Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март 2023, 13:26

Яҡташыбыҙға таҡтаташ ҡуйылһын ине

Шәхестәрҙе ҙурлап иҫкә алалар.

Әхмәтзәки Вәлиди музейы фондынан.
Фото:Әхмәтзәки Вәлиди музейы фондынан.

Яҙыусы, әҙәбиәт ғилеме белгесе, ғалим, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нур (Нурмөхәмәт) Зарипов – бар ғүмерен башҡорт әҙәбиәтенә хеҙмәт итеүгә арнаған ҙур шәхес. Күптән түгел ауылыбыҙҙа әҙиптең тормошона бағышланған күргәҙмә асылды.

Нур Талип улы бай әҙәби мираҫ ҡалдырҙы. Беҙ, яҡташтары, уның менән ғорурланабыҙ, хеҙмәттәрен өйрәнәбеҙ, исемен мәңгеләштереү хәстәрен күрәбеҙ.

1925 йылда Ишембай районының Көҙән ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған ул. Башланғыс белемде ошо ауылда алһа, артабан уҡыуын Маҡар мәктәбендә дауам итә. Һеңлеһе Орҡоя апай иҫтәлектәренән: “1936 йылда дүртенсе класты тамамлағас, атайым Нурмөхәмәт ағайымды беҙҙән 15 саҡрым алыҫлыҡтағы Маҡар мәктәбенә урынлаштырҙы. Унда атайыбыҙҙың Зәки исемле бер таныш ҡартында торҙо. Ағай уҡып йөрөгәндә ғаиләбеҙҙә 10-сы бала донъяға килде. Ҡыҙ балаға Рәзифә тип исем ҡуштылар. Әсәйебеҙ бала тыуғас, ике ай самаһы ауырып дауаханала ятты. Күрше ҡатындар баланы имеҙергә йөрөнө. Нурмөхәмәт ағайым Рәзифә һеңлемде ныҡ яратты. Маҡарҙан ҡайтып кереү менән иң тәүҙә уны ҡулына ала ине. Балаға йәш ярым тулғас, ул ҡапыл вафат булды. Ағайым был хәбәрҙе ишетеү менән Маҡарҙан йүгереп ҡайтты һәм ишек тупһаһына ятып, үкһеп-үкһеп иланы. Һуңынан үҙе өйләнгәс, берҙән-бер ҡыҙына Рәзифә тип исем ҡушты.

Ағайым Маҡарҙа 10-сы класты тамамлап, 1942 йылда ауылға ҡайтты. Ҡыш көндәрендә һуғышҡа киткәнсе Шәмсеҡәмәр апай менән өйҙә ҡап һуҡтылар, сөнки ишле ғаиләне туйҙырырға кәрәк ине. Колхоз ҡап өсөн аҙ булһа ла онлата түләне. Йәйгеһен баҫыуҙа эшләнеләр.

1943 йылдың февраль айында ағайҙы һуғышҡа алдылар. Ул киткәндә әсәй бик ныҡ ауырый ине, Нурмөхәмәт ағай алдына ятып, үкһеп иланы. Ул ваҡытта һуғышҡа киткәндәргә ҡатындар икмәк тешләтеп, ҡалғанын яугир ҡайтҡансы һаҡлау йолаһы бар ине. Өйҙә икмәк булмағас, әсәйебеҙ ағайыбыҙға бер стакан һыуҙы йоторға ҡушты һәм беҙгә “Ағайығыҙ һуғыштан ҡайтҡансы шул стаканда торһон” тип, шкафҡа алып ҡуйырға ҡушты. Был һыу ағай һуғыштан ҡайтҡансы торҙомо-юҡмы, иҫтә ҡалмаған. Әсәйебеҙ шул ауырыуынан терелә алмай, ике айҙан һуң вафат булды. Нурмөхәмәт ағай һуғышта өс тапҡыр еңелсә, дүртенсеһендә ҡаты яраланып, 1944 йылдың октябрь айында ҡултыҡ таяғы менән һуғыштан ҡайтып керҙе. Беҙгә уны был хәлдә күреү ауыр булды, барыбыҙ ҙа илаштыҡ. Атай өйгә икенсе ҡатын алып ҡайтҡан ине инде.

Һуғыштан ҡайтып күп тә үтмәй, Нурмөхәмәт ағайымды ауыл советына секретарь итеп эшкә алдылар. Ул ҡултыҡ таяғы менән йөрөнө. 1945 йылда ауылда тиф сире таралды. Беҙ бөтә өй менән ауырыныҡ. Ағайыбыҙ терелгәс тә, уны районға землемер итеп эшкә ебәрҙеләр. Көҙәндән бөтөнләйгә китеүе шул ине”,– тип хәтерләй Орҡоя Талип ҡыҙы.

1947 йылдан Нурмөхәмәт Талип улы Башҡорт дәүләт педагогия институты студенты булып китә, 1951 йылда Ғафури районы Үтәк мәктәбе директоры вазифаһына тәғәйенләнә, 1956 йылда – БАССР-ҙың Мәғариф министрлығы инспекторы, ике айҙан һуң Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эш башлай. Уға КПСС Өлкә комитетының мәҙәниәт бүлегендә инспектор бурысын башҡарырға ла тура килә. 1964 йылдан Өфөлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй.

Филология фәндәре кандидаты Нурмөхәмәт Зарипов әҙәби тәнҡит, әҙәбиәт ғилеме, фольклор һәм текстология өлкәһендә хеҙмәт итә, башҡорт мәктәптәре өсөн дәреслектәр яҙа. Башҡорт совет әҙәбиәте тарихын яҙыуҙа һәм уларҙы мөхәррирләүҙә ҡатнаша. Күп томлы “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығын төҙөү һәм баҫтырып сығарыу эшендә ғилми етәкселәрҙең һәм мөхәррирҙәрҙең береһе була. Ошо баҫманы нәшерләүҙә ҡатнашҡаны өсөн Нур Зарипов Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Фән өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән.

Башҡорт халҡының билдәле шәхесе Нурмөхәмәт Талип улын яҡташтары онотмай. Беҙ, Әхмәтзәки Вәлиди музейы хеҙмәткәрҙәре, Нурмөхәмәт Зариповтың 100 йыллыҡ юбилейы яҡынлашҡанда, уның тыуған ауылында иҫтәлекле таҡтаташ асылһын ине тигән ҙур теләгебеҙҙе еткерәбеҙ.

 
 Сәүиә ВӘЛИЕВА

Ишембай районы,

Көҙән ауылы.

Читайте нас: