Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь , 23:10

Башҡортостан – географик мәғлүмәттәрҙе тулыландырыу буйынса алдынғы төбәк

Географик мәғлүмәттәр милли системаһының пилот проектына ярашлы мәғлүмәт системаларын географик мәғлүмәттәр менән тулыландырыу буйынса Башҡортостан Республикаһы илдә беренсе урынды биләй. Сағыштырыу өсөн: 2023 йылдың мартында 15-се урында инек. Был система дәүләт үҫешенә нигеҙ булып тора. Дөйөм алғанда, проектта 31 төбәк ҡатнаша.

Башҡортостан – географик мәғлүмәттәрҙе тулыландырыу буйынса алдынғы төбәк
Башҡортостан – географик мәғлүмәттәрҙе тулыландырыу буйынса алдынғы төбәк

Географик мәғлүмәттәр системаһы дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу буйынса эшсе төркөмөнә Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы Наталья Полянская етәкселек итә.

– Географик мәғлүмәттәр милли системаһы ер биләмәләрен фотоға төшөрөүҙе, ортофотопландарҙы, кәрәкле инфраструктураны, коммуникацияларҙы, ер участкаларын, бина һәм ҡоролмаларҙы, шулай уҡ хоҡуҡи режимдарҙы үҙ эсенә ала, – тип билдәләй Наталья Полянская. – Контроль-иҫәп палатаһы ер участкаларын эҙләү, биреү һәм теркәү ваҡытын ярайһы уҡ ҡыҫҡарта һәм ябайлаштыра, шулай уҡ “берҙәм тәҙрә” механизмы аша күсемһеҙ милек объекттары һәм булған бөтә сикләүҙәр тураһында йыйылма мәғлүмәт алыу мөмкинлеген бирә.

Башҡортостан Республикаһы географик мәғлүмәттәрҙе интеграциялау буйынса алда бара, был граждандар һәм юридик шәхестәр өсөн мәғлүмәт эшкәртеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырҙы. Алға китеш күҙәтелә: муниципаль берәмектәрҙең 99,6 проценты, тораҡ пункттарҙың 84,9 проценты, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең 99,5 проценты, мәҙәни мираҫ объекттары биләмәләренең 62,8 проценты һәм һыу баҫҡан урындарҙың 96,5 проценты аныҡланды. Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына территориаль зоналарҙың 6 112-нән ашыу сиге индерелгән.

Был ҡаҙаныштар ер участкаларын эҙләү һәм теркәү ваҡытын ярайһы уҡ ҡыҫҡартырға, эште ябайлаштырырға булышлыҡ итте, тип билдәләйҙәр Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында.

Фото: www.pravitelstvorb.ru.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: