Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь , 10:00

Бындай әхирәттәр барҙа, дошман да кәрәкмәй

Минең иң яҡын "әхирәтем" – ирем. Уға ниндәй сер һөйләһәң дә бата. Бүлдермәй генә тыңлай, аҙаҡ бер кемгә лә һөйләмәй... сөнки ишетмәй ҙә...

Бындай әхирәттәр барҙа, дошман да кәрәкмәй
Бындай әхирәттәр барҙа, дошман да кәрәкмәй

Эйе, был һүҙҙәр шаяртыу аша яҙылһа ла, ысынбарлыҡ шулай. Минең дә элек әхирәттәрем күп ине. “Иң яҡшы” тигәндәрем генә өсәү булды. Береһе менән балалар баҡсаһынан бергә, икенсеһе - мәктәп йылдарынан. Өсөнсөһө – студент саҡ “мираҫы”. Һәм бына 43 йәштә бер әхирәтем дә ҡалманы.

Рәүилә менән күрше йәшәнек, бер балалар баҡсаһына йөрөнөк. Әсәһе һуңлаһа, ул беҙгә, минекеләр тотҡарланһа, мин уларға бара инем. Кискә тиклем рәхәтләнеп уйнайбыҙ, бер-беребеҙҙә ҡуна ҡалған саҡтар ҙа йыш булды. Иң эскерһеҙ дуҫлыҡ уның менән булғандыр. Төрлө мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында белем алһаҡ та, ара бер ҡасан да өҙөлмәне. Һәр ваҡыт бәйләнештә булдыҡ, ярҙам итештек. Шуға күрә уның хыянаты иң ауыры булды. Эшләй башлағас, бер фатирҙа йәшәнек. Бер ваҡытта егеттәр менән дуҫлаша башланыҡ. Мин алдараҡ кейәүгә сыҡтым, ә ул, ни эшләптер, егетен ташланы. Ирем менән бер йыл да йәшәп өлгөрмәнек, ул... мине ташлап Рәүиләгә китте. Баҡһаң, беҙ дуҫлашып йөрөгән саҡта уҡ йәшенеп осрашҡандар икән. Ике иң яҡын кешемдең хыянатын бик оҙаҡ кисерә алманым. Шулай ҙа ике йыл үткәс йәнә аяҡҡа баҫып йәшәй башланым.

Шул ауыр йылдарҙа янымда һәр ваҡыт Роза булды. Уның менән мәктәптә бергә уҡығайныҡ. Әллә ни яҡын булмаһаҡ та, ирем менән айырылышҡас, ул мине ҡалдырманы, ярҙам итеп, күңелемде күтәреп торҙо. Тәүҙә әллә ни яҡын ебәрмәһәм дә, ышанысымды яуланы. Мине яңынан аяҡҡа баҫтырҙы, күҙҙәремде асырға ярҙам итте. Бының өсөн уға әле лә рәхмәтлемен. Тик был дуҫлыҡ та селпәрәмә килде. Уның менән беҙҙе эш “айырҙы”.

Беҙ бер компанияла эшләй инек. Уны танышлығым арҡаһында беҙгә урынлаштырҙым, начальник менән уртаҡ тел табырға ярҙам иттем. Роза килгәнсе унда биш йыл эшләй инем, шуға күрә яҡын арала үрләтергә тейештәр ине. Әммә миңә тигән вазифаны әхирәтем “урланы”. Иғтибар ҙа итмәгәнмен, ә ул минең артта начальник менән дуҫлашып алған, насар һүҙҙәр һөйләгән. Һөҙөмтәлә уны миңә тейеш урынға ултырттылар, ә үҙемде ҡыуҙылар. Был юлы тәүге тапҡырғы кеүек ныҡ та ҡайғырманым. Шулай ҙа оҙаҡ тетрәнем йөрөнөм.

Өсөнсө әхирәтем Лена ҡалғайны. Уның менән институт заманынан дуҫбыҙ. Бер ауыҙ бешкәс, әллә ни яҡынлашырға ла тырышманым, шулай ҙа аралашырға кеше лә кәрәк ине. Кешелеккә, ҡатын-ҡыҙ араһындағы дуҫлыҡҡа ышанысым бөтмәгәйне әле. Тик Лена ла үҙенең асылын күрһәтте. Ун йыл дуҫлашҡандан һуң, минең бәхетемде күтәрә алмай юҡҡа сыҡты. Был саҡта икенсегә кейәүгә сығып, игеҙәк балалар тапҡайным. Ә уның шәхси тормошо барып сыҡманы. Ирем һәйбәт һәм хәлле булғас, тормошобоҙ етеш. Ҡыҫҡаһы, күтәрә алманы. Уртаҡ таныштар араһында ғәйбәт, минең турала насар һүҙҙәр тарата башланы.

Уның менән дә өҙөлдө ара. Илап та торманым был юлы. Көлөп кенә ҡараным да башҡаса әхирәттәр менән ваҡыт әрәм итмәҫкә булдым. Ирем менән ысынлап та рәхәтерәк. Күңелем булғансы хәбәремде һөйләйем дә онотам. Ҡыҙҙарым да үҫеп килә, оҙаҡламай улар серҙәш булыр.

Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ҡатын-ҡыҙ араһында дуҫлыҡ бармы, юҡмы?

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: