2023, 13:51

Орлоҡ алғанда нисек алданмаҫҡа?

profile.ru
Фото:profile.ru

“Яҙ етеп, үҫенте сәсер мәл етһә, тормош иптәшем менән һүҙгә килешәбеҙ: икебеҙ ҙә баҡса эштәрен яратабыҙ, үҫентеләр ултыртабыҙ. Әммә ул осһоҙ орлоҡ алырға ярата. Мин иһә матур, сағыу ҡаплы, ҡиммәтле, билдәле етештереүселәрҙең орлоғон хуп күрәм. Яҙын кәм тигәндә ике мең аҡсамды орлоҡҡа түгәм. Ә тормош иптәшем “орлоҡ ҡыйбат була алмай” тигән ҡарашта. Белгестәрҙең фекерен ишетеп, алтын урталыҡты табырға ине”, – тип яҙа Яңауылдан Тәслимә Яппарова.

Рәсәй Ауыл хужа­лы­ғы үҙәгенең Әлшәй районы буйынса әй­ҙәү­се агрономы Гөл­фиә Яхина яуап бирә:

– Тиҙҙән баҡсасылар үҫентеләр сәсә башлая­саҡ. Сифатлы уңыштың нигеҙе сифатлы орлоҡ икәнен онотмаҫҡа кәрәк. “Орлоғона күрә емеше”, “орлоғона күрә уңышы”, “яман орлоҡ сәсеп, яҡшы игенгә өмөт итмә” тигән әйтемдәрҙе генә иҫкә төшөрәйек.

Орлоҡ алғанда, баҡсасылар, ғәҙәттә, дүрт хата эшләй:

  1. Ябай ғына ҡапҡа төрөлгәнен алмай. Сағыуына өҫтөнлөк бирә. Ябай ҡаптағыһы ҡыйбатлы орлоҡтан бер ҙә ҡайтыш булмауы ихтимал. Уның етештереүсеһе тураһында мәғлүмәтте иғтибар менән уҡып ҡарағыҙ.
  2. Артыҡ һаҡсыллыҡ. Кәштәләргә яҙын хатта бер, өс, биш һумлыҡ орлоҡ һалып ҡуялар. Ғәҙәттә, уларҙың һаҡланыу ваҡыты үтеп киткән була. Бындай орлоҡтан фәтүә булмаясаҡ.
  3. Ҡаптағы һүрәткә ҡарап ҡына орлоҡ алыу ҙа дөрөҫ түгел. Реклама индустрияһы үҫешкән заман. Фотошоп ярҙамында ябай ғына һүрәтте лә матурлап, ҙурайтып була. Һүрәткә ҡуйылған ҙур ҡайындың Үзбәкстан ҡояшында ғына тәмле булып үҫеүе ихтимал.
  4. Борсаҡ рәүешендәге орлоҡтарҙан баш тартыу. Был орлоҡтар фунгицид йә башҡа файҙалы ҡушылмаға төрөлгән була. Улар сәсеүгә бик ҡулай. Тәүге осорҙа ашлама ла биреп торорға кәрәкмәй. Тиҙ шыталар, ҡоротҡос һәм ауырыуҙарға ҡаршы торорлоҡ көстәре була. Сәсеүе уңайлы. Был орлоҡтар башлыса районлаштырылған була. Шулай ҙа орлоҡ тураһындағы мәғлүмәтте һәйбәтләп уҡып сығығыҙ.

Агроном Гөлфиә Яхина кәңәш итеүенсә, ышаныслы етештереүселәрҙең орлоҡтарына өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Ә һеҙ орлоҡ алып өлгөрҙөгөҙмө? Ниндәй етештереүсегә өҫтөнлөк бирәһегеҙ? Ниндәй йәшелсәне һәм еләк-емеште яратып үҫтерәһегеҙ?

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас: