Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһының махсус тәғәйенләнештәге 29-сы отряды яугирҙәре илебеҙҙең төрлө тарафтарына командировкаларға сығып тора. Әле улар махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Бынан бер ай элек отряд яугирҙәре Донбасстан сираттағы командировканан ҡайтты. Уның “Артист” исеме аҫтында йөрөгән яугире Иглин районының Иглин ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенә барып, хат яҙған ҡыҙ һәм уҡыусылар менән осрашты.
“Артист” З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтын тамамлағас, тәртип һаҡлау органдарына эшкә урынлаша. Бынан бер ай элек ул хеҙмәт иткән отряд махсус хәрби операция биләмәһенән командировканан ҡайтҡан. Яугир махсус хәрби операцияла булған саҡта алған хаттың хужаһын табырға һәм рәхмәт әйтергә ҡарар итә. Уның менән беҙ ҙә юлға сыҡтыҡ.
Иглин ауылының 2-се мәктәбе директоры Ришат Ханов үҙе лә хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан, шуға ла бындай сараларҙың мөһимлеген яҡшы аңлай. Ул сығышы менән Нуриман районының Яңы Күл ауылынан. Армияла хеҙмәт иткәндә Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Хәрби хеҙмәттән һуң үҙен мәғариф өлкәһенә бағышлаған: 2000 – 2014 йылдарҙа мәғариф бүлегендә – методист, ә инде 2014 йылдан – мәктәп директоры.
Белем усағында 1146 уҡыусы белем ала. Директорҙың тәрбиә һәм балалар йәмәғәт берекмәләре менән хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшсеһе Диана Ханова белдереүенсә, 2022 йылдың мартында уҡ “Һалдатҡа хат” акцияһын башлағандар.
– Тәүҙә хаттарҙы Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте аша ебәрҙек. Аҙаҡ Иглин районының хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы етәксеһе Николай Исаев аша тапшыра башланыҡ. Башта балалар: “Беҙҙең хаттар барып етәме?” – тип бик һаҡ ҡараны. Яуап килгәс, әүҙемләштеләр. Әлеге ваҡытта “Изгелек тылсымы” акцияһы бара. Уҡыусылар бетеү, брелок һәм башҡа төрлө әйберҙәр эшләп, фронтҡа ебәрә. Беҙҙең мәктәп 2014 йылдан бирле Луганск һәм Донбасс халыҡ республикаларына ярҙам итеп торҙо, – ти Диана Рәшит ҡыҙы.
Беҙ мәктәпкә дүшәмбе көндө барҙыҡ, шуға ла дәүләт флагын күтәреү сараһын да күрергә насип булды. “Мөһим әйберҙәр тураһында һөйләшеү” дәрестәрендә ҡатнаштыҡ. Уларҙың береһе III “Е” класында үтте. “Һалдатҡа хат” акцияһында ҡатнашҡан Диана Ғөбәйҙуллина ла ошо класта уҡый икән.
Дәрес ваҡытында “Артист” уҡыусыларға фронттағы яугирҙәргә төбәп яҙылған хаттарҙың ни тиклем ҡәҙерле булыуы тураһында һөйләне.
– Уҡыусылар, һалдаттар һеҙ яҙған хаттарҙың берһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Һәр хатты ҡулдан-ҡулға тапшырып уҡыйҙар. Унда телевизор ҙа, бәйләнеш тә юҡ. Күңелгә ауыр мәлдәрҙә хаттарҙа йыуаныс табабыҙ. II класта уҡыған ҡыҙымдың һәм Диананың хатын полиэтиленға төрөп, түш кеҫәмдә йөрөттөм. Кистәрен хаттарҙы сығарып ҡарайым, күңелгә рәхәт булып китә.
Балалар, атай-әсәйҙәрегеҙҙе, олатай-өләсәйҙәрегеҙҙе, уҡытыусығыҙҙы, тәрбиәселәрегеҙҙе яратығыҙ, тип кәңәш итер инем. Һуңынан һеҙ үҙегеҙ ҙә илһөйәр булып үҫәсәкһегеҙ. Илһөйәр булам тип әллә ниндәй эштәр ҙә башҡарырға кәрәкмәй, ярҙамсыл, кешелекле булып ҡалығыҙ, – тине яугир.
“Артист” осрашыуға Диананың хатын да алып килгәйне. Ул хатты ҡыҙҙан класс алдында уҡыуын һораны.
– Гуманитар ярҙамды алғас, ундағы йылы кейемдәрҙе сығарғанда, ошо хатҡа юлыҡтым. Үҙем дә аңламаным, уның нисек унда барып эләккәнен. Хатты алдым да кеҫәмә тыҡтым. Һуңынан уны асып уҡығас, командирға ҡайтҡас был ҡыҙҙы барып күрергә теләүем хаҡында әйттем. Ул был ниәтемде хупланы. Бына шулай итеп һеҙҙең менән осрашыуға килдем. Бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт. Хәрбиҙәргә кейем һәм ҡорал ғына кәрәк, тип уйларға ярамай. Ошондай хаттар ҙа беҙгә ярҙам итә, дәрт өҫтәй. Себерҙән дә, Якутиянан да, Архангелдән дә, ғөмүмән, ҙур илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән уҡыусылар хаттар яҙа. Иң таҙа күңел – бала күңеле, улар бер ваҡытта ла алдамай, нимә уйлай шуны әйтә. Һеҙҙең уҡытыусыларығыҙға, атай-әсәйҙәрегеҙгә рәхмәт, – тип балаларға өндәште “Артист”.
Диана Ханова белдереүенсә, һалдаттарға хаттарҙы ебәрер алдынан ул һәр береһенә “Беҙгә ҡунаҡҡа килегеҙ!” тип өҫтәп яҙа. “Хатты алған яугирҙәрҙең берәйһе килер тип бик оҙаҡ көттөк. Ниһайәт, һеҙ бында. Беҙгә ваҡыт бүлгәнегеҙ өсөн рәхмәт”, – тине ул.
Был асыҡ дәрестә Диананың ата-әсәһе Айгөл менән Рәмил Ғөбәйҙуллиндар ҙа ҡатнашты.
– Беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булды, ҡыҙыбыҙ өсөн ғорурландыҡ. Диана тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә. Мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Ике ҡыҙыбыҙ бар, икеһе лә яҡшы уҡый, – тине Айгөл Дим ҡыҙы.
Диана иһә бындай иғтибарҙан бер аҙ юғалып ҡалды һәм “Һалдат оҡшаны, бик мәрхәмәтле”, – тип кенә әйтә алды.
Мәктәптең VIII “Б” класы – диңгеҙ пехотаһы кадет класы. Унда 19 бала шөғөлләнә. Был класты Башҡортостан Республикаһының “Витязь” диңгеҙ пехотасыларының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Олег Галин тәҡдиме буйынса асҡандар.
Кадет класы тәрбиәләнеүселәре менән дә илһөйәрлек темаһына һөйләшеү булды. Был класта уҡыған уҡыусыларға хәрби сараларҙа ҡатнашыу оҡшай икән, үҙҙәре лә бындай сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй. Уларҙың “Артист”ҡа биргән һорауҙары башҡа, өлкәндәрсә ине. Осрашыу бик фәһемле үтте, уҡыусылар ҙа яугиргә рәхмәт әйтеп, бергәләп фотоға төштө.
- Рәмилә МУСИНА