Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2024, 08:00

"Инвалид баламды әсәйем ҡарай..."

"Беҙ әле йәш, инвалид бала нимәгә ул? Ваҡыты еткәс, һау-сәләмәт сабый табып алырбыҙ, ҡалдыр дауаханала", – тине ирем.

"Инвалид баламды әсәйем ҡарай..."
"Инвалид баламды әсәйем ҡарай..."

Миңә шул тиклем ауыр, ни эшләргә лә белмәйем. Бәлки, кәңәш бирерһегеҙ?

Ирем – рус. Ваня менән яратышып өйләнештек. Һеҙ уның ниндәй икәнлеген белһәгеҙ икән. Үҙе сибәр, үҙе матур һөйләй, оҙон буйлы, блондин. Әсәйем:

– Беҙҙең милләт кешеһе түгел. Ҡыҙым, уйла. Улар икенсерәк була бит, үҙеңдеке барыбер үҙеңдеке булыр ине, – тип ҡаршы төшкәйне.

Әсәйемде тыңламаным. Һүҙгә килештек, тик барыбер үҙемдекен иттем: Иванға кейәүгә сыҡтым. Туй ҙа үткәреп торманыҡ, ЗАГС-та үҙебеҙ генә яҙылыштыҡ та йәшәй башланыҡ.

Матур тормош ҡорорға теләнек. Сит илдәргә сәйәхәттәргә йөрөгө, затлы кейемдәр, ҡиммәтле автомобилдәр алғы килде. Тик бының өсөн аҡса кәрәк бит. Ваняның ата-әсәһе бай түгел, ябай пенсионерҙар. Минең әсәйҙән дә фәтүә юҡ. Шуға үҙебеҙҙең бизнесыбыҙҙы асырға ҡарар иттек. Ирем селтәрле маркетинг менән шөғөлләнә башланы, мин уға ярҙам иттем. Әсәйем йәнә ҡаршы булды:

– Юҡ менән булғансы, һөнәрегеҙ буйынса эшләгеҙ. Кеше алдап йөрөйһөгөҙ, – тип кәйефте төшөрҙө.

Тағы аралар боҙолдо, әсәйем янына бик ҡайтмаҫҡа тырыштыҡ. Уның һөйләнеүе ҡарғыш булып төштө, ахыры, эшебеҙ, ысынлап та, йүнләп бармай башланы.

Ни эшләргә белмәй ҡаңғырып йөрөгән саҡта ауырға ҡалғанымды һиҙҙем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫемә килгәндә аборт яһатырға һуң ине инде. Ваня менән һөйләшеп, баланы табырға булдыҡ.

Йәшлегем менәнме, тыуасаҡ балама әллә ни иҫем китмәне. Ул беҙгә бизнес эшләргә ҡамасаулар, буй-һыным насарланыр, ирем яратмай башлар, тип борсолдом. Өс йыл буйы бәпес ҡарап өйҙә ултырырға ла теләгем юҡ ине. Теләр-теләмәҫ йөрөй торғас, улым алты ай ярымлыҡ булып донъяға килде.

Әлбиттә, уның һаулығына бәйле проблемалары күп ине. Балалар церебраль фалижынан башлап, әллә ниндәй диагноздар ҡуйып бөттөләр. Атламаясаҡ, күрмәйәсәк, аҡылы камил булмаясаҡ, тине табиптар.

– Беҙ әле йәш, инвалид бала нимәгә ул? Аҙаҡ ваҡыты еткәс, һау-сәләмәт сабый табып алырбыҙ, ҡалдыр дауаханала, – тине Ваня.

Дөрөҫөн генә әйткәндә, бындай бала миңә лә кәрәкмәй ине. Сәләмәтен нисек ҡарармын, тип ҡурҡып йөрөгәндә, бөтөнләй инвалид менән ғүмер буйы йонсорғамы ни? Бала табыу йортонда ҡалдырырға ҡарар иткәс, йәнә әсәйем ҡыҫылды.

– Нисек ҡулың бара? Үҙеңдең балаң бит. Былай ҙа ауыр яҙмыш көтә уны, әсәһе лә ташлап китһә, ни эшләр? – тип намыҫыма тейеп маташты.

Һүҙебеҙҙә ныҡ торҙоҡ. Бәпесте ҡалдырып киттек. Тик әсәйем, дауаханаға барып, уны үҙенә алды. Беҙ сабыйҙы ҡалдырырбыҙ ҙа оноторбоҙ, тип уйлағайныҡ, әсәйем сираттағы тапҡыр пландарҙы боҙҙо. Хәҙер ул бала мәңге күҙ алдында йөрөйәсәк.

Һүҙ ҙә юҡ, Айбулатты әсәйем һәйбәт ҡарай. Оҙаҡ ҡына уның менән дауаханала ятты, реабилитацияға йөрөттө, даими шөғөлләнде. Әле уға биш йәш тула. Күп диагноздарын ғәмәлдән сығарҙылар. Күҙе күрә, таяҡ менән атлап маташа, аҡылы ла үҫешә, нимә әйткәнде аңлай былай. Әсәйем уны бик ярата, ә беҙгә уңайһыҙ. Үҙебеҙҙеке кеүек итеп ярата алмайбыҙ, күрмәй ҙә булмай.

Ваня менән мөнәсәбәттәр насарая башланы. Йыш әрләшәбеҙ. Ул йыш ҡына өйҙән сығып китә, ҡайҙа йөрөгәнен дә әйтмәй. Ғаиләне һаҡлап ҡалыр өсөн бала табырға уйлайым да, тик намыҫым ҡушмай. Айбулат күҙ алдында тик тора. Икенсеһе лә инвалид булып ҡуйһа, тигән ҡурҡыу хисе лә бар.

- Нимәгә ул бала? Барыбер ғаиләне һаҡлап ҡалып булмай, артыҡ тамаҡ ҡына, – тип Ваня ла күңелемде үртәй.

Нимә эшләргә һуң? Айбулатты үҙемә кире алмайым, әсәйем бирмәйәсәк тә. Яңы бала тапһам, ирем барыбер ташлап китһә, уны яңғыҙым үҫтергем килмәй... Тормошомдоң аҫты-өҫкә килде…

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: