Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Март 2023, 18:24

Әмир халҡы айыҡ йәшәү яҡлы

Шуға уларҙың киләсәге лә өмөтлө.

ауыл биләмәһе хакимиәте архивынан.
Фото:ауыл биләмәһе хакимиәте архивынан.

“Айыҡ ауыл” конкурсын республикабыҙ халҡы дәррәү ҡабул итте. Йолаға ингән сараның айыҡ, сәләмәт тормошҡа ынтылышты уятыуға ла йоғонтоһо ҙур. Бүздәк районының Әмир ауылында йәшәүселәр ҙә үҙҙәренең киләсәген айыҡлыҡта күрә. Уларҙың муниципаль этапта еңеп, бөгөнгө көндә республика кимәленә сығыуҙары ошо хаҡта һөйләй.

Әмир ауылы әүҙем йәмәғәт ойошмалары менән дә көслө. Атай­ҙар советының уңышлы эше лә хуп­лауға лайыҡ. Улар, бала­ларҙы тәрбиәләү сараларынан тыш, мәктәп биләмәһен, ауылды төҙөк­лән­дереүҙә лә әүҙемдәр. Мәҫәлән, күмәк көс менән балаларға шыуыр өсөн боҙҙан тау эшләп ҡуйғандар. Ҡа­тын-ҡыҙҙар ойошмаһының да үҙ йүнәлеше – йолаларҙы, элекке һөнәрҙәрҙе тергеҙеү йәһәтенән дә ҙур эш алып барып, тарихыбыҙҙы бөгөнгө менән бәйләйҙәр.

Халыҡтың бер төптән эшләй белеүе “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға дәрт бирә. Республика кимәлендәге бәйгегә лә улар сәмләнеп сыҡҡан.

 Ошо көндәрҙә “Әмир ауылы – сәләмәтлек биләмәһе” тигән халыҡ байрамы ла тап ошо конкурс сиктәрендә уҙғарылды. Халыҡтың сәләмәт тормош алып барыуға ынтылышы, төрлө һөнәрҙәргә эйә булыуы әлеге сарала сағылды. Район хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Тобо­лина һәм башҡа ҡунаҡтар әмир­ҙәрҙе тәбрикләп, уларға конкурста уңыштар теләне. “Әмир ауылы – сәләмәтлек биләмәһе” тигән флагты юғарыға күтәреү бурысы спорт менән шөғөлләнгән, сәләмәт тормош алып барған ауылдың иң оло кешеләренең береһе Мансур Үлмәҫҡоловҡа бирелде. Спортты үҙ иткәндәр ауылда аҙ түгел. Әлеге байрам мәлендә мәктәптә “Ғаилә менән ГТО тапшырырға” тип исемләнгән ҡышҡы фестиваль уларҙы үҙенә тупланы. Бында ололар ҙа йәштәргә матур өлгө күрһәтә белде. Мәҫәлән, 70 йәшкә етеп барған Рәис Исхаҡов унда ГТО-ның барлыҡ нормативтарын “Алтын билдә”гә үтәне.

Ауылдың һөнәрле кешеләренең оҫталығын да сағылдырҙы әлеге байрам. Уларҙың эштәренән күргәҙ­мә үҙ ҡыҙыҡһыныусыларын тапты. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ойош­торған майҙансыҡ ҡулдан эшләнгән сел­тәрҙәр, һуғылған балаҫтар менән халыҡтың иғтибарын йәлеп итте. Боронғо һөнәрҙәр юғалып ҡалмай. Өләсәйҙәрҙән был һөнәр нескә­лектәрен өйрәнеп, балаҫҡа яңы һулыш өрәләр.

Халыҡ уйындары, төрлө ярыш­тарҙа ла ихлас ҡатнашты әмирҙәр. Йолаларҙы тергеҙеүҙә генә түгел, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән ағинәйҙәр ҡуйған театрлаш­ты­рыл­ған тамаша ла тәрбиәүи мәғәнәгә эйә булды. Боронғо йырҙар йырлап улар йөн иләне, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә ойоҡбаштар бәйләне. Окоп өсөн шәмдәр эшләп, туҡмас, ҡорот әҙер­ләп тә улар үҙҙәренең илһө­йәрлеген күрһәтте.

“Әмир баҙары” тип исемләнгән йәрминкә лә байрамдың йәмле өлөшө булды. Милли аш-һыуҙың төрлөһөн күрергә мөмкин ине.

Айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуға ынтылған Әмир халҡының киләсәге өмөтлө, сөнки уларҙың ниәттәре изге, маҡсаттары ҙур.

- Резеда ӘХМӘТГӘРӘЕВА

Бүздәк районы

Читайте нас: