Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2023, 20:26

Сәскәләр – тормош биҙәге

Яҡшы кәйеф бүләк итәләр.

Сәскәләр – тормошо­боҙҙоң айырылғыһыҙ юлдашы, донъяға башҡаса ҡарарға, күңелһеҙ булғанда кәйефте күтәрергә ярҙам итә. Уларҙы кем генә яратмай икән?! Мәләүез ҡалаһында йәшәгән Люциә Сөйөнова тырышлығы менән бер генә байрам, бер генә тантана ла сәскәһеҙ үтмәй. Тормош иптәше менән улар 26 йыл элек үҙҙәренең эшен – сәскә магазины асалар.

– Ул ваҡытта ҡала универмагында эшләнем. Шул ваҡытта бер таныш сәскә һатырға тәҡдим итте. Аҙаҡ тормош иптәшем менән үҙ эшебеҙҙе асырға кәрәклеге хаҡында фекер йө­рөткәндә, сәскә магазинын булдырыуҙы уйланыҡ. 

“Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ” тигәндәй, шәх­си эшҡыуарлыҡҡа ныҡлы уйлап тотондоҡ. Ул ваҡытта теплицала үҫте­рел­гән калла һәм кескәй розалар ғына һатыуҙа бар ине, ә беҙ Өфөнән башҡа төрлөһөн ала башланыҡ, һуңынан инде Урта Азия илдәренән килтерҙеләр. Яй­лап үҫешеп киттек. Сауҙа нөктәһендә ал­лы-гөллө сәскәләр тирә-яҡҡа нур һи­беп, балҡып, матурлыҡ бөркөп ултырҙы, – тип йылмайып иҫкә ала Люциә Рәүил ҡыҙы.

Ысынлап та, Мәләүездә Сөйөновтар ғаиләһен белмәгән кеше юҡтыр. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында хәҙерге кеүек сәскә бизнесы киң таралмаған ине, шуға ла “Ҡатыныма эштән һуң ҡай­ҙан барып гөлләмә һатып алырға икән?” тигән һорау ир-егеттәрҙә тыуманы. Әлбиттә, универмагта.

– Хоҙай шулай ҡушҡандыр инде. Әле лә иҫемдә, Азербайжандан килтерелгән сәскәләрҙе күреп, уларға ғашиҡ булдым. Сифатлы һәм шул тиклем наҙлы инеләр! Яйлап ҡына күләмде арттырҙыҡ, яңы тәьмин итеүсе эҙләнек. Аҙаҡ айырым бер һатыусыны эшкә алдыҡ.

Ихтыяж арта барҙы. Гөлләмәне тәүҙә үҙем йыйырға өйрәндем, төрлө композициялар эшләнек. Заказ артынан үҙем сығып киткән саҡтар ҙа, машинаға тейәп, төнөн ҡайтҡан осраҡтар ҙа йыш булды. Ауыр ваҡыттарҙа тормош иптәшем менән һәр саҡ бергә булдыҡ. Мин шуны аңланым: рух төшөнкөлөгөнә бирелеү урынына хаталарҙан һабаҡ алыу күпкә яҡшыраҡ. Был эштәрҙең барыһының да гөрләп эшләүенең башында яңылышыуҙар, түбән төшөүҙәр ҙә бар. Улар тәжрибә тупларға, аяҡҡа ныҡлы баҫырға ярҙам итте.

26 йыл дауамында даими һатып алыусылар ҙа барлыҡҡа килгән. Туй танта­наһы, 8 Март байрамы, бала тыуыу, тыуған көндәр һәм башҡа төрлө сара­ларҙы Сөйөновтар ярҙамында йәмләү­селәр байтаҡ. Бында һәр ваҡыт яңы өҙөлгән сәскәләр, әҙер бәйләмдәр һәм һауыттарҙа сәскә атып ултырған гөлдәрҙең ассортименты бай. Сәс­кә­ләрҙе тәүҙә ташыусыларҙан алһалар, хәҙер тура Голландиянан үҙҙәре ҡайтарта. Роза һәм хризантемалар, ләлә һәм лилиәләр, гербералар һәм башҡа бик күп иҫ киткес матур сәскәләр.

– Бөгөн Мәләүез ҡалаһында беҙҙең өс сауҙа нөктәһе бар. Күрше ҡалаларға ла саҡырғандары булды, башҡа район үҙәктәренә лә. Беҙ сәскәләрҙең сифаты өсөн яуап бирәбеҙ, төрлө ташлама һәм акциялар булдырабыҙ. Флористарҙы үҙебеҙ өйрәтәбеҙ.

“Сәскәле ожмах” (Цветочный рай) салонының уңайлы мөхитендә төрлө үҫемлектәр һайларға, әҙер гөлләмә һатып алырға йәки уны флористар ярҙа­мында үҙеңә төҙөргә була. Һәр һатып алған сәскә композицияһы үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ һәм ихлас күңелдән яһала.

– Үҙ эшен яңы башлағандарға шуны әйткем килә: әйткән һүҙеңдә тора белергә, теләгеңде аныҡ аңларға, түҙемле булырға кәрәк. Балалар кескәй сағынан эштең бөтә нескәлектәрен күреп үҫте, бәлки, шуға ике ҡыҙымдың да, улымдың да үҙ бизнесын алып барыу теләге юҡтыр. Эш яуаплы, ауыр.

Сөйөновтар — булдыҡлы, ныҡыш, маҡсатҡа ынтылыусан ғаилә. Эшен яратып башҡарған, тырыш кешеләр тормошта үҙ урындарын табып, бәхетле ғүмер кисерә. Уларға ҡарап һоҡланмау, башҡаларға өлгө итеп ҡуймау мөмкин түгел!

 
Гөлназ САЛАУАТОВА

Мәләүез ҡалаһы.

Читайте нас: