Балаҡатай районының үҙәге Яңы Балаҡатай ауылында “Яңы талаптар – яңы мөмкинлектәр” тип аталған I муниципаль мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре форумы үтте. Унда кешеләргә үҙҙәренең сәнғәткә тоғро хеҙмәте менән тормошобоҙҙо сағыу буяуҙар менән тултырған, шатлыҡ һәм яҡшы кәйеф бүләк иткән белгестәр йыйылды. Улар – китапханасылар, мәҙәниәт усағы һәм музей хеҙмәткәрҙәре, мәҙәни саралар ойоштороусылар. Мәҙәни һәм тарихи мираҫты һаҡлауҙа мәҙәниәт учреждениеларының роле, йолаларҙы киләһе быуынға еткереү буйынса башҡарылған эштәр, рухи һәм мәҙәни яңырыу буйынса эшлекле һөйләшеү ойошторолдо.
Район мәҙәниәт һарайының мәғлүмәт-методика бүлеге мөдире Гөлназ Кәримова үҙенең сығышында “Берестиночка” халыҡ фольклор коллективы ижады миҫалында матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарының муниципаль реестрын булдырыу һәм мәҙәни объекттарҙы паспортлаштырыу үҙенсәлектәре менән таныштырҙы.
Билән ауылы тамбурлы сигеү оҫталары менән дан тота. Мәҙәниәт йортоноң “Тамбур” халыҡ студияһы етәксеһе Сәйҙә Әхтәмова башҡорт милли кейеменең ғаилә коллекцияһы менән таныштырҙы. Ул тамбурлы сигеү һалынған милли кейемдәре менән халыҡ-ара “Тамға” конкурсында 1-се урын яулаған. Милли кейем сәнғәтендә тамбурлы сигеү (элмә, йүрмәп сигеү, ҡабартмалы сигеү, ҡайыу, баҫыу) – туҡымаларҙы биҙәүҙең традицион ысулы. Был – иң киң таралған художестволы сигеү төрҙәренең береһе. Тамбур ептәре беренсе төркөмгә инә һәм үҙенең боронғо традициялары менән билдәле. Башҡорт тамбурына сәскә-үҫемлек орнаменты хас, унда бер үрендегә тоташтырылған сәскәләр, емеш-еләк, киҫәк һыҙаттары күҙалланған традицион элементтар йыйылмаһы бар. Башҡорттар башлыса сатин, ситса туҡымаларға сиккән.
Башҡорттарҙың боронғо кәсептәренең береһе – дегет әҙерләү – Балаҡатай районында һаҡланып ҡалған. Моратшиндар ғаиләһенең 1860 йылда нигеҙ һалынған дегет ҡайнатыу эше әле лә дауам итә. Етештереү өсөн сеймал булып йәш ҡайын ҡабығынан йәки ҡайын утынынан алынған туҙ тора. Ябыҡ аппараттарҙа һауаһыҙ шарттарҙа уны юғары температураға тиклем йылыталар. Билдәле бер температура тәьҫирендә туҙ тарҡала һәм дегет бүлеп сығара. Ҡара төҫтәге, үҙенсәлекле еҫле ҡуйы майлы йәбешкәк булмаған шыйыҡса күн һәм косметика сәнәғәтендә, медицинала, ветеринарияла, ауыл хужалығында ҡулланыла.
Балаҡатай район мәҙәниәт һарайы мәғлүмәт-методика бүлеге белгесе Тамара Власованың сығышында урындағы ресурстарҙы балалар һәм йәштәрҙе үҫтереү өсөн файҙаланыу, үҫеп килгән быуында экологик мәҙәниәт тәрбиәләү, Тыуған илгә һаҡсыл ҡараш, яуаплылыҡ тойғоһо уятҡан саралар тәҡдим ителде.
Йылдан-йыл йәштәр араһында ирекмәнлек темаһы популярлаша бара. Ирекмән булыу бөгөн абруйлы. Сара сиктәрендә Балаҡатай районында ирекмәндәр хәрәкәте координаторы, “Беҙ бергә” халыҡ-ара премия амбассадоры Гүзәлиә Туйсина “Ирекмәндәр хәрәкәте. Кемгә һәм ни өсөн кәрәк?” тигән лекция менән сығыш яһаны, шулай уҡ “Беҙ бергә” халыҡ-ара премияһы тураһында һөйләне. Сығыш барышында Ф.Н. Байышев исемендәге Ҡарлыхан ауылы китапханасыһы Людмила Самойловаға һәм мәҙәниәт ирекмәне Надежда Кизионоваға тантаналы рәүештә “Мәҙәниәт ирекмәндәре” символикаһы төшөрөлгән футболкалар тапшырылды.
– Ирекмәнлек хәрәкәте – ул ысын күңел менән башҡарыла торған эш. Бойороҡ, күрһәтмә буйынса түгел, ә бер ябай сәбәп буйынса, иң мөһиме – бер-берегеҙгә ярҙам итеү! Беҙ макулатура, металл һыныҡтары йыйҙыҡ, ветерандарҙың өйҙәренә йөрөнөк – был ғәҙәти хәл булды. Һәм, әлбиттә, хәҙер ҙә беҙ һеҙҙең менән дөрөҫ юлда! – тип билдәләне Гүзәлиә Зәки ҡыҙы.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы хеҙмәте, юғары профессионализмы һәм Балаҡатай районы мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн тантаналы шарттарҙа почет грамоталары тапшырылды. Форум һөҙөмтәле һәм ҡыҙыҡлы үтте, ә унда ҡатнашыусылар артабанғы эште ойоштороу өсөн ыңғай кәйеф, дәрт һәм илһам алды.
Рүзилә ИҪӘНБАЕВА