Ватан һаҡсылары көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәге төркөмөндә ойошторолған “Хәрби хәрәкәт ветерандары берләшмәһенең иң яҡшы ойоштороусыһы” конкурсында республикабыҙҙың район-ҡалаларында илһөйәрлекте тәрбиәләүгә һәм яугирҙәрҙең исемен мәңгеләштереүгә тос өлөш индергән, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан хәрби хәрәкәт ветерандары ойошмаларының етәкселәре, ағзалары ҡатнашты. Бөгөн уларҙың бер нисәүһе менән гәзиттә лә таныштырабыҙ.
Яугир-интернационалист әле лә сафта
Альберт Шаһиморатов – 2016 йылдан Бөтә Рәсәй “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе. Был ойошма республикала хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан өс меңдән ашыу ир-егетте, ҡатын-ҡыҙҙы, яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларын туплай.
Альберт Нияз улы 1959 йылда Ауырғазы районының Солтанморат ауылында тыуған. 1976 йылда Новосибирскиҙа урта мәктәпте тамамлағас, шундағы юғары хәрби дөйөм ғәскәр училищеһына уҡырға инә. 1980 йылдан йәш офицер хеҙмәт юлын Волга буйы һәм Төркөстан хәрби округтарында Ҡораллы Көстәрҙә дауам итә.
1981 – 1983 йылдарҙа Афғанстандағы совет ғәскәрҙәре составында хеҙмәт итә – 5-се гвардия дивизияһының 371-се гвардия полкы мотоуҡсылар ротаһы командиры урынбаҫары була. “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Афғанстандан һуң Ҡазан юғары танк мәктәбендә хеҙмәт итә, Варшава килешеүе системаһы академияһында уҡый. 1993 йылда Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Гуманитар академияһын тамамлай. 1993 – 2009 йылдарҙа Эске эштәр министрлығының Өфө юғары мәктәбендә, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында етәксе вазифаларҙа эшләй. Һуңғы вазифаһы – институт етәксеһенең кадрҙар һәм белем биреү эштәре буйынса урынбаҫары, артабан 2009 – 2021 йылдарҙа – ошо институттың ветерандар менән эшләү буйынса начальник ярҙамсыһы.
2016 йылдан Бөтә Рәсәй “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе булып тора. Ошо бүлексә ойошторолғандан алып, 2002 йылдан, “Хәрби туғанлыҡ”та иҫәптә ул.
Фиҙакәр хеҙмәте өсөн II дәрәжә “Тыуған ил алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены, Жуков миҙалы, Салауат Юлаев ордены, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Йәмәғәт тормошо уртаһында
Рүзил Низаметдинов 2019 йылдан Бөтә Рәсәй “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһының Әбйәлил районындағы бүлексәһенә етәкселек итә. Ойошма 100-гә яҡын ир-егетте берләштерә.
Рүзил Миңлерәсүл сығышы менән Әбйәлил районынан. Асҡар ауылында уҡый. 1998 йылда армияға алына. Хеҙмәтте тултырғас, контракт төҙөп, 2000 йылда Төньяҡ Кавказға хеҙмәт итергә юллана. Әлеге ваҡытта тыуған ерендә ғаилә ҡороп, тормош иптәше менән дүрт ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Мәҙәни-ял үҙәгендә водитель булып эшләй.
– Беҙҙең ойошма район тормошонда әүҙем ҡатнаша. Башланғыстарыбыҙ һәр саҡ Әбйәлил районы хакимиәте, хәрби комиссариат, ДОСААФ тарафтарынан хуплау таба, шуға эшебеҙ алға бара. Ошо көндәрҙә махсус хәрби операция биләмәһенә барып, яҡташтарыбыҙға гуманитар йөк тапшырып ҡайттыҡ, – тине Рүзил Миңлерәсүл улы.
Йәмәғәт ойошмаһы үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙә, яугир ҡәберлектәрен таҙартыу һәм сәскә һалыуҙа, хәрби бурысын үтәгәндә алған яралар һөҙөмтәһендә инвалид булып ҡалғандарға ярҙам итеүҙә, өмәләрҙә һәм төрлө акцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Яуҙы үткән, унда иптәштәрен юғалтҡан яугир-ветерандар тормош ҡәҙерен белә, шуға ла тормошта ла тик яҡшы эҙ ҡалдырырға тырыша.
Әйткәндәй, бөгөн сараларҙы уларһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмай, сөнки хәрби кейемдәге ир-егеттәр, һәр ваҡыттағыса, үҙҙәренә иғтибарҙы тартып, тамашаны йәмләп тора, йәштәргә лә өлгө.
Ойошма меңдән ашыу ветеранды берләштерә
Туймазы районынан Ильяс Ғиләжев – 10 йылдан ашыу “Серпантин” хәрби хәрәкәт ветерандары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары. Был ойошма 1300-ҙән ашыу яугир-ветеранды берләштерә.
Ильяс Ғосман улы Йәрмәкәй районының Иҫке Шах ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, колхозда эшләй. Һуңынан армияға алына. Хәрби әҙерлек үткәс, тағы ла ике ай махсус күнекмәләрҙә сыныҡтырып, уларҙы Анголаға ебәрәләр. Ә инде хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, 5-се төҙөлөш идаралығында электрик булып эшләй. Предприятие тарҡалғас, “Туймазы автобетоновоз заводы” йәмғиәтенә урынлаша. Хаҡлы ялға сыҡһа ла, ул сафта ҡала – “Водомонтажкомплект” предприятиеһында баш инженер булып эшләй.
– Беҙҙең “Серпантин” хәрби хәрәкәт ветерандары йәмәғәт ойошмаһы 1992 йылда төҙөлдө. Һуңынан хәрби хәрәкәт ветерандары ойошмаһы итеп үҙгәртелде. Беҙ уҡыусы балалар өсөн батырлыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ, йәмәғәт эштәрендә һәм дөйөм сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ, – ти Ильяс Ғосман улы.
Шулай итеп, Ильяс Ғиләжевтең барлыҡ тормош юлы Тыуған илгә хеҙмәт итеүгә бағышланған. Хаҡлы ялда булһа ла, райондағы барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. Ойошмалағы хәрби хәрәкәт ветерандары менән махсус хәрби операцияла булған яҡташтарыбыҙға ярҙам йыйыуҙа, гуманитар йөк туплауҙа алдынғылар. Ошонан сығып ҡына ла, әгәр уның кеүек ир-егеттәребеҙ булмаһа, бөгөнгө шарттарҙа ауыр булыр ине, тигән уй тыуа.
Изге ғәмәлдәре менән илһөйәрлек тәрбиәләйҙәр
Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән Фәнүр Дәүләтбаев сығышы менән Ғафури районынан. 2009 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Хәрби-һауа ғәскәрҙәре ветерандары ойошмаһы рәйесе булып тора. Был ойошма 140-тан ашыу ир-егетте туплай. Шулай уҡ ул Стәрлетамаҡ ҡала Советының 4-се саҡырылыш депутаты булған.
– Беҙҙең ойошма 2009 йылдан бирле эшләй. Йыл әйләнәһенә күп саралар ойошторабыҙ. 2 августа – Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә төрлө ярыштар үткәрәбеҙ: пневматик мылтыҡтан атыу, саперҙар көрәген сәпкә бәреп ярышыу, Калашников автоматын һүтеп-йыйыу, арҡан тартышыу, сәпкә бысаҡ бәреү, гер күтәреү, турникта күтәрелеү, йөҙөү... Шулай уҡ балалар өсөн дә конкурстар һәм уйындар үткәрәбеҙ, сараға килгән кешеләргә һалдат бутҡаһы ашатабыҙ һәм сәй эсерәбеҙ. Торатау һәм Йөрәктауға тиклем 26 километр араны йүгереп үтәбеҙ. Бындай саралар йыл һайын уҙғарыла.
Омскиҙа казарма емерелгәндә һәләк булған десантсылар иҫтәлегенә арнап, ҡышын саңғыла 20 километр ара үтәбеҙ. Шулай был сара Псков десант дивизияһының 6-сы ротаһының күрһәткән батырлығы һәм Гостомелдә уҙғарылған махсус операцияла һәләк булған егеттәрҙең иҫтәлегенә бағышлана. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойошторабыҙ. 2015 йылдың башында Башҡортостандан беренселәрҙән булып үҙебеҙҙең рок төркөмөн алып барҙыҡ. Һуғыштарҙа һәләк булған егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам итәбеҙ, парадтарҙа, төрлө ярыштарҙа, мәктәптәрҙә илһөйәрлек сараларында әүҙем ҡатнашабыҙ, – тип һөйләне ул.
Фәнүр Фәйез улы Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан. Ике хәрби һөнәргә эйә: БМД-ның механик-водителе һәм сапер.
Армиялағы дуҫлыҡ ғүмерлек
Миңлефәғил Сәйетов 2015 йылдан Шаран районының һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр, тәртип һаҡлау органдары һәм махсус хәрби операция ветерандары ойошмаһы рәйесе булып тора. 1989 йылдан яугир-интернационалистар менән эшләгән. Райондың ветерандар ойошмаһы 330 кешене берләштерә.
Миңлефәғил Рәхим улы Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгән: БТР водителе, ротаның өлкән водителе булып хеҙмәт итә, һуңғы биш айҙа рота командирының техник эштәр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. Хәрби бурысын уңышлы үтәгәне өсөн СССР-ҙың Юғары Советы грамотаһы, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Рәхмәтле афған халҡынан”, “СССР Ҡораллы Көстәренең 70 йыллығы”, “СССР һалдат-интернационалисы” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Армиянан һуң ул “Шаран” совхозында водитель булып хеҙмәт юлын башлай. Һуңынан Аксен ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. Юғары спорт ҡаҙаныштары һәм техникумдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн техникум энциклопедияһына индерелгән.
Агроном, инспектор, 148-се Шаран профессиональ училищеһы уҡытыусыһы, методист була, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының көнбайыш төбәктә гидротехник ҡоролмаһын файҙаланыу буйынса идаралыҡта мастер булып булып эшләй. Ул “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” исемен йөрөтә.
“Иң мөһиме – беҙгә ҡапма-ҡаршы осрашырға тура килгән ауырлыҡтар түгел, ә яуҙа һыналған, унан да көслөрәге булмаған армия дуҫлығы”, – ти Миңлефәғил Рәхим улы.
Ул ветерандар хәрәкәтен үҫтереүгә, йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә индергән шәхси өлөшө өсөн Рәсәй афған ветерандары союзының “Ҡаҙаныштар өсөн” ордены, төрлө миҙалдар һәм башҡа бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Хеҙмәттә лә, тормошта ла командир
Ҡырмыҫҡалы районынан Финат Бикҡужин “Ҡырмыҫҡалы хәрби хәрәкәт ветерандары берлеге – Чечня, махсус хәрби хәрәкәт” йәмәғәт ойошмаһына етәкселек итә. Был эшмәкәрлекте 10 йылдан ашыу алып бара ул. Йәмәғәт ойошмаһы 100-ҙән ашыу ир-егетте берләштерә, унда Архангел районы ветерандары ла ингән.
Финат Рим улы 1970 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инә. 1988 йылда армияға алына һәм ике йыл сик һағы ғәскәрҙәрендә разведчик була. Хеҙмәт юлын Ҡабаҡ мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып башлай, ситтән тороп Мәскәү иҡтисад институтының юридик факультетын тамамлай. 1999 – 2001 йылдарҙа Грозный ҡалаһында “Альфа” төркөмө спецназында контракт буйынса хеҙмәт итә. Шулай уҡ 2004 – 2005 йылдарҙа Чечен Республикаһында конституцион тәртип урынлаштырыуҙа ҡатнаша, разведка взводы командиры була.
Тыуған еренә ҡайтҡас, дәүләт һаҡ хеҙмәтендә эшләй. Бер аҙҙан балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү йүнәлешендә йәмәғәт эше менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Әлеге ваҡытта – Ауырғазы күп профилле колледжы директоры.
Финат Бикҡужин йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ул етәкселек иткән “Ҡырмыҫҡалы хәрби хәрәкәт ветерандары берлеге – Чечня, махсус хәрби хәрәкәт” йәмәғәт ойошмаһы Ватанды һаҡлау һәм яҡлау, йәш быуында Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү йүнәлешендә әүҙем эшмәкәрлек алып бара – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләләре менән бәйләнеш тоталар, гуманитар ярҙам, геройҙар иҫтәлегенә спорт ярыштары ойоштороуҙа, районда уҙған сараларҙа әүҙем ҡатнашалар.
“Беҙ эшләмәһәк, кем эшләр?”
Мәләүез районынан Йәмил Әлмөхәмәтов 2016 йылдан Мәләүез районы һәм ҡалаһындағы “Батальон” Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәт ветерандары берлеге” йәмәғәт ойошмаһына етәкселек итә. Ойошма хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан 50-нән ашыу ир-егетте һәм бер гүзәл затты берләштерә.
Йәмил Булат улы 1973 йылда Һарыш ауылында тыуған. 1981 – 1989 йылдарҙа ауыл урта мәктәбендә белем ала. VIII класты тамамлағас, Күмертау педагогия училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын 1993 йылда Мәләүез районының Ергән урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып башлай. Ошо уҡ йылдың декабрендә армияға саҡырыла. Ике йыл хеҙмәтен үтәгәс, контракт төҙөй.
1996 йылда контрактын тултырып, тыуған районына ҡайта һәм Мәләүез ҡала-район эске эштәр бүлегенә эшкә урынлаша. Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлай. Ике тапҡыр Төньяҡ Кавказда хеҙмәт командировкаһында була. Төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Бөгөн дә ул өйҙә ҡул ҡаушырып ултырмай, эшләүен дауам итә – Мәләүез ҡалаһының “Ритуал” муниципаль бюджет учреждениеһы директоры вазифаһын атҡара. Шулай уҡ Мәләүез ҡала Советы депутаты булып тора. Район һәм ҡала тормошонда әүҙем ҡатнаша. “Беҙ эшләмәһәк, кем эшләр?!” – ти ул, был йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән яугир-ветерандарҙың ҡарашын белдереп.
– Мәләүез районы һәм ҡалаһындағы “Батальон” Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәт ветерандары берлеге” йәмәғәт ойошмаһындағы һәр бишенсе яугир-ветеран дәүләт наградаһына лайыҡ булған: өс кеше – Батырлыҡ орденына, ике кеше – Суворов миҙалына, ике кеше – “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалына, ике кеше – “Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы хеҙмәттәре өсөн” миҙалына, бер кеше – хәрби хәрәкәттәр ветераны Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһына. Шулай уҡ күптәр Эске эштәр министрлығының ведомство миҙалдары, район хакимиәте башлығының һәм хәрби комиссариатының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән, – ти Йәмил Әлмөхәмәтов.
Донбассҡа улар йыш йөрөй
Өфө ҡалаһынан Фәрит Моратов – “Башҡортостан хәрби хәрәкәт ветерандары союзы” йәмәғәт ойошмаһының әүҙем ағзаһы. Шулай уҡ тыуған районындағы “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы эшенән дә ситтә ҡалмай.
Фәрит Әхмәтғәле улы 1976 йылда Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Оҙаҡ йылдар Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлексәһендә хеҙмәт юлын үткән, начальник урынбаҫары вазифаһында эшләгән. Төньяҡ Кавказда командировкала булған. Әле отставкалағы полиция подполковнигы, хәрби хәрәкәттәр ветераны эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
– Беҙҙең “Башҡортостан хәрби хәрәкәт ветерандары союзы” йәмәғәт ойошмаһы һуңғы осорҙа Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам йыйыу, уны илтеп биреү йүнәлешендә әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Яугирҙәргә, ирекмәндәргә генә ярҙам ташыу менән сикләнмәйбеҙ, ә урындағы халыҡҡа ла ярҙам итәбеҙ. Мәҫәлән, Петровский мәктәбенә таҡта кеүек төҙөлөш материалдары ташыныҡ, эште контролдә тоттоҡ. Шулай уҡ Луганск һәм Донецк республикалары халҡына гуманитар ылауҙы оҙатып барабыҙ. Бындай эшмәкәрлек Тимерйән Рәжәпов етәкселегендә 2014 йылдан бирле алып барыла. Мин был эшкә 2021 йылдан ҡушылып киттем. Әле яугирҙәребеҙгә иң кәрәкле булған әйберҙәрҙе табып ебәрергә тырышабыҙ: төҙөлөш материалдарынан алып автомобилдәргә тиклем.
Тимерйән Рәжәпов һәләк булған яугирҙәрҙең, ветерандарҙың ғаиләләре, туғандары менән осрашыуҙар үткәрә. Мин уға ярҙам итәм. “Башҡортостандың хәрби хәрәкәттәр ветерандары советының етештереү үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен астыҡ. Күп функциялы мини-завод буласаҡ. Ғөмүмән, төрлө йүнәлештә эштәр алып барабыҙ, – ти Фәрит Әхмәтғәле улы.
Изге эштәре менән абруй яулаған
Ауырғазы районынан Рөстәм Заманов – 1997 йылдан Ауырғазы районының “Хәрби хәрәкәттәр ветерандар союзы” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе. Был ойошманың 300-гә яҡын ағзаһы бар.
Рөстәм Мырҙағәле улы 1975 йылда Салауат ҡалаһында тыуған. IV класҡа тиклем Мәләүез ҡалаһында белем ала, урта мәктәпте Ауырғазы районының Талбазы ауылында тамамлай. Уны 1993 йылдың декабрендә армияға саҡыралар. 1995 йылдың ғинуарынан Төньяҡ Кавказдағы террорға ҡаршы операцияла ҡатнаша. Яҙын ул яралана, оҙаҡ ҡына госпиталдә дауаланырға тура килә.
Армиянан ҡайтҡас, ул үҙ эшен аса һәм әлеге ваҡытта автомобилдәр ремонтлау менән шөғөлләнә. Шул уҡ ваҡытта райондың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, Ауырғазы районының "Хәрби хәрәкәттәр ветерандар союзы” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе булып тора.
Хәрби ветеран үҙенең шәхси өлгөһө менән беҙҙең йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләй, гражданлыҡ яуаплылығы һәм Ватанға фиҙакәр хеҙмәт өлгөһөн күрһәтә.
Рөстәм Заманов һәм уның ойошмаһындағы егеттәр төрлө сараларҙа ҡатнашыу менән генә сикләнмәй, ә махсус хәрби операцияла, Ватан һағында булған егеттәргә матди һәм рухи ярҙам да күрһәтә. Ватан һаҡсылары көнө алдынан фронт һыҙығына барып, яҡташтарына гуманитар ярҙам тапшырыусылар араһында ул да бар ине. Әйткәндәй, Рөстәм Мырҙағәле улы инде бер нисә тапҡыр яугирҙәр янына барып ҡайтҡан.
Егеттәр һүҙ менән генә түгел, ә эштәре менән Ватан терәге булыуын иҫбатлай. Ошондай ир-егеттәребеҙ барҙа бирешмәйәсәкбеҙ!
Рәмилә МУСИНА