Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март 2023, 21:12

Юғалған атай

Кеше бер ҡасан да тиккә генә юғалмай икән...

yandex.ru
Фото:yandex.ru

Тәнзилә супермаркетта сиратта торғанда арттан кемдеңдер уға текләп ҡарауын һиҙҙе. Оҙон сиратта тороусыларҙың береһе ине ул. Был үткер ҡараштан йәһәтерәк ҡотолорға теләп, ул тиҙ генә кассала түләне лә, ризыҡ һалынған муҡсайын тотоп, йүгерә-атлай сығып китте. Әммә машиналар туҡталҡаһына китеп барғанда ла ул ошо кешенең арттан ҡарап килеүен һиҙә ине.

 

– Һаумыһығыҙ! Һеҙ мине танымайһы­ғыҙмы ни? – әйберҙәрен багажникка һалған мәлдә әлеге ҡараштың эйәһе уға яҡын килеп өндәште.

– Таныным, тәүге секундта уҡ! Үҙең кейәүгә сыҡҡан кешене нисек танымаҫҡа мөмкин? Ғүмер буйы ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәргә хыялланған, утыҙ йыл элек унан бала тапҡан кешене танымай буламмы? Һаумы, Вәзих, – тине Тәнзилә, яй ғына уға табан боролоп.

– Сиратта торғанда уҡ мине танығаныңды һиҙгәйнем! – тине шатлығы йөҙөнә сыҡҡан Вәзих. – Тик һин сыҡтың да киттең кибеттән. Мине күрәһең дә килмәйме? Эйе, мин һине аңлайым. Әммә һинең менән һөйләшеп алыу теләгем үтә көслө. Был һинең машинамы? Әйҙә, ултырайыҡ әле.

– Әйҙә һуң, ултырайыҡ, – тине нимә әйтергә лә белмәгән Тәнзилә.

Элекке иренең һүҙҙәре уға томан аша ғына ишетелгән һымаҡ тойолдо. Әйтерһең, күптән үлгән һәм онотолған мәйет менән һөйләшә. Егерме туғыҙ йыл элек, улына бер йәш кенә булғанда, ире Вәзих “оҙон аҡса” артынан эшкә юлланғайны һәм шул көндән алып хәбәрһеҙ юғалды.

Тәнзилә тәүҙә ирен эҙләп табырға тырышты, ул эшләргә планлаштырған ҡалала һәм заводта ла булды, әммә уға бындай кешене белмәүҙәрен генә әйттеләр.

Артабан Тәнзилә ун йыл дауамында полицияны тыныс ҡалдырманы, унда үҙ өйөнә барған һымаҡ йөрөнө, иғландарҙы ла үҙе яҙып бирҙе. Тора-бара, ни эшләһен, төңөлөргә мәжбүр булды, иренең тере түгеллегенә ышанғайны инде. Ҡатынын балаһы менән ташлап китә алмай бит инде! Уларҙың тормошо ла һәйбәт бара ине. Эйе, аҡса етешмәне, шуға ла ул күберәк аҡса эшләү мөмкинлеге булған урынды эҙләне.

Руль артына ултырғас, улар араһында уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты. Вәзих, тамағын ҡырҙы ла, шулай тип һүҙ башланы:

– Тәнзилә, ниңә өндәшмәйһең? Минән бер нәмә лә һорашырға теләмәйһеңме ни?

– Нимә тураһында? – тине Тәнзилә, уның күҙҙәренә тура ҡарап. – Егерме туғыҙ йыл ҡайҙа йөрөүең тураһындамы? Мин һине уйҙарымда күптән ерләгәнмен инде. Ә һин тереләрҙән дә тере булып сыҡтың! Тимәк, мине балабыҙ менән бергә ташлап ҡастың! Бында нимәһен һорашып торорға тағы?

– Мин һеҙҙе ташламаным, Тәнзилә! – тине Вәзих, ҡулы менән элекке ҡатынының ҡулына тейергә теләгәндәй хәрәкәт яһап, тик тегенең сәнскеле ҡарашын тойоп, кире алды. – Тыңла әле, мин барыһын да һөйләп бирергә итәм. Поезда барғанда бер аҙ төшөрөп алғайныҡ, бер нисә ир менән кәрт уйнарға булдым. Тик тегеләр яуыз әҙәмдәр булып сыҡты: иртән, айнығас, уларға ҙур сумма бурыслы булыуым тураһында әйттеләр. Түләмәһәм, ғаиләмде эҙләп табып, үс алыу менән янанылар. Документтарымды тартып алдылар, бурысты түләнеп бөткәнсе тип эшләргә мәжбүр иттеләр. Мәскәү янындағы бер фермала көнө-төнө эшләнем, йоҡо ла юҡ, ашау ҙа таҡы-тоҡо ғына. Ҡасып китһәм, һеҙҙе эҙләп табырҙар тип ҡурҡтым, паспорттағы адресты белделәр бит. Ете-һигеҙ йыл самаһы үткәс, хәҙер хәтер ҙә шәптән түгел – аныҡ иҫләмәйем, полиция килеп был ферманы фашланы, кем ҡайҙа етте ҡасып бөттөләр, мин дә шулай. Ул ваҡытҡа һаулығым да ныҡ ҡаҡшағайны, үҙем дә берәҙәккә оҡшап торам. Ҡатыныма бындай рәүештә кәрәкменме икән, тип уйланым. Шунан бер аҙ аяҡҡа баҫҡас, аҡса эшләп алғас ҡына ҡайтырға булдым. Улыбыҙ нисек, ниндәй кеше булып үҫте – һөйлә әле.

– Ниндәй кеше булып үҫһен, башҡалар һымаҡ инде, – тине Тәнзилә уйсан ғына. – Һин юғалғас та саҡ осон-осҡа ялғап йәшәнек.  Илдар улыбыҙ ете йыл элек өйләнде, ҡыҙы тыуҙы, өс йыл элек ҡатыны менән икәүләшеп фатир һатып алдылар. Мин дә бер аҙ ярҙам иттем. 

– Мин улым менән танышырға теләр инем.

– Әле улар өйҙә инде, әйҙә, барайыҡ.

Ғәжәпкә ҡаршы, Илдар атаһының ҡосағына ташланырға ашыҡманы. 

– Шунса йылдар эсендә һин беҙгә бер хәбәр ҙә ебәрә алманыңмы ни? – тип, атаһына шикле ҡараш ташланы ул.

– Тәүге ете-һигеҙ йыл эсендә ебәрә алманым шул, – тип ғәйепле йылмайҙы Вәзих. – Артабан һеҙгә бындай ир һәм атай кәрәкмәйҙер тип уйлап йөрөнөм. Мин бит әсәйеңдән башҡа бер кем менән дә йәшәмәнем, тик һеҙҙе генә уйланым. Әле минең ятаҡта бер бүлмәм бар. Һин мине ғәфү итә алмайһың инде, улым. Аңлайым. Ярай, мин китәйем инде.

– Вәзих, туҡтап тор! – Тәнзилә уның артынан сыҡты һәм, боролоп, улына өндәште. – Үҙ атайың бит ул! Миңә барыһын да һөйләп бирҙе, күпме ҡайғы күргән! Шундай ҡаты бәғерлеһең тип уйламағайным да.

– Әсәй, һин шул кешегә ышанаһыңмы ни? – Илдарҙың был ҡысҡырыуын Тәнзилә менән Вәзих ишетмәнеләр, сөнки фатирҙан сыҡҡайнылар инде.

Тәнзилә элекке ирен фатирына алып ҡайтты, сөнки тегеһенең был ҡалала башҡа ҡуныр урыны юҡ ине. Шунан һуң Вәзих тағы бер көнгә ҡалдырыуҙы һораны, шунан – йәнә бер көнгә... Артабан инде ул бында тороп ҡалды һәм китеү тураһында һүҙ ҙә ҡуҙғатмай ине.

Тәнзилә үҙен икенсе йәшлеге башланған һымаҡ хис итте. Вәзих элек бергә булған саҡтарында ла былай итәғәтле, хәстәрлекле, иғтибарлы түгел ине шикелле. Ул Тәнзиләнең бөтә теләк-үтенестәрен алдан белеп торған һымаҡ. Ҡатын үҙен бик бәхетле тоя ине. Тик бына Илдар улының атаһына ҡарашы ғына ыңғай яҡҡа үҙгәрмәне.

Ике ай йәшәгәс, Тәнзилә киләсәккә пландар буйынса һүҙ башланы.

– Бәлки, теге бүлмәңде һатып, бында бөтөнләйгә күсеп ҡайтырһың? – тине ул. – Эше лә табылыр, Илдар ҙа комбинатта вазифалы урында эшләй, ярҙам итер был йәһәттән.

– Юҡ, туҡта әле, Тәнзилә, – тине Вәзих. – Мин һиңә барыһын да һөйләмәнем бит. Бик шатланып һин әйткәнсә эшләр инем дә, тик бүлмәне барыбер һатырға тура киләсәк, сөнки миндә яман шеш таптылар. Һеҙгә килеп күҙегеҙгә күренергә ояла инем, хәҙер сараһыҙҙан килергә тура килде – йәшәргә күп ҡалманы бит, һеҙҙе күреп ҡалырға өлгөрәйем тинем.

– Онкология һәр саҡта ла хөкөм сығарыуҙы аңлатмай ҙаһа... – тип борсолдо Тәнзилә. –  Дауаланырға мөмкин бит.

– Эйе, дауаланырға мөмкин. Тик бушлай ярҙам миңә күрһәтелде инде, һөҙөмтәһе булманы. Артабан дауаланыу өсөн аҡса кәрәк. Ә аҡсам юҡ. 

Икенсе көнө иртән Тәнзилә улына килде һәм атаһының диагнозы тураһында һөйләп бирҙе, уны дауалау өсөн, фатирҙы залогка һалып, ҙур кредит алыуын әйтте, улынан да шуны эшләүен һораны. 

– Әсәй, һин нимә? Минең дә фатирҙы залогҡа һалып кредит алыуымды һорайһың! Ғүмерлеккә банктарға бурысҡа батайыҡ, торлаҡһыҙ ҡалайыҡмы ни?

– Атайыңа кәрәк бит, улым. Дауаланғас, эшкә лә урынлашыр. Түләп бөтөрбөҙ бурыс­ты, тик уның иҫән ҡалыуы кәрәк. Атайың өсөн йәлме ни?

– Ни эшләп ул атайым булһын! – тип ҡыҙҙы Илдар. – Минең өсөн һин, ҡатыным һәм ҡыҙым ғына бар, башҡа туғандарым юҡ! Ә ул беҙҙең өсөн нимә эшләне? Һин ғүмер буйы өс эштә бил бөктөң, мине ҡарап үҫтерҙең. Кәрәк булһа, мин һиңә был фатирҙы ла, бөтә аҡсамды ла бирәсәкмен! Тик уға түгел!

Улы менән һөйләшеү килеп сыҡмағас, Тәнзилә уларҙан үпкәләп ҡайтып китте. Тик Вәзих уны тынысландырҙы:

– Зарар юҡ, Илдарҙы ла аңларға мөмкин, – тине ул. –  Һинең кредит аҡсаң әлегә етеп торор, шуға ла дауаланып өлгөрәһе бар әле.

Клиникаға уны Тәнзилә үҙе лә оҙатып барырға булды, ул дауаланғанда яҡын тирәлә берәй фатирҙы ҡуртымға алып йәшәр.

Клиникаға китәһе көндө иртән Тәнзилә яңғыҙы ғына уянды, эргәһендә Вәзих юҡ ине. Фатирҙа тып-тын, ә бит Вәзих иртән уяныу менән телевизорҙы ҡабыҙа торғайны.  Баштараҡ Тәнзилә ире кибеткә киткәндер, юлға нимәлер алырға онотҡаны иҫкә төшкәндер тип уйланы. Әммә Вәзихтең әйберҙәр һалынған муҡсаһы ла урынында юҡ ине... Кредит та юҡ, уны Тәнзилә Вәзихтең үтенесе буйынса ҡулаҡсаға әйләндереп алғайны лаһа... 

Ҡалтыранған ҡулдары менән ул Вәзихтең номерын йыйҙы, әммә абонент һүнде­релгәйне. Ҡабат-ҡабат йыйып ҡараны, һөҙөмтә юҡ. Шул саҡ ул Вәзихтең йорт адресын да бер ҡасан һорашмағанын иҫкә төшөрҙө.

Көнө буйы Тәнзилә тәҙрә янында тороп Вәзихтең ҡайтҡанын көттө. Юҡ, иренең тағы ташлап китеүенә ышанмай ине ул. Ташлау ғына түгел, алдап, ҙур сумма аҡсаһын да алып китеүенә. Бер аҙҙан йөрәге сәнскеләй башланы һәм ул карауатҡа барып ятты. Шул мәлдә кемдеңдер ишекте асҡыс менән асыуы ишетелде. Уның Илдар ғына булыуы мөмкин.

Илдар ингәндә әсәһе карауатта илап ултыра ине әле. Ул өҫтәлгә бер пакет тулы аҡса килтереп һалды.

– Илама, әсәй. Бына һинең аҡсаң. Мин башта уҡ был әҙәмгә ышанманым. Һиңә ҡунаҡҡа килгәндә уның документтарын алып ҡараным, төпкә йәшергән булһа ла, таптым. Ул әле икенсе исем менән йәшәй! Һин кредит алғас, полициялағы танышым аша ошо документты тикшерттем.

Илдар асыҡлағанса, был кешенең һәр ҡалала тиерлек ғаиләһе бар икән. Үҙе һис ҡайҙа йүнләп эшләмәгән, мутлашҡаны өсөн бер нисә тапҡыр хөкөм иткәндәр. “Мин эштә ял һорап алдым да, ике көн һеҙҙең йорт алдында машинала ҡарауыллап ултырҙым, уның аҡса менән ҡасып китер мәлен көттөм. “Атай”ҙы вокзалда барып тоттом,  аҡсаһын тартып алдым һәм ҡалаға башҡаса килергә тейеш түгеллеген ныҡ ҡына төшөндөрҙөм”, – тине улы.

Илдар карауатҡа ултырҙы һәм илауҙан күҙҙәре шешенеп бөткән әсәһен ҡосаҡланы:

– Онот, әсәй. Мин һине берәүгә лә ҡыйырһытырға бирмәйәсәкмен.

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас: