Йәмғиәт
28 Мая 2023, 05:00

Төрмәлә 13 йыл нахаҡҡа ултырған Фәтхулла ағайҙың исеме аҡланды

Ул 64 йыл буйы ғәҙеллек яулай һәм уға өлгәшергә өмөтләнә...

Төрмәлә 13 йыл нахаҡҡа ултырған Фәтхулла ағайҙың исеме аҡландыТөрмәлә 13 йыл нахаҡҡа ултырған Фәтхулла ағайҙың исеме аҡланды
Төрмәлә 13 йыл нахаҡҡа ултырған Фәтхулла ағайҙың исеме аҡланды

1959 йылда 22 йәшлек Фәтхулла Исхаҡов кеше үлтереүҙә ғәйепләнә һәм хөкөм ителә. Йәнәһе лә, күрше ҡыҙҙарға балта менән һөжүм иткән. Дүрт ауылдашы уға төртөп күрһәтә. 15 йылға хөкөм ителеп, 13 йыл төрмәлә ултыра ул. Иреккә сыҡҡас, хөкөм ҡарарын юҡҡа сығарыу өсөн ғәҙеллек юллай башлай. 

Күп йылдар үткәс, уның  ғәйебе булмауы асыҡлана, шаһиттар ҙа быны раҫлай, әммә Исхаҡовты һаман аҡламайҙар. 2013 йылда ысын енәйәтсе - хәҙер инде 72 йәшлек ҡарт үҙе лә ғәйебен таный. Күрәһең, выжданы ғазаплаған. Ләкин эште ҡайтанан ҡарау бик ҡатмарлы процедура икән, документтар йылдар буйы судтан-судҡа, прокуратураға йөрөй. 

Хөкөм ҡарары хаталы тип таныуын-таныйҙар, ләкин уны ғәмәлдән сығармайҙар. Ә Фәтхулла ағай өсөн үҙенең намыҫлы исемен ҡайтарыу бар ғүмеренең маҡсаты була.

Ниһайәт, ғәҙеллек тантана итте. 50 йыл көрәшкәндән һуң, 86 йәшлек яҡташыбыҙ маҡсатына өлгәште. Рәсәй Юғары суды Фәтхулла Исхаҡовты тулыһынса аҡланы. 

Беҙ был оҙайлы көрәш тураһында бынан алда бер нисә тапҡыр яҙып та сыҡҡайныҡ. Тулыраҡ түбәндәге ике яҙмала уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2019-07-17/13-yyl-t-rm-l-naha-a-563732

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2019-10-25/en-n-ara-m-r-yuyyu-aryn-daulay-611749

Фото: kp.ru.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас