Быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында Стәрлетамаҡ районы данын Мырҙаш ауылы халҡы яҡлай. Элек-электән данлы тарихы менән билдәле булған төбәк мөмкинлектәрен аныҡ баһалай һәм еңеүгә өмөт итә.
Бынан ике йөҙ йылдан ашыу элек, 1814 йылда, Ҡаһым түрәнең атаһы Мырҙаш Туйсин Айыусы ауылынан яңы урынға күсенеп ултырған, шулай итеп, яңы Мырҙаш ауылына нигеҙ һалынған. Иҫ киткес рухлы, берҙәм халыҡ йәшәй бында.
Былтыр иһә Мырҙашта 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы Ҡаһым түрәнең тарихи-этнографик музейы булдырылған. Ул ете бүлектән тора һәм, төбәктең милли үҙенсәлектәрен сағылдырып, бер нисә күрше ауылда урынлашҡан. Мырҙаш ауылындағы төп музей иһә 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813–1814 йылдарҙа рус армияһының сит ил походтарында ҡатнашҡан башҡорт полктары командиры Ҡаһым түрәгә арналған.
Ошо көндәрҙә Мырҙашта “Замандарҙың тере бәйләнеше. Ҡаһым түрә – башҡорт халҡының ғорурлығы” тип аталған муниципаль-ара форум уҙған. Сара Стәрлетамаҡ районының данлыҡлы ҡаһарманы, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813–1814 йылдарҙағы рус армияһының сит ил походтарында ҡатнашҡан башҡорт полкы командиры Ҡаһым Мырҙашев һәм данлыҡлы “төньяҡ амурҙары” иҫтәлегенә бағышланған.
Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, форум ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәйзрахман Исмәғилевтең картиналары һәм 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған картиналар күргәҙмәһе ойошторолған. “Уҡыусылар райондың башҡорт теле уҡытыусылары менән берлектә яҡташ яҙыусыбыҙ Рәшит Шәкүрҙең “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын башҡарҙы. Стәрлетамаҡ районы ауылдарынан ағинәйҙәр һалдаттарға кәзәкейҙәр текте, ойоҡбаштар бәйләне. Түңәрәк өҫтәлде Стәрлетамаҡ районының почетлы гражданы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы Вельмир Аҙнаев һәм район хакимиәте башлығы урынбаҫары, урындағы ҡоролтай рәйесе Эльвера Иманғолова алып барҙы. Һөйләшеүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин, БР Милли архивының бүлек мөдире Азат Ярмуллин, яҙыусы Ғәлим Хисамов, Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, Башҡортостан Республикаһы Милли музейының генераль директоры Рөстәм Исхаҡов, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Фәйзрахман Исмәғилев, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров, Стәрлебаш районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илдар Моратов һәм башҡалар ҡатнашты.
Ғөмүмән, тарихи ысынбарлыҡты асыу, батырҙарҙы халҡыбыҙға, илебеҙгә танытыу, улар үрнәгендә илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү, бәҫебеҙҙе арттырыу – ысын мәғәнәһендә яуаплы һәм мәртәбәле эш”, – ти урындағы ҡоролтай ағзаһы Илүзә Ҡарағолова.
Башҡа юҫыҡтағы саралар ҙа бихисап. Мәҫәлән, ғинуарҙа Мырҙаш ауылы мәҙәниәт йортонда Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге етәксеһе И.А. Григорьева, бәлиғ булмағандарҙың эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның яуаплы секретары А.М. Ибраһимов, район мәғариф бүлегенең "Ышаныс" балаларҙы психологик-педагогик, социаль тәрбиәләү үҙәге етәксеһе Л.И. Фәйзуллина бәлиғ булмағандарҙың тормошона һәм уларҙың хоҡуғын яҡлауға арналған йыйылыш үткәргән, ауыл халҡы менән осрашҡан.
Районда бәлиғ булмағандарҙың тормошона һәм уларҙың хоҡуғын яҡлауға арналған бер мәсьәлә лә комиссия иғтибарынан ситтә ҡалмай. Улар араһында хоҡуҡ боҙоуҙы, енәйәтселекте иҫкәртеү, ғаиләләрҙә балаларҙың мәнфәғәтен ҡайғыртыу, мәшғүллеген тәьмин итеү, үҫмерҙәрҙе дөрөҫ юлға күндереү буйынса, улар илдең лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары булып үҫһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ”, – тип яҙа стәрлетамаҡтар.
Шулай уҡ мырҙаштар "Эх, быймаһы ла быймаһы" тип аталған байрам үткәргән. “Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, сара бик күңелле, мауыҡтырғыс үтте. Сәмле ярышта бер кем дә ал бирмәне, ә еңелеүселәр булманы – ҡатнашыусылар ҙа, көйәрмәндәр ҙә яҡшы кәйеф алып өйҙәренә таралышты”, – тип билдәләй ойоштороусылар.
Ә Айыусы ауылы урта мәктәбендә каратэ буйынса оҫталыҡ дәресе булған. Район хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте һәм йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара эш итеү идаралығы начальнигы урынбаҫары, каратэ буйынса ҡара билбау эйәһе Салауат Әхмәтшин шәхсән үҙе балалар өсөн каратэ буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторған.
“Күҙҙәре янып, йөҙҙәре балҡып торған Мырҙаш ауылы ағинәйҙәренең, ҡатын-ҡыҙҙарының тик ултырғанын бер ҙә генә күрмәҫһең. Ҡулдарынан бар эш тә килә. Әле скандинав таяҡтарына таянып йөрөһәләр, бөгөн саф һауала хоккей уйнайҙар.
Халҡыбыҙҙың милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, боронғо кәсептәрен һаҡлап ҡалыуҙа һәм үҫтереүҙә лә ҙур эштәр башҡара улар. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип бушҡа ғына әйтмәгән шул халҡыбыҙ. Быны инәйҙәр яҡшы белә.
Ошо көндәрҙә мырҙаштар Ҡышҡы һабантуй ҙа үткәрҙе. Байрамда оло быуын кешеләре лә, йәштәр ҙә, балалар ҙа оҫталығын, зирәклеген һынаны. Майҙансыҡтарҙа милли уйындар ойошторолдо, ир-егеттәр мәргәнлектә көс һынашһа, теләгәндәр ГТО нормативтарын тапшырҙы”, – тип өҫтәй Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльвера Иманғолова.
Бына ошондай дәрт-дарманлы, тамырҙарына тоғро, рухлы халыҡ йәшәй Мырҙашта. Уларға уңыштар теләйбеҙ!
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА