Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март 2023, 21:14

Мар. СӘЛИМ: “Ҡартайырға теләмәһәң, көлөп йәшәргә кәрәк!”

Хәлид Шәриф фотолары.
Фото:Хәлид Шәриф фотолары.

Бөтә донъя Көлкө көнө алдынан Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, “Һәнәк” журналының 1980 – 2010 йылдарҙағы баш мөхәррире Марсель Сәлимов (Мар. Сәлим) менән әлеге баш мөхәррир вазифаһын башкарыусы Илгиз Ишбулатов араһында ошондай һөйләшеү булған.

 

– Хөрмәтле Марсель Шәй­нур улы, күптәр һеҙҙе яратып “Һәнәк ағай” тип йөрөтә. Юҡҡа түгел, сөнки һеҙ һаман да көл­кө цехында йәштәрсә ең һыҙ­ғанып эшләйһегеҙ, донъяның төрлө тарафтарында йәшәгән көләс йөҙлө дуҫтарыбыҙға ла көлә-көлә ҡунаҡҡа киләһегеҙ. Әле бына Мысырҙан урап ҡайттығыҙ. Унда эшлекле сәфәргә барҙығыҙмы?

– Эйе, шулай тип әйтергә мөм­кин. Әллә ни эш ҡырмаһам да, диңгеҙ буйындағы ҡомда ҡыҙы­нып ятманым. Евразия кинофестивале менән “ЛИффТ” әҙәбиәт фестивалендә ҡатна­шырға ла, Евразия халыҡтары ассамблея­һы Генераль Советының киңәй­телгән ултырышында булырға ла, Ҡаһирә халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә “Алтын кеше” (Мәскәү, 2021) тигән йы­йынтығымдың исем туйын үткә­рергә лә, ижади осрашыу­ҙарҙа, түңәрәк өҫтәлдәрҙә сығыш яһарға ла, Башҡортостандағы әҙә­биәт һәм мәҙәниәт яңылыҡ­тары тураһында һөйләргә лә, хатта шаян шиғырҙар уҡырға ла форсат таптым.

 

– Мысырҙың баш ҡалаһы Ҡаһирәлә “Донъя яҙыусыла­рының тере антологияһы” исем­ле видеокитаптың пре­зен­тацияһы ла булған икән.

– Булды шул. Күренекле шағир­ҙарҙың шиғырҙары рус һәм инглиз телдәрендә яңғыраны. Мин ни, әлбиттә, “Һәнәк”тә донъя күргән мәҫәлдәремде уҡыным.

 

– Тимәк, “Һәнәк”тә баҫыл­ған әҫәрҙәрҙең сифаты донъя кимәлендә.

– Әтеү!

 

– Һеҙ унда ниндәйҙер “вау” ойошторғанһығыҙ, тип ишет­кәйнем. Дөрөҫ хәбәрме был, әллә ғәйбәтме?

– Дөрөҫ вә һәйбәт ғәйбәт! Илленән ашыу илдең ҡәләм оҫталарын бер­ләштергән Бөтә донъя яҙыусылар ойошмаһы (WOW) төҙөү тураһында меморандум ҡабул ителде. Инициатива төркөмө составында мин дә уны әҙерләүҙә ҡатнаштым һәм ҡул ҡуйҙым.

 

– Иренмәйһегеҙ ҙә инде, Һәнәк ағай. Бер нисә ҡағыҙға ҡултамға ҡуйыр өсөн мең­дәрсә саҡрым юл үткәнһегеҙ.

– Автограф алырға килгән­дәрен көтөп ятып булмай бит, шуға үҙем киттем. Барыуым яҡ­шы булды, бер ыңғайҙан Гиза­лағы Хеопс пирамидаһына ла менеп төштөм. (Фотоға күрһә­теп.) Бына, ҡарағыҙ: пирамида ла, сфинкс та үҙ урынында!

 

– Мысырҙа уҡыусылар менән осраштығыҙмы?

– “Россотрудничество” агент­лы­ғы­ның Мысырҙағы вәкиллеге ойоштор­ған ижади кисәмдә шун­дағы халыҡ менән “тере” осрашыу булды. “Рус йорто”ноң китапханаһында сығыш яһап, “Һәнәк”тә баҫылған юморескамды уҡығайным, бер ханым көл­мәй генә әйтә бит миңә, малай. “Һеҙҙең был әҫәрегеҙҙе “Һәнәк”­тән уҡып, көлөп туйғайныҡ инде!” – ти. Бынағайыш, беҙҙеңсә аң­лай­ҙар икән дәһә. Баҡһаң, ҡасандыр Рәсәйҙә тыуып үҫкән, унан Мысырға күскән һәм әле шунда эшләүсе вә йәшәүсе кешеләр йыйылған икән. Араларында элек “Һәнәк”те уҡыған, хатта алдырғандары ла бар. “Рус йорто”ноң директоры Марат Ғатин иһә Татарстанда тыуған зыялы татар туғаныбыҙ булып сыҡты. Китапхананың уҡыу залы иркен һәм матур, китаптары ла күп. Мин уларға үҙебеҙҙең гәзит, журналдарыбыҙҙы, башҡорт, татар, урыҫ, инглиз һәм болгар телдәрендәге китаптарымды бүләк иттем. Ә “Алтын кеше”не атаҡлы Александрия китапхана­һына тапшырҙым.

 

– Афарин! Йылы ҡабул иткәндәрҙер бындай шәп бүләктәрҙе.

– Йылы, йылы! Осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр һәм башҡа әҙәби-мәҙәни саралар бик йылы мөнәсәбәттә уҙҙы.

– Әйткәндәй, Ҡаһирәлә көндәр нисек? Йылымы?

– Көндөҙ урамда йылы. Төнөн бүлмәлә һыуыҡ. Ҡунаҡханала йылытҡыс-мейес тә юҡ. Өшөттө, малай, мин һиңә әйтәйем...

 

– Үәт, ҡыҙыҡ! Африкаға барып өшөп ҡайт инде!

– Уның ҡарауы, ҡайтыу менән йылындым. Өфө аэропортынан туп-тура “Һәнәк” журналының һуғыштан һуңғы тәүге мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыу­ған ауылы Миңештегә алып киттеләр. Бөйөк һәнәктәш-ҡәләмдәшебеҙҙең 105 йыллыҡ юбилейына. Дүртөй­лөләр булдыра – яҡшы эшләргә лә, байрам итергә лә ҡулдарынан килә. Тыуған яғыма ҡайтып, мин дә йылындым, ниһайәт.

 

– Шәп! Инде һеҙгә, һис ҡартая белмәгән еңел аяҡлы Һәнәк ағайыбыҙға, ҡайнар рәхмәтебеҙҙе әйтеп, изге теләктәребеҙҙе еткерергә генә ҡалды.

– Хуп мәйле! Һеҙ ҙә ҡартай­мағыҙ. Ә бының шарты шул ғына: ҡартаймайым тиһәгеҙ, көлөп йәшәргә кәрәк! Әйткәндәй, бөгөн Башҡортостан Республикаһының Милли музейында көләкәс ҡусты­ларым – шаян сәхнә оҫтаһы Вәлит Илембәтов менән рәссам-карикатурасы Камил Буҙыҡаев менән бергәләп бер аҙ кеше көлдөрөп алырға иҫәп бар. Башҡорт сатира-юморының һис таймаҫ “өс таған”ын тере килеш күрергә теләүселәр көндөҙгө сәғәт 12-гә музейға килә һәм туйғансы көлә ала. Рәхим итегеҙ!

 

– Яҡшы, Һәнәк ағай, осрашҡанға саҡлы!

- Илгиз ИШБУЛАТОВ

Көләмәстәр

 

 

Бер бала олатаһы менән мәктәп янынан үтеп бара:

– Улым, һин ошо мәктәптә уҡыйһыңмы?

– Эйе, олатай!

– Егерме йыл элек атайың да ошонда уҡыны, – ти олатаһы.

– Ә-әә, хәҙер аңланым! Әйтәм, директор үткәндә мине: “Бындай тыңлауһыҙ баланы мәктәптә егерме йыллап күргәнем юҡтыр!” – тип әрләгәйне...

 

*  *  *

 

Табип янына бер ир килеп инә:

– Доктор, мин үҙемде шайтан күбәләге тип хис итәм.

– Һеҙгә мин түгел, ә психотерапевт кәрәк, иптәш!

– Беләм дә ул...

– Шулай булғас, бында нимә ҡарап йөрөйһөң?..

– Һеҙҙә ут яна ине... 

 

*  *  *

 

Төшөнкөлөккә бирелеп йөрөгән бер кеше психологка килгән.

– Табип, хәлдәр хөрт! Һаулығым бөттө, аҡса ла юҡ, мине бер кем дә яратмай... – ти икән.

– Борсолмағыҙ, хәл ителмәҫ нәмә түгел! Йә, ҡаршыма уңайлы итеп ултырығыҙ. Күҙегеҙҙе йомоғоҙ!.. Минең арттан ҡабатлағыҙ: “Минең барыһы ла яҡшы, мин һау-сәләмәт, мин бай, мине барыһы ла ярата...”

Диванда йәйелеп ултырып алған ир, табип ҡушҡанса, күҙҙәрен асмай ғына:

– Һеҙҙең өсөн бик ша-атмын, табип! Ә минең хәлдәр хө-өрт!.. Һаулыҡ юҡ, аҡса юҡ, бер кем дә яратма-ай... 

 

*  *  *

 

Урманда магазин асылған, ти. Уға оҙон сират теҙелгән. Бына ҡуян килә лә сиратһыҙ ғына магазинға инмәксе була, әммә уны айыу ҡолағынан тотоп артҡа ырғыта:

– Сиратҡа баҫ! – ти ул, ҡалын тауышы менән гөрөлдәп.

Был хәл ике көн ҡабатлана. Өсөнсөһөндә лә айыу ҡуянды сираттың иң осона алып ырғыта. Ҡуян, айыуға ысын күңелдән рәнйеп китеп:

– Был ниндәй хәл ул, ә! Өсөнсө көн, өсөнсө көн, тайыш табан, һинең арҡала магазинды аса алмайым бит!

 

(Башҡортса көләмәстәр төркөмөнән).

Читайте нас: