Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь , 17:45

«Айыҡ ауыл» – заманыбыҙҙың ҡеүәтле һәм һөҙөмтәле идеяһы

Бөгөн, 5 октябрҙә, Өфө районының Шамонин ауылында «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеүсе ауылдарҙың слеты һәм бәйгене ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Унда Башҡортостандың утыҙ районынан 51 ауыл вәкилдәре ҡатнашты. 

«Айыҡ ауыл»   –  заманыбыҙҙың ҡеүәтле һәм һөҙөмтәле идеяһы
«Айыҡ ауыл» – заманыбыҙҙың ҡеүәтле һәм һөҙөмтәле идеяһы

Бөгөн, 5 октябрҙә, Өфө районының Шамонин ауылында «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеүсе ауылдарҙың слеты һәм бәйгене ойоштороу комитеты ултырышы үтте.

Сара ауылдың һабантуй майҙанында башланды. Тәү сиратта «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеүсе ауылдарҙың парады уҙғарылды, унда Башҡортостандың утыҙ районынан 51 ауыл вәкилдәре ҡатнашты. Улар төрлө йылдарҙа проектта еңеү яулаған. Төп сәхнәлә урындағы үҙешмәкәр артистар сығыш яһаны, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө тауарҙарҙың күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторолдо. Слет сиктәрендә спорт саралары, уҡтан атыу буйынса «Юрмаш уҡсылары» турниры, «Йүгерек башҡорт» клубы ҡатнашлығында еңел атлетика кросы старттары, скандинавса йөрөү ойошторолдо.

«Айыҡ ауыл» республика конкурсын ойоштороу комитетының киңәйтелгән ултырышы Шамонин ауылы мәктәбендә республика ойоштороу комитеты ағзалары, райондарҙың муниципаль ойоштороу комитеттары рәйестәре, башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, еңеүсе ауылдарҙың әүҙемселәре ҡатнашлығында ойошторолдо.

Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова алып барҙы. Ул, ултырышты асып, бөгөн тарихта тәүге тапҡыр «Айыҡ ауыл» конкурсын уҙғарыу осоронда еңеүсе ауылдар вәкилдәрен бергә йыйыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Конкурстың республика этабында биш йыл эсендә бөтәһе 51 ауыл еңгән (муниципаль этапта –  260-тан ашыу тораҡ пункт). Сараны үткәреү урыны итеп  юҡҡа ғына Өфө районының Шамонин ауылы һайланманы. Улар 2020 йылда конкурста еңеп сыҡты, почетлы икенсе урын яуланы һәм өс миллион һумлыҡ сертификат алды. Һис шикһеҙ, был тәүге сиратта халыҡтың берҙәмлеге арҡаһында мөмкин булды. Шамонин халҡының  әүҙемлеген бөгөн үҙ күҙҙәребеҙ менән һабантуй яланында күрҙек.

Быйыл муниципаль этапҡа 54 муниципаль райондан 1029 ғариза бирелгән. Дөйөм статистикаға килгәндә, һуңғы биш йылда конкурста 54 район, 3000-дән ашыу ауыл халҡы, 120 000-дән ашыу әүҙемсе, 3 000-дән ашыу ирекмән ҡатнашҡан. 2019 - 2023 йылдарҙағы конкурстар йомғаҡтары буйынса республикала 35 яңы балалар һәм спорт майҙансығы, 23 парк һәм йәмәғәт биләмәһе барлыҡҡа килгән.  9 урам, 14 йәмәғәт биләмәһе, 4 ауыл мәҙәниәт йорто, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған 6 объект төҙөкләндерелгән. Шулай уҡ проект ярҙамында ауылдарҙа урам яҡтыртыу, һыу ҡыуҙырыу башняһы ремонтланған, йәйәүлеләр өсөн асфальт юлдар һалынған, тракторҙар, ҡар таҙартҡыс һатып алынған, янғын һүндереү депоһы һәм башҡа күп нәмәләр барлыҡҡа килгән. 2024 йылда Стратегик башланғыстар агентлығы «Айыҡ ауыл» конкурсын «Халыҡтың йәшәү сифаты» йүнәлеше буйынса «Яңы замандың көслө идеялары» исемлегенә индерҙе, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова республика конкурсын ойоштороу комитетының киңәйтелгән ултырышында «Айыҡ ауыл» бәйгеһенең еңеүсе ауылдары халҡы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек даирәһе тураһында һөйләне, йыл һайын конкурс барышында министрлыҡтың ойоштороу комитеты менән берлектә Бөтә Рәсәй һәм Бөтә донъя айыҡлыҡ көндәре сиктәрендә “ҡыҙыу линия”, күсмә берҙәм ғаилә консультациялары көндәре (конкурстың республика этабында) һәм башҡа саралар уҙғарыуын билдәләне.

 –  Граждандарының әүҙемлеге һәм сәләмәт йәшәү рәүеше арҡаһында «Айыҡ ауыл» конкурсында еңеү яулаған ауылдарҙы артабан да иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәрәк, тип иҫәпләйем. Уларҙың сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылышын яҡларға кәрәк. Шуға күрә үҙ вәкәләттәрем сиктәрендә еңеүсе ауылдарҙы Башҡортостандың Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы ғәмәлгә ашырған «Хәстәрлек поезы» проектына индерергә тәҡдим итәм.  Был –  республиканың алыҫ райондарында йәшәгән халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тотҡан үҙенсәлекле проект. Әйкәндәй, «Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүсеһенә барыу тәжрибәһе беҙҙә бар. Һүҙ Йылайыр районының Юлдыбай ауылы хаҡында.

Ауыл халҡы белгестәрҙән инвалидлыҡты билдәләү тәртибе, социаль ярҙам саралары һәм льготалар, пенсия түләүҙәре менән ҡыҙыҡһына, медицина белгестәренә яҙылыу ойошторола.  Мөрәжәғәт итеүселәр араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары ла булды.

Был проект ауыл халҡында ыңғай тәьҫораттар ҡалдыра, сөнки ул кисектергеһеҙ социаль ярҙамды алыҫ урындарға еткереү өсөн тәғәйенләнгән. Әлеге проектҡа "Айыҡ ауыл" конкурсы еңеүселәрен дә индерергә тәҡдим итәм,  – тип билдәләне Ленара Хәким ҡыҙы.

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко -  «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеүсе ауылдарға ярҙам саралары; БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Арыҫланбәк Хәйҙәров 2023-2024 йылдарҙа «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сараларын үҙләштереү йомғаҡтары тураһында һөйләне.

Бәйгенең координаторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы  Президиумы ағзаһы, Башҡортостан дәүләт медицина университеты профессоры, медицина фәндәре докторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева республикала айыҡлыҡ өсөн йәмәғәт хәрәкәтен артабан үҫтереү перспективаларын билдәләне. Конкурс сиктәрен киңәйтә, муниципаль һәм республика кимәлендә төрлө ойошмаларҙың көсөн берләштерә, айыҡлыҡты пропагандалауға һәм Башҡортостан халҡының һаулығын нығытыуға йүнәлтелгән, тип билдәләне ул. Ғөмүмән, алкоголизм менән көрәштән тыш, «Айыҡ ауыл» конкурсы башҡа мөһим социаль мәсьәләләрҙе лә хәл итә. Атап әйткәндә, яуланған гранттар арҡаһында тораҡ пункттар сәскә ата. Конкурстан һуң да еңеүселәр иғтибарһыҙ ҡалмай, өлгө булып тора. Еңеүселәр өҫтәмә дәртләндерелә, улар ҡатнашлығында төрлө республика саралары үткәрелә, ауыл китапханаларының китап фондтары файҙалы әҙәбиәт менән тулылана, халыҡ өсөн лекциялар үткәрелә.

Быйыл  Башҡортостандың Финанс министрлығы ауылдарҙа йәшәүселәргә финанс белеме биреү буйынса проектты тормошҡа ашырғаны мәғлүм. Уны интеграциялау йомғаҡтары тураһында «Башҡортостандың финанс тикшеренеүҙәре үҙәге» автономлы коммерцияға  ҡарамаған ойошмаһының финанс грамоталылығы департаменты директоры Гөлназ Әбүзәрова һөйләне.

Финанс грамоталылығын күтәреү, ниндәй сығанаҡтарҙан файҙаланыу, финанс баҙары эксперттарын йәлеп итеп сараларҙы нисек ойоштороу: халыҡтың финанс грамоталылығын күтәреү өҫтөндәге эш  – сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға, офлайн саралар, акциялар, семинарҙар, курстар һәм марафондар үткәреүгә йүнәлтелгән саралар комплексы ул, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Гөлназ Әбүзәрова. Тема көнүҙәк, сөнки 2024 йылдан алып Финанс үҙәгенең «Айыҡ ауыл» проекты менән хеҙмәттәшлеге нигеҙендә республика конкурсы еңеүселәре өҫтәмә дәртләндереү сараһы алды –  ауыл китапханаларына файҙалы әҙәбиәт тапшырылды, шулай уҡ халыҡ өсөн мәғрифәтселек лекциялары үткәрелде.

Киңәйтелгән йыйылышта шулай уҡ әүҙемселәрҙе бүләкләнеләр.  Ойоштороу комитеты ултырышынан һуң слетта ҡатнашыусылар Шамонин ауылы паркында «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә төҙөлгән объектҡа барҙы. Ә Иглин районының Ҡалтыман ауылында конкурста еңгән саралар иҫәбенә төҙөлгән «Ғаилә скверы» асылды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

 

 

«Айыҡ ауыл»   –  заманыбыҙҙың ҡеүәтле һәм һөҙөмтәле идеяһы
«Айыҡ ауыл»   –  заманыбыҙҙың ҡеүәтле һәм һөҙөмтәле идеяһы
«Айыҡ ауыл»   –  заманыбыҙҙың ҡеүәтле һәм һөҙөмтәле идеяһы
«Айыҡ ауыл»   –  заманыбыҙҙың ҡеүәтле һәм һөҙөмтәле идеяһы
«Айыҡ ауыл»   –  заманыбыҙҙың ҡеүәтле һәм һөҙөмтәле идеяһы
«Айыҡ ауыл»   –  заманыбыҙҙың ҡеүәтле һәм һөҙөмтәле идеяһы
«Айыҡ ауыл»   –  заманыбыҙҙың ҡеүәтле һәм һөҙөмтәле идеяһы
«Айыҡ ауыл»   –  заманыбыҙҙың ҡеүәтле һәм һөҙөмтәле идеяһы
«Айыҡ ауыл»   –  заманыбыҙҙың ҡеүәтле һәм һөҙөмтәле идеяһы
«Айыҡ ауыл»   –  заманыбыҙҙың ҡеүәтле һәм һөҙөмтәле идеяһы
«Айыҡ ауыл»   –  заманыбыҙҙың ҡеүәтле һәм һөҙөмтәле идеяһы
«Айыҡ ауыл»   –  заманыбыҙҙың ҡеүәтле һәм һөҙөмтәле идеяһы
«Айыҡ ауыл»   –  заманыбыҙҙың ҡеүәтле һәм һөҙөмтәле идеяһы
«Айыҡ ауыл» – заманыбыҙҙың ҡеүәтле һәм һөҙөмтәле идеяһы
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: