Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2023, 17:21

Аҫылташтар төпкөлдәрҙә ята

Ауыл халҡының күңел хазиналары күп.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Башҡортостан Башлығы грантына ойошторолған “Замандаш” экспедицияһы йылдан-йыл әүҙемерәк эшмәкәрлеге менән таныла бара. 2016 йылда башланғыс алған был актуаль проектты республиканың Драматургия һәм режиссура үҙәге директоры Әлиә Яхина, художество етәксеһе, Мәҙәниәт министрлығының бүлек етәксеһе Зиннур Сөләймәнов һәм режиссер, шеф-драматург Сәрүәр Сурина алып бара. “Замандаш”тар күптән түгел генә тәүге ҡышҡы экспедицияға сығып, Башҡортостандың иң алыҫ районы Хәйбулланың төпкөл ауылдары йәшәйешен, проблемаларын өйрәнеп йөрөп ҡайтты.

 

Нисек йәшәйһең?..

 

Бер нисә йыл инде “Замандаш” проектында ҡатнашыусылар республикабыҙҙың башҡорттар күпләп йәшәгән райондарына экспедициялар ойоштора. Һәр сәйәхәткә аныҡ маҡсат ҡуйыла, экспедиция ағзалары төрлө ауылдарҙың халҡы менән осрашып, уларҙың йәшәйешен өйрәнә, рухи һәм милли хазина булараҡ һаҡланған ҡомартҡылары менән таныша, һандыҡ төптәрендә ятҡан боронғо яҙмалар, хаттар, документтар өйрәнелә. Мәҫәлән, тәүге экспедиция Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ райондарына ойошторолоп, “Нисек йәшәйһең, башҡорт ҡатыны?” тигән проблеманы күтәрә. Милләтебеҙгә хас сифаттар йөрөткән сабыр, ғорур, ҡырыҫ, әммә ихлас ҡатын-ҡыҙҙарҙың бәхете баштан ашып йәшәгәне лә, замананың аяуһыҙ боролоштарында юғалып, хатта тапалып ҡалғаны ла экспедиция ағзаларына үҙ хәлдәрен һөйләп бушана. Был осрашып һөйләшеүҙәр “Беҙҙекеләр” исемле спектаклгә һәм ошо теманы яҡтыртҡан бер нисә телефильмға нигеҙ була.

Киләһе сәйәхәт 2018 йылда Балаҡатай районының Билән ауылына ойошторола. “Нисек йәшәй­һегеҙ, башҡорт йәштәре?” тигән сетерекле теманы өйрәнгән экспедиция йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар, йәш ғаиләләр менән аралашып, эшһеҙлектән сығыуҙың төрлө юлдарын эҙләй, өйрәнә. Йән әрнеткес ваҡиғалар шаһиты ла булыу һөҙөмтәһенә әйләнеп, күп сериялы документаль фильм төшөрөлә.

Сираттағы, Күгәрсен районына ойошторолған экспедиция “Нисек йәшәйһең, ауыл уҡытыусыһы?” тигән һорауға яуап эҙләй, ауыл мәктәбенең проблемалары, маҡсаттары менән ҡыҙыҡһына. Һуңғы йылдарҙа ауыл мәктәптәре ябылып, оҙаҡ йылдар фиҙакәр эшләгән тәжрибәле уҡытыусылар күпләп эшһеҙ тороп ҡалыуы мәғлүм. Күп уҡытыусы икенсе эшкә күсергә мәжбүр булһа, ауылдарҙа эш урындарының наҡыҫлығы күптәрҙе ситкә китергә йә иһә ауылда ҡорған донъяһын ҡарап, хужалығына риза булып, осто-осҡа ялғап йәшәргә мәжбүр итте. Экспедицияның һөҙөмтәһе булып, “Ауыл уҡытыусыһы” тигән спектакль-вербатим тыуа. Унда үҙен таныған тамашасы күңелендә ҙур резонанс тыуа, тормоштоң асылын сағылдырған тамашаны халыҡ тетрәнеп, күҙ йәштәре аша ҡабул итә.

Ковид осоронда туҡталып тороп, 2022 йылда проект ағзалары Йылайыр районына юллана. Мил­ләтебеҙҙе иң борсоған мәсьә­ләләрҙең береһен – “Нисек йәшәйһең, башҡорт теле?” тигән теманы өйрәнә “замандаш”тар. Һәр ғаилә башҡорт телен үҫтереү, ә кемдәрҙер – уны юҡҡа сығарыу өсөн нимә эшләгәне хаҡында уйланыуҙарҙа, асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Әһәмиәт биреп етмәгән ҡиммәттәрҙе баһалап, телебеҙҙе  һаҡлауҙа әүҙемлек күрһәтеү, ғаиләлә милли  тәрбиә нигеҙҙәре биреү зарурлығын аңлап ҡалған кешеләр күп булыуы ҡыуандыра. Осрашыуҙар нигеҙендә төрлө әҫәрҙәр яҙылып, документаль спектаклдәр (вербатим) ҡуйыла.

 

“Замандаш”тар тик ятмай

 

Ә быйылғы ҡышҡы экспедиция юҡҡа ғына иң алыҫ Хәйбулла районының иң төпкөл ауылдарына ойошторолманы – ул “Нисек йәшәйһең,  төпкөлдәге башҡорт ауылы?” тигән теманы күтәрҙе. Экспедицияла әҙибәләр Әминә Яхина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, Гөлназ Ҡотоева, Миләүшә Ҡаһарманова, йәш яҙыусы Розалия Вахитова, Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәре Ислам Байғужин һәм буласаҡ филологтар ҡатнашты.

Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) халҡы беҙҙе ауыл мәҙәниәт йортонда милли кейемдәрҙә, таҡмаҡ әйтеп, сәк-сәк һәм буҙа менән ихлас ҡаршы алды. “Вәзәмдәр – үҙҙәре бер әҙәмдәр” тигән әйтем юҡтан бар булмаған инде! Тырыш, егәрле, йүнсел, берҙәм, сәмсел улар. Ауылдың данын район, республика кимәленә күтәреп, һәр эште ойоштороп, башлап йөрөүсе ауыл мәҙәниәт  йорто етәксеһе Гөлназ Сурина, Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Таһир Юнысов, ауыл старостаһы Мөхтәр Суриндың тырышлығы ла ҙур. Депутаттар, ағинәйҙәр һәм аҡһаҡал­дар ҡороноң әүҙем эше “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеү ҙә килтерҙе вәзәмдәргә.

Бында балалар йортонан бер генә түгел, дүрт-биш бала алып тәрбиәләгән оло йөрәкле   ғаиләләр күп. Ауыл халҡы  күпләп мал тотоп, тау-ташлы тәбиғәт ҡырыҫлығына бирешмәй бесән эшләп, ҡала янындағы өй хужалары көнләш­мәле ҙур, бөтә уңайлыҡтары булған йорттар һалып йәшәй.  Цивилизациянан алыҫ тип әйтмәҫһең,  Вәзәмдә сымлы бәйләнеш тә, асфальт юл да, зәңгәр яғыулыҡ та бар. Уҙған йылдағы ҡоро йәйҙә ошо зонаны тотош яулап алған янғындарҙы еңеп сығырға ла халыҡтың фиҙакәрлеге ярҙам итте.

Ауыл  мәҙәниәт йорто бында күңел асыу урыны ғына түгел. Вәзәмдең бөтмөр ҡатын-ҡыҙҙары ут эсендә йөрөгән егеттәребеҙгә йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләп, һарыҡ йөнөнән йылы кейеҙ, түшәк эшләп ебәрә. Һуҡма шәл станоктарын тергеҙеп, дебет шәл һуғалар.

 

Күңел хазиналары күп халыҡтың

 

Икенсе көндө данлы яҡташыбыҙ Ҡәйүм Әхмәтшин исемен йөрөткән Әбеш урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары менән осраш­тыҡ. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса республика кимәлендә бер нисә тапҡыр еңеү яулаған  мәктәп ул.

Арҙаҡлы йыраусы Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың тыуған ауылы Һаҡмар-Наҙарғолда ла булдыҡ. Тауҙар ҡуйынында ятҡан был ауыл 25 кенә өйҙән тора. 60-лап кеше йәшәй, әммә барыһы ла олоғайып бара инде, йәштәр ҙә, балалар ҙа юҡ. Башланғыс мәктәптә бары бер генә бала уҡый, ҙурыраҡтар Әбештә мәктәп яны интернатында ятып белем ала. Ҡунаҡсыл, ихлас, эскерһеҙ, киң күңелле халыҡ донъя көтөүгә лә бик әүәҫ. Борон-борондан йүнселлектәре менән дан алған улар. Кемдер күпләп мал үрсетә, кемдер картуф үҫтерә, умарта тота, һөт ризыҡтарын эш итә. Ауыл халҡы әлеге шарттарҙа ялҡауҙарға йәшәү ауыр икәнде аңлай.

“Кемдәр улар, бөгөнгө төпкөл ауылды йәшәтеүселәр, башҡорт милләтен һәм рухи ҡиммәттәрен һаҡлаусылар?” тигән эҙләнеүҙең сәбәбе булған был осрашыуҙарҙа әллә күпме тарих, күңел сере асылды. Йолаларҙы, халыҡ педаго­гикаһын, изге аманат булған өләсәйҙәр, ҡартатайҙар мәктәбен йәйге каникул ваҡытында йән дауаһы алырға ҡайтҡан бала-сағаларына тормош һабағы итеп биреп йәшәй ауылдағы замандаштар. Төпкөл башҡорт ауылдарында юлдар алыҫлығы, тәбиғәт шарттары ҡырыҫлығы менән сыныҡҡан ауылдаштарым, яҡташтарым күптәр белмәгән, ә төпкөлдәгеләргә генә таныш булған һынауҙарға бирешмәй, һоҡландырып йәшәй, көн итә. Улар менән аралашыуҙан экспедицияла ҡатнашҡан йәш студенттар ҙа, күпте күргән әҙибә-журналистар ҙа күңел тултырып рухи байлыҡ эстәне.

Тыуған яҡтарыма был сәйәхәт “Аҫылташтар төпкөлдәрҙә ята” тип аталған күп йыллыҡ яҙмаларым­дың матур дауамы булды. Алдағы көндәрҙә яҙыласаҡ әҫәрҙәр баш­ҡорт халҡының асылын, ҡиммәтле сифаттарын боҙмай һаҡлап алып ҡала алған ошо төпкөл ауылдарҙа йәшәгән замандаштарыбыҙ батыр­лығы хаҡында бәйән итер, ин шәә Аллаһ.

- Миләүшә ҠЫҘРАСОВА

Хәйбулла районы

Читайте нас: