Һәр ғаиләнең үҙ яҙмышы, үҙ тарихы. Төрлө яҡтарҙа ғүмер итеүселәрҙең дә юлдарын осраштырып ҡауыштырып ҡуя ул яҙмыш тигәнең. Бүздәк районының Күҙәй ауылында йәшәүсе Минегөл менән Фәних Гәрәевтарҙың да тормош юлдары уйламағанда киҫешә. Был һоҡланғыс пар менән Бүздәккә командировка мәлендә таныштыҡ.
Төнгө 12-гә тиклем ырҙын табағында, унан - клубта
Уларҙың танышыу ваҡиғаһы ҡыҙыҡлы. Күҙәй ауылы егете Фәних Ғабидин улы армиянан ҡайтып клуб мөдире булып эшләп йөрөгән була. Өфөлә заводта хеҙмәт иткән Минегөл Сәхиулла ҡыҙы был ауылға ураҡ ваҡытында колхозға ярҙамға ебәрелә.
-Ындыр табағында киске 12-ләргә тиклем эшләйбеҙ ҙә, ҡайтып йыуынып клубҡа бейергә сығып китә торғайныҡ. Тап шунда Фәнихте күрҙем дә инде мин. Үҙем ни эшләптер бейергә ояла торғайным. Әле лә хәтерҙә бер кисә мәлендә Фәнихтең гармун уйнағанын ситтән генә ҡарап ултырғаным. Күҙҙәр осрашһа, ҡарашымды тиҙ генә ситкә ала инем, – тип танышҡан мәлдәрен һөйләп алып китте Минегөл апай.
Заводта эшләһә лә, ҡыҙҙың күңелендә лә сәнғәткә һөйөү була. Шул ваҡытта уҡ мандолинала, баянда уйнарға өйрәнгән була.
Ҡара оҙон сәсле, һөйкөмлө, ипле Әлшәй ҡыҙына Күҙәй ауылы егетенең дә күҙе төшә. Шулай итеп улар осраша башлай, тиҙҙән өйләнешеп тә ҡуя.
Минегөл апайҙың яҙмышы шул ваҡыттан Күҙәй ауылы менән бәйле. Ғүмер буйы ул бында тормош иптәше менән бергә клубта хеҙмәт итә. 17 йыл ҡайны-ҡәйнәһе менән бер йортта йәшәйҙәр, ҡыҙҙары Айгөл, улдары Филүс тыуа, балалары олатай-өләсәй тәрбиәһе күреп үҫә.
Әле лә ҡулынан гармунын төшөрмәгән Фәних ағайҙан был музыка ҡоралында уйнау тарихы менән ҡыҙыҡһындыҡ.
–Бала саҡтан гармунға ҡыҙыҡһыныу булды. Бер класташымдың атаһының гармуны бар ине. Өсөнсө кластар тирәһендә уҡығанда мәктәптән һуң бергә дәрес әҙерләргә тип класташыма барам да, уҡыуҙа ҡайғы ла юҡ, нисек тә шул гармунды тартып ҡарау уйы баштан сыҡмай. Уйнап ҡараһам, күңел булып ҡайтып китә инем. Мәктәптә уҡығанда уҡ гармун алдыртаһым килде. Өйҙәгеләр “Бер көй ҙә уйнай белмәгән көйөңә нисек гармун алайыҡ?” тигәс, көй өйрәнергә булдым. Ул ваҡытта 5-6 кластарҙа уҡығанымдыр. Ауылдаш Үзбәк исемле гармунсы ағай миңә “Ал сейә төптәрендә” тигән көй өйрәтте. Шунан уның гармунын һорап алып ҡайтып, өйҙәгеләргә шул көйҙө уйнап күрһәттем. Уйнағанымды оҡшаттылар. Ағайым мине санаға ултыртты ла гармунды хужаһына илтергә киттек. Юлда шул көйҙө уйнай -уйнай барғаным әле лә хәтерҙә. Атайым һүҙендә торҙо. “Чайка” тигән ҡара төҫтәге гармун алдылар. Шунан мәктәп сараларында ла йыш ҡатнаша башланым, ауылда ла. Армиянан ҡайтыу менән мине клуб мөдире вазифаһына тәғәйенләп тә ҡуйҙылар, – тип гармунға бәйле ваҡиғаларын хәтерләне ғаилә башлығы.
Эштә лә, өйҙә лә бергәләр
Фәних Ғәбидин улының хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу – ул 45 йыл буйы ошо вазифаны башҡарған. Һәм бөгөн дә ул сәхнәнә төшмәй. Минегөл апай менән бергәләп “Илһам шишмәһе” тигән фольклор ансамблгә йөрөй, үҙҙәренең йырлы-моңло сығыштары менән яҡташтарын һөйөндөрә.
Минегөл апайҙың да ауыл мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән өлөшө ҙур. 35 йыл мәҙәниәт өлкәһенә хеҙмәт итә ул. Художество етәксе булып эшләгәндә сценарийҙарын да үҙе яҙа, мәктәп уҡыусылары өсөн бейеү, мандолина түңәрәктәре ойоштора, ҡалаҡсылар, ҡубыҙсылар ансамблдәре лә гөрләп эшләй. Уларҙы өйрәтер өсөн күпме һәләт, көс, дәрт кәрәклеген Минегөл апай үҙе генә белә. Тап улар эшләгән осорҙа “Илһам шишмәһе” тигән фольклор ансамбль ойошторола, гел өлкән йәштәгеләрҙән генә торған “Аҡ яулыҡ” ветерандар ансамблен да тамашасылар яратып ҡабул итә.
–Эшемде бик яратып башҡарҙым. Клубтан ҡайтып кермәнек. Төшкә тиклем сценарийҙар өҫтөндә эшләһәк, төштән һуң түңәрәктәр башлана, кисен йәштәр эргәһендәбеҙ, – ти Минегөл Сәхиулла ҡыҙы.
Һөҙөмтәләре төрлө смотр-конкурстарҙа күренә. Хатта Өфөгә республика кимәлендәге сараларҙа ла сығыш яһайҙар. Райондағы ҡаҙаныштарҙың иҫәбе-һаны булмай. Мәҫәлән, үҙешмәкәр театр коллективы менән заманында “Тиле йәшлек” спектакле менән районда гран-при яулайҙар.
Дан өсөн йәшәмәйҙәр
Эш менән гөрләп-дөрләп күпме ваҡыт үткән дә киткән. Үткәндәре тураһында һөйләгәндә күҙҙәре тағы ла нурланып, йөҙҙәре яҡтырып китә әңгәмәселәремдең. Яратып, яуаплылыҡ менән башҡарғанға уларҙың эш һөҙөмтәһе лә матур була. Төрлө кимәлдәге почет грамоталары, наградалары уларҙың тырышлыҡ билдәһе.
Икеһе лә сәнғәткә хеҙмәт иткән кешенең балалары ла йыр-моңдо күңелдәренә һеңдереп үҫә. Шуға ла был һәләт быуындан быуынға дауам итә. Улдары Филүскә биш йәше тулмаҫ элек олатаһы гармун бүләк итә.
– Улым биш йәшендә гармунда уйнай белә ине инде.Беренсе тапҡыр ғаилә ансамбле менән Бүздәк сәхнәһендә сығыш яһағаныбыҙ әле лә күҙ алдында. Мин – баянда, ҡатыным мандолинала , биш йәшлек Филүс улыбыҙ –гармунда, ете йәшлек Айгөл ҡыҙыбыҙ ҡубыҙҙа ла уйнаны, бейене лә. Аҙаҡ ғаиләбеҙ менән республика сәхнәләрендә лә сығыш яһарға тура килде, – тип шул йылдарҙы һағынып һөйләне Фәних ағай.
Улдарының ата-әсәһе юлын һайлауы ла шуға ғәжәп түгел. Ул тәүҙә Өфө сәнғәт училищеһын, аҙаҡ Сәнғәт академияһын тамамлай. Бөгөнгө һөнәре лә бала саҡтан ғашиҡ музыка ҡоралы менән бәйле. Ул баяндарҙы реставрациялай. Уйнау ғына түгел, уларға яңы һулыш бирә белеүе һөнәр оҫталығы байлығы тураһында һөйләй.
Ҡыҙҙарының һөнәре тәржемә менән бәйле, ул ғаиләһе менән Баулы ҡалаһында төпләнгән.
Сәнғәт кешеһе һәр ваҡыт матурлыҡ өлгөһө булып ҡала. Бөгөн оло йәшкә етһәләр ҙә гөрләтеп донъя көтә Гәрәевтар. Ихаталарына килеп ингәс, хатта көҙгө миҙгелдә лә сәскәләр иле ҡаршы ала. Уларҙың ниндәйен генә үҫтермәйҙәр. Был матурлыҡты күреп, күңел үҙенән-үҙе күтәрелеп китә.
Минегөл апай менән Фәних ағай әле лә ҡайҙа булһалар ҙа бергәләр.
–Йәшәгән һайын беҙҙең аралар яҡыная ғына бара. Беребеҙ ҡайҙалыр китһә, икенсебеҙ тәҙрәнән күҙен алмай көтә. Нимә эшләһәк тә кәңәшләшәбеҙ. Нимәгә тотонһаҡ та бергә башҡарабыҙ, – тиҙәр улар.
Кеше ғүмере аҡҡан һыу һымаҡ үтә лә китә. Ғүмер буйы бер-береһен ҡәҙерләп, яратып йәшәгән парҙар йәмғиәтебеҙҙең матур өлгөһө. Минегөл апай менән Фәних ағайҙың “Дан өсөн хеҙмәт итмәнек, бары тик эшебеҙҙе намыҫ менән тырышып башҡарҙыҡ” тиеүҙәре уларҙың хеҙмәткә ни тиклем яуаплы ҡарауҙарын сағылдыра.
Бөгөн дә тирә-яҡҡа гүзәллек өләшеп йәшәгән һоҡланғыс парға оҙон ғүмер һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Автор фотоһы.